Ҡар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Нәҙек ботаҡта яңы ҡар

Ҡар — кескәй боҙ ярсыҡтарынан торған атмосфера яуым-төшөмө. Ер өҫтөнә ябырылып яуа торған яуым.

Кристалдарҙың барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә]

Ҡар бөртөктәре симметрияһы.
Сканерлаусы электрон микроскоп аша ҙурайтып күрһәтеләгән ҡар бөртөктәре.

Болоттарҙа күҙгә күренмәҫ һыу тамсылары туҙан бөртөксәләре менән ойошоп туңғас ҡар барлыҡҡа килә. Тәүҙә диаметры 0,1мм артмаған боҙ кристалдарына ергә яуған мәлендә һауанан һыу молекулаларын үҙенә тартып ҙурая. Шул саҡта алты мөйөшлө кристалл формалары барлыҡҡа килә. Һыу молекулаларының төҙөлөшө үҙенсәлектәре арҡаһында кристалл нурҙары араһында 60 йә 120 градуслы мөйөштәр төҙөлә лә инде. Тигеҙлектә һыуҙың төп кристалы 6 нурлы була. Һәр осона яңы кристалдар өҫтәлә,уларына тағы ла ҡушыла бара. Шулай кристалдар өҫтәлгән һайын ҡар бөртөктәренең төрҙәре лә төрлөләнә. Һауа торошо үҙгәргән һайын һыу кристалдары атмосферала вертикаль рәүештә күсә,ирей,яңынан төҙөлә, шуға кристалдарҙың төҙөлөшө үҙгәрә,төрлө ҡатнаш формалар барлыҡҡа килә. Алты нурҙарға бер ваҡытта кристалл йәбешкәнгә күрә,бер тирә һауа торошонда оҡшаш ҡар бөртөктәре лә осрайҙар.

Ҡар бөртөктәре[үҙгәртергә]

Ҡар бөртөктәре

Ҡар бөртөгөнөң аҡлығы һауаға бәйле. Төрлө нурҙар һауа һәм кристалл сиктәренә төшөп сағыла. Ҡар бөртөктөре 95% һауанан тора,шуға күрә улар үтә лә еңел һәм бик яй ергә төшәләр(0,9км/c.). 1887 йылдың 28 ғинуарында Форт-Кео, Монтана, АҠШ-та иң ҙур ҡар бөртөгөн теркәгәндәр. Ул диаметрында 15 дюйм (йәки 38см)булған. Был турала Monthly Weather Review, 1915, 73. [1]. яҙғандар. Ғәҙәттә,ҡар бөртөктәренең диаметры 5мм,ауырлығы 0,004г. артмай.

Ҡар бөртөктәренең төрҙәре[үҙгәртергә]

Ҡар бөртөктәренең төрҙәре шуныса күп,хатта ике бер төрлө ҡар бөртөгө булмай тиҙәр. Иң ҙур ҡар бөртөктәре коллекцияһы авторы Кеннет Либрехт был турала былай ти: Бөтә ҡар бөртөктөре лә төрлө,уларҙы группаларға,классификацияларға бүлеү-һәр кемдең шәхси теләге. Ябай ,призма кеүек,ҡар бөртөктәре түбән еүешлектә барлыҡҡа киләләр һәм улар ,молекула төҙөлөшөндө төрлө булһалар ҙа,бер-береһенә оҡшаштар. Йондоҙға оҡшаш ҡар бөртөктәре үҙенсәлекле,күҙгә күренеп торған геометрик формалы булалар. Киотолағы Рицумэйкан (яп.) университеты физигы Джон Нельсон фекеренсә,ҡар бөртөктәренең төрлөлөгө күҙгә күренгән Йыһандағы барлыҡ атомдар һанынан күберәк.

Ҡар — тәбиғәт күренеше[үҙгәртергә]

Ҡар — ҡыштың үҙенсәлеге. Ҡар ятмайынса ла түбән температура була алыуына ҡарамаҫтан,климатик ҡыштың төп шарты- ҡарҙың ҡыш буйына бер туҡтауһыҙ йәки һирәк аяҙлап яуыуы һәм ерҙә өҙлөкһөҙ ятыуы. Шулай ҙа, Ер шарының ҡайһы бер өлөштөрендә (Ғәрәпстан ярымутрауында) ҡар бөтөнләй юҡ йәки бик һирәк яуа. Рәсәйҙә ҡар бөтә ерендә лә яуа,ята. Климатик ҡыш нисек килеп етә,ҡарҙың ергә ятыуы ла шулай була. Рәсәйҙең төнъяҡ-көнсығыш райондарында( Коми республикаһы,Красноярск крайы,Чукотка,Якутияла) ҡар октябрь айынан июнгә тиклем ята. Оймяконда ҡар йылдың төрлө ваҡытында яуа.Ғәҙәттә 24 сентябргә,көҙгө көн менән төн тигеҙләшкәндә,Оймяконда ҡар ятһа ла, 24 августта ла ятыуы ихтимал. Ҡар иреүе иһә 17 майҙан 31 майға тиклем дә була ала.Шулай ҡар был ауылда йылына уртаса 237 тәүлек,ҡайһы бер йылда хатта 282 тәүлек ята. Хатангала ҡар 256 тәүлектән кәм ятмай,23сентябрҙән 5июнгә тиклем. Норильскиҙа ҡар уртаса 244 йә 277 тәүлек ята. Челюскин морононында ҡар 11 айҙан артыҡ ята. Йылдың иң йылы айының уртаса температураһы -1-2градус артмаған Рәсәйҙең ҡайһы бер төнъяҡ утрауҙарында ҡар йыл әйләнәһенә ята. Виза утрауында июндә ҡарҙың ҡалынлығы 50 сантиметр. Рәсәйҙең урта һыҙатында тәүге ҡар октябрь аҙағында,ноябрь башында яуһа,ноябрь аҙағынан марттың аҙағына тиклем тиклем ныҡлап ята. Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙ буйҙарында ҡайһы бер йылда ҡар ныҡлап иң һыуыҡ ҡышта 2-3 аҙна ғына ята. 1946-2013 йылдар арауығында иң иртә яуған һәм ятҡан ҡар яуымы 1976 йылдың 25 сентябрендә һәм 1993 йылдың 24 октябрендә теркәлгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Был бүлеккә "Ҡар" темаһына йәки "Ҡар" исемле китаптар һәм әҫәрҙәр исемлеге ҡуйыла, мөмкин булһа һылтанма эшләнелә

Китаптар[үҙгәртергә]

Шиғырҙар[үҙгәртергә]

Хикәйәләр[үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]