Ҡара ҡаҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡара ҡаҙ
Аҡ муйынлы ҡара ҡаҙ (Branta leucopsis)
Аҡ муйынлы ҡара ҡаҙ
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Branta Scopoli, 1769

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   174998
NCBI   8852
EOL   10486319

Ҡара ҡаҙ (урыҫ. Казарка, лат. Branta) —йорт ҡаҙынан байтаҡ бәләкәйерәк ҡош, парлашып һәм күмәкләшеп йөрөүсе ваҡ ҡаҙ. Башы, муйыны, түшенең һәм һыртының алғы өлөштәре, ҡанаттарының эре ҡауырһындары ҡуйы ҡара. Ҡорһағының артҡы өлөшө һәм ҡойроҡ аҫты аҡ. Кәүҙәһенең ҡалған өлөшө ҡара-һоро. Муйыны¬ның ике яғында арҡыры аҡ һыҙыҡтар бар. Башҡа ҡаҙҙарҙан дөйөм ҡара төҫө, бәләкәйлегә-менән айырыла.

Тауышы яңғырауыҡлы: «ҡроңҡ» йәки «ғоңҡ».

Тундрала йәшәй. Үлән, һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Беҙҙә яҙлы-көҙлө генә туҡталып китәләр. Башҡортостанда оя ҡормайҙар. Ите өсөн аулайҙар.


Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Акимушкин И. Мир животных. Птицы, рыбы, земноводные и пресмыкающиеся. — М.: Мысль, 1995.
  • Ганзак Я. Иллюстрированная энциклопедия птиц. — Прага: Артия, 1974.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]