Ҡағараҡ
| Ҡағараҡ | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Gavia arctica (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||
| Төрҙәштәре | ||||||||||||||
|
Ауымбаҡ, урҙан, аҡбаш сыпҡай, ҡолаҡлы сыпҡай, ҡара сыпҡай
|
||||||||||||||
| Ареал | ||||||||||||||
| Ҡышлау урындары Оя ҡороу арауығы | ||||||||||||||
|
Ҡағараҡ (урыҫ.Чернозобая гагара, лат. Gavia arctica)— ҡуйы йөнлө эре һыу ҡошо.
Йөкмәткеһе |
Ҡылыҡһырлама [үҙгәртергә]
Ҡаҙ ҙурлыҡ. Аяҡтары кәүҙәһенең артҡы өлөшөндә урынлашҡанлыҡтан, ерҙән атлай алмай, түше менән шыуыша. Башы һоро, тамағы, муйыны ҡара. Кәүҙәһенең аҫҡы яғы аҡ. Ҡанаттары аҡ төрткөлө һәмһыҙыҡлы ҡара. Ҡойроғо ҡара- көрән. Ауымбаҡтан ҙурыраҡ, тамағы ҙурыраҡ булыуы менән айырылып тора. Ыңғырашыуға йәки шарҡылдап көлгәнгә оҡшаған тауыштар сығара йәки тоноҡ ҡына ҡаңҡылдай:"ҡа-ға, ҡа-ға". Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Тиреһе өсөн аулайҙар. Башҡортостан Республикаһының "Ҡыҙыл китабы"на индерелгән.
Йәшәү урыны [үҙгәртергә]
Балыҡлы ҙур күлдәрҙә, йылғаларҙа, ҡылыларҙа йәшәй. Ҡамышлы, ҡуйы шырлыҡ араларында оялай. Башҡортотанда Талҡаҫ күлендә күпләп оялайҙар.
Туҡланыуы [үҙгәртергә]
Балыҡ, һыу бөжәктәре, ҡусҡарҙар менән туҡлана.
Иҫкәрмәләр [үҙгәртергә]
Үрсеүе [үҙгәртергә]
Ҡара таплы 2 бөртөк һарғылт көрән йомортҡа һала.
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Ишбирҙин Э.Ф. Башҡортостан ҡоштары. Өфө, 1986.33-сө бит.
- Степанян Л. С. Конспект орнитологической фауны России и сопредельных территорий. М.: «Академкнига», 2003, 808 с.
- Красная книга Российской Федерации (Животные. Раздел 5. Птицы). М.: АСТ. 2001. С. 325—350.
- Бёме Р., Динец В., Флинт В., Черенков А. Птицы(энциклопедия природы России). М.: ABF, 1998, 430 с.
- Флинт В. Е., Бёме Р. Л. и др, Птицы СССР. М., 1989.
- Птицы СССР: гагары, поганки, трубконосые / отв. ред. Ильичев В. Д., Флинт В. Е., М., 1982.
- Птицы СССР: журавлеобразные, курообразные / отв. ред. Ильичев В. Д., Флинт В. Е., Л., 1987.
- Nilsson, S. G. Adult Survival Rate of the Black-Throated Diver Gavia arctica // Ornis Scandinavica, Vol. 8, No. 2 (Nov. 15, 1977), pp. 193–195.