Ҡара ҡарға

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡара ҡарға
Ҡара ҡарға
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Ғаилә: Ҡоҙғондар
Ырыу: Ҡоҙғон
Төр: Ҡара ҡарға
Латинса исеме
Corvus frugilegus
Linnaeus, 1758
Ареал
рәсем
ITIS 179738
NCBI 75140
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 146656
Саврасов Алексей, Ҡара ҡарғалар ҡайтты (1871)

Ҡара ҡарға

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ала ҡарғалай. Ғәҙәттә күмәкләшеп йәшәйҙәр. Дөйөм төҫө күкһел ҡара. Оло ҡоштоң суҡышы тирәһе яланғас, бысраҡ аҡ төҫтә. Суҡышы йыуан һәм ҙур. Ала ҡарғанан бөтә кәүҙәһенең ҡара төҫтә булыуы менән айырыла.Ҡарлыҡҡан тауышлы: «ҡрра — ҡрра»

Тереклек итеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һирәк ағаслы урман, ҡәлә һәм ауыл эргәһендәге ағаслыҡтарҙа йәшәйҙәр. Ояһы ағас баштарында була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә, яҙғыһын яңы шытып сыҡҡан иген һәм йәшелсәләрҙе йолҡоп, бер аҙ зыян килтерә.

Туҡланыуы һәм үрсеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Corvus frugilegus

Төрлә бөжәктәр, сиңерткә,ямғыр селәүсене, үлән үҫентеләре менән туҡлана. Бик киң таралған ҡош. Ояһын ваҡ сыбыҡсаларҙан үреп яһай. Көрән таплы йәшкелт зәңгәр 5-6 йомортҡаһы була.

ареалдар
C. f. frugilegus:
асыҡ һары ҡыҙыл — күсмә ҡоштарҙың оялауҙары. Уҡтар менән ҡышлау урындары күрһәтелгән;
йәшел — ултыраҡ һәм күсмә ҡоштар;
ҡара зәңгәр — күсмә һәм ултыраҡ ҡоштарҙың ҡышлау урындары;
күк — ҡышлау урындары.
C. f. pastinator:
тоноҡ-һары ҡыҙыл — оялау;
зәңгәр — ҡышлау урындары.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986. — 67-се бит
  • Фадеева Е. О. Экология грача (Corvus frugilegus L.) в антропогенных ландшафтах Окско-Донского междуречья. — М.: Товарищество науч. изд. КМК, 2007. — 199 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]