Ҡатнашыусы:Регион102/Баш бит2

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
 
Һайланған мәҡәлә

Ира́н Исла́м Респу́бликаһы (фарс. جمهوری اسلامی ایرانДжомхури-́йе Эслɒми́-йе Ирɒ́н, шулай уҡ ҡулланыла Ира́н (фарс. ایران [ʔiˈɾɒn]) йәки Пе́рсия) — Азияның көньяҡ-көнбайышындағы дәүләт. Баш ҡалаһы — Тегеран.

Көнбайышта Ираҡ, төньяҡ-көнбайышта Әзербайжан, Әрмәнстан, Төркиә менән сикләшә һәм шулай уҡ БМО ХШның 1993 йылғы ҡарарына ярашлы, әрмән көстәре тарафынан яулап алынған биләмә танылмаған Таулы-Ҡарабах Республикаһы, көнсығыштан — Афғанстан һәм Пакистан сиктәш. Төньяҡтан Каспий диңгеҙе, көньяҡтан Һинд океанының Фарсы ҡултығы һәм Ғосман ҡултығы.

Яҙмаларға ҡарағанда Иран тарихы биш мең йылды эсенә ала. Беренсе дәүләт булараҡ беҙҙең эраға тиклем 5 меңенсе йылда, Хузестанда Элам дәүләте төҙөлгән. Ә беҙҙең эраға тиклемге 3 меңенсе йылда инде Дарий I Ахеменид дәүере Фарсы империяһы булған. Ул Грек иленән алып Һинд йылғаһынаса киңәйгән. Ул ваҡытта ил зороастризм динендә булған. XVI быуатта ислам ҡабул ителгән.

1979 йыл Иранда Ислам революцияһы булып уҙа . Етәксеһе булып аятулла Хомейни торған. Ошо ваҡытта монархия ҡолатыла һәм Ислам Республикаһы төҙөлә.

↪ дауамы...

Исемлек | Үҙгәртеү

 
Яҡшы мәҡәлә

Йөҙөм (лат. Vítis) — үҫемлектәр ырыуы, йөҙөмдәр ғаиләһе, емеше бешеп еткән мәлендә — шәрбәт тәмле еләк.

Йөҙөмдөң үренделәре үрмә суҡ (лоза), йәки ябай ғына әйткәндә, йөҙөм суғы тип атала.

Йөҙөм орлоғо тәүге йылы шытып сыҡҡас бик оҙон булып үҫмәй. Япраҡ һабағы төбөндәге бөрөнән киләһе йылына оҙон, яҡшы үҫешкән үренделәр сыға, ә артабан үренденең һәр бөрөһөнән нәҙеге үҫә. Улар көҙгә иң түбәнге бөрөгә тиклем һулый, ҡыҫҡа үренделәр генә тороп ҡала.

Ҡыҫҡа үренденең берҙән-бер шул бөрөһөнән артабанғы вегетация осоронда көслө һабаҡ китә, уныһы ла үҙ сиратында ҡыҫҡа үрендегә әүерелә.Оҙон үренделәрендә сәскәләр барлыҡҡа килеп, емеш бирә, ә ҡыҫҡалары ҡыҫыр ҡала. Баҡсала үҫтергәндә ваҡытында ҡырҡып барыу арҡаһында үҫемлек йыл да сәскә ата һәм емеш бирә.

↪ дауамы...

Исемлек | Үҙгәртеү

 
Бөгөн

29 март:

Тарихи ваҡиғалар[сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1795 — Композитор Людвиг ван Бетховен беренсе тапҡыр Венала концерт бирә.
  • 1967 — Беренсе француз һыу аҫты кәмәһе һыуға төшөрөлә.
  • 1974 — Mariner 10 Америка космик корабле Меркурий планетаһын фотоға төшөрә.

Үҙгәртеү | 30 март

 
Беләһеңме?
Суфый сиңерткә
Арал һыуының кәмеүе

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

 
Белдереү
Башҡортостан ауылдарында халыҡ һаны тураһында оҙайлы динамикалағы мәғлүмәтте ҡуйыу өсөн һәр ауылға махсус таблицаны күсереүсе ирекмәндәрҙе көтәбеҙ. Эш ырамлыраҡ булыр ине. Әлеге ваҡытта утыҙ өс райондың һәр ауыл мәҡәләһенә яңы таблица урынлаштырылды һәм 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте ҡуйылды. Ә Башҡортостанда бөтәһе 54 район һәм 4534 ауыл.

Баймаҡ, Илеш, Учалы райондары буйынса эш бара.

Ҡарау

 
1000 мәҡәлә
Башҡорт википедияһы өсөн мөһим булған «Википедияның 1000 әһәмиәтле мәҡәләһе» проектында ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Ҡарау

 
Бөгөнгө рәсем

Туңдырма десерты.

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

 
Туғандаш проекттар