Ҡара сыпҡай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡара сыпҡай
Podiceps nigricollis (Marek Szczepanek)2.jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Podiceps nigricollis
Brehm, 1831

Ареал
изображение
Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 106003641
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   174485
NCBI   85099
EOL   1049446

Ҡара сыпҡай, ҡарамуйын сыпҡай, сыпҡай, сумҡа, тирҫаяҡ(урыҫ. Черношейная поганка, лат. Podiceps nigricollis) — сыпҡайҙар ғаиләһендәге һыу ҡошо.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Өйрәктән бәләкәй. Яҡшы йөҙә һәм сума. Башҡа сыпҡайҙар һымаҡ, әрҙән атлап йөрөй алмай, сөнки аяҡтары кәүҙәһенең артҡы яғында урынлашҡанлыҡтан, алғы яғын күтәрә алмай. Яҙғыһын ата ҡоштоң күҙҙәре эргәһенән һарғылт ерән ҡауырһындар үҫеп сыға. Дөйәм төҫө ҡара, ҡорһағы аҡ, ҡабырғалары ҡыҙғылт ерән. Ҡолаҡлы сыпҡайҙан ҡара муйыны менән айырыла.

Тауышы[үҙгәртергә]

Яҙғыһын тауышы көйлө генә: «түр-лүр-лүрр», башҡа ваҡытта: «пии-пи» йәки «сиип».

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә]

Күлдәрҙә, йылға ятыуҙарында, ҡылыларҙа йәшәй. Балыҡ, тәлмәрйен, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Оялары һыу өҫтөндә була. Ояла 4—5 бөртөк аҡ йомортҡа була. Тиреһе өсөн аулайҙар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Бёме Р. Л., Динец В. Л., Флинт В. Е., Черенков А. Е. Птицы (Энциклопедия природы России). ABF, Москва, 1996, 430 с.
  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90

Һылтанмалар[үҙгәртергә]