Ҡаратамыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡаратамыр
CynoglossumOfficinale-plant-kl.jpg
Cynoglossum officinale
Сәскә атыусы үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Баллыбабай сәскәлеләр
Ғаилә: Күгәрсен күҙе һымаҡтар
Ырыу: Ҡаратамыр
Латинса исеме
Cynoglossum L.
Төрҙәре

См. текст

ITIS 31885
NCBI 181188

Ҡаратамыр — күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.


Таралышы[үҙгәртергә]

Яҡынса 60 төрө билдәле, уртаса һәм субтропик бүлкәттәрҙә, тропиктарҙың тауҙарында таралған. БР‑ҙа дарыулы ҡаратамыр үҫә. Торлаҡ янында, юл буйҙарында, йырындар буйлап, ташландыҡ ерҙәрҙә үҫә.

Ботаник яҙма[үҙгәртергә]

Үҙәк тамырлы ике йыллыҡ үлән, ҡуйы йомшаҡ төк м‑н ҡапланған. Һабағы аҙ һанлы, ҡуйы япраҡ менән ҡапланған, бейеклеге 50—100 см. Тамыр яны розеткаһының япраҡтары оҙонса‑ланцет формаһында; аҫҡы һабаҡ япраҡтары һаплы, урта һәм өҫкөләре — ултырма, һабаҡты яртылаш уратып алған. Сәскәләре емештәрҙә оҙонайыусы сәскә һаптарында, ваҡ, ҡуйы ал йәки миләүшә төҫөндә, һепертке сәскәлегенә йыйылған ҡыҫҡа ҡуйы бөтөркәләрҙә. Касаһы биш бүлемле, емеш барлыҡҡа килгәндә йәйелеүсән; тажы 5 өлөшлө, ҡушылып үҫкән, тәгәрмәс рәүешле, тура көпшәле. Май—июндә сәскә ата. Емеше — 4 өлөшкә (эремалар) тарҡалыусы ценобий, июль—августа өлгөрә.

Әһәмиәте һәм ҡулланылышы[үҙгәртергә]

Буяу, рудераль үҫемлек. Ағыулы үҫемлек, халыҡ медицинаһында файҙаланыла. Һутын һәм тамырын инсектицид сара булараҡ, сысҡан һәм ҡомаҡтарҙы ҡурҡытыу өсөн ҡулланалар.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Имән япрағы Был ботаника тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.