Ҡарабаш килейек
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
| Ҡарабаш килейек | ||||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||||
| Sylvia atricapilla (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 148817 |
Ҡарабаш килейек (урыҫ. черноголовая славка, лат. Sylvia atricapilla)— турғай һымактар отрядендәге ҡошсоҡ.
Йөкмәткеһе |
Ҡылыҡһырлама [үҙгәртергә]
Турғай ҙурлыҡ. Ағас ботаҡтарында һәм ҡыуаҡтарҙа һикергеләп йөрөүсе теремек ҡош. Дөйөм төҫө һорғолт көрән. Ата ҡоштоң түбәһе ҡара, инәһенең түбәһе ерәнһыу көрән. Башҡа килейектәрҙән башындағы ҡара табы ме¬нән айырыла.
Тауышы [үҙгәртергә]
Тауышы киҫкен генә: «тек-тек». һайрауы яңғырауыҡлы һәм матур һыҙғырыуҙан, сырҡылдауҙан тора.
Йәшәү рәүеше [үҙгәртергә]
Япраҡлы һәм аралаш урмандарҙа, ауыл, ҡалалағы ағастарҙа йәшәй. Бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ҡыуаҡта, ҡайһы ваҡыт ағаста оялай. Ҡара-көрән таплы 4—5 бөртөк һорғолт аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9