Ҡарабалыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡарабалыҡ
FemaleTench1.JPG
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Tinca tinca (Linnaeus, 1758)

Синонимдар
  • Cyprinus tinca Linnaeus, 1758
  • Cyprinus tinca auratus Bloch, 1782
  • Cyprinus tincaauratus Bloch, 1782
  • Cyprinus tincauratus Lacepède, 1803
  • Cyprinus tincaurea Shaw, 1804
  • Cyprinus zeelt Lacepède, 1803
  • Tinca aurea Gmelin, 1788
  • Tinca chrysitis Fitzinger, 1832
  • Tinca communis Swainson, 1839
  • Tinca italica Bonaparte, 1836
  • Tinca limosa Koch, 1840
  • Tinca linnei Malm, 1877
  • Tinca vulgaris Fleming, 1828
  • Tinca vulgaris (non Valenciennes, 1842)
  • Tinca vulgaris cestellae Segre, 1904
  • Tinca vulgaris maculata Costa, 1838
Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 21912
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   163348
NCBI   27717
EOL   210300

Ҡарабалыҡ — (лат. Tinca tinca) (урыҫ. линь) ҡылсыҡлы йылға балығы. Европаның йылға-күлдәрендә йыш осрай, Уралдын көнсығышҡа һирәгерәк осрай. Йәшәү ареалы Енисей, Байкалға тиклем барып етә.

Ҡарабалыҡтың ҡалын кәүҙәһе тығыҙ ваҡ тәңкәләр менән ҡапланған. Арҡа өлөшө ҡара йәшел, ныҡ лайлалы һәм ике яҡ ҡабырғаһы алтынһыу сағылышлы ҡарағусҡыл төҫтә.

Ҡарабалыҡ йылғаларҙа, ағым күлдәрҙә һәм төбөнә ләм ултырған мәтеле, ҡуйы үлән ҡатыш ҡамыш үҫкән быуаларҙа тереклек итә. Ҡарабалыҡ аҙыҡты ләмдән соҡсоноп таба — ул ҡыҙыл ҡорт, ямғыр һәм тиреҫ селәүсендәрен, төрлө бөжәктәрҙең ҡарышлауыҡтарын ашай. Май айында, быуаларҙа һыу ҡайтҡас, ҡарабалыҡҡа ҡармаҡ һалыу башлана. Йәй урталарында ул әллә ни ҡапмай, әммә август айында сиртеүе яҡшыра төшә. Ул ҡыҫала итенә, себен ҡортона арыу ҡаба. Әммә балыҡты алдатыу өсөн иң яҡшыһы — селәүсен. Ҡарабалыҡты, емде үлән араһындағы һыуға һалып, ярҙан тоталар. Был төр балыҡ һыуға ауған ботаҡ-сатаҡлы ағастар аҫтында ял итергә ярата. Ҡамыш, үлән баҫҡан күлдәрҙә һәм быуаларҙа кәмәнән ҡармаҡларга була. Бының өсөн һыу үҫемлектәре баҫмаған иркен урынды һайлайҙар.