Ҡаҙағстан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡаҙаҡстан битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡаҙаҡстан Республикаһы
Қазақстан Республикасы
Республика Казахстан
Ҡаҙаҡстан гербы Ҡаҙаҡстан
Ҡаҙаҡстан флагы Ҡаҙаҡстан гербы
Kazakhstan (orthographic projection).svg
Милли девиз: «Алға Ҡаҙаҡстан!»
Гимн: [[Ҡаҙаҡстан гимны|«Ҡаҙаҡстан Республикаһы гимны»]] (Loudspeaker.png тыңларға (белешмә • ярҙам))
Нигеҙ һалынған 1991 й. 16 декабрнда
Рәсми телдәр Ҡаҙаҡ теле (дәүләт), урыҫ теле (рәсми)
Башҡала Астана
Иң ҙур ҡалалары Алматы, Караганда
Идара итеү формаһы Республика
Дәүләт башлығы Нурсултан Назарбаев
Халыҡ
  • Барыһы
  • Тығыҙлыҡ
60- се/сө/сы урын
16,196,800
кеше/км²
Валюта Ҡаҙаҡ тәңкәһе
Интернет-домен .kz
Телефон коды ++7
Ваҡыт бүлкәте UTC +5


Ҡаҙаҡстан Республикаhы (Ҡаҙаҡстан, (ҡаҙ. Қазақстан Республикасы) — Үҙәк Азияның көньяҡ-көнбайышында һәм Көнсығыш Европаның көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан дәүләт.

География[үҙгәртергә]

Майҙаны (2 724 900 км²) буйынса донъяла 9-сы урында тора. Ҡоро ерҙә сик оҙонлоғо — 12 000 км-ҙан ашыу. Көнбайышында Волга йылғаһының дельтаһынан көнсығышта Алтай тауҙарынаса, төняғында Көнбайыш Себерҙән көньяғында Тянь-Шань тауҙарынаса һуҙылған.

Төньяғында һәм көнбайышында Рәсәй Федерацияһы, көнсығышында Ҡытай, көньяғында Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан һәм Төрөкмәнстан менән сиктәш. Каспий һәм Арал менән йыуыла. Донъя океанына сығышы булмаған дәүләттәрҙең иң өлкәне булып тора. Донъяның алты бойондороҡһоҙ Төрки дәүләттәренең бере.

1997 йылда башҡалаһы иң ҙур ҡалаһы Алматынан Астанаға күсерелде.

16,4 миллионлы халҡы (2010 баһалау) буйынса Ҡаҙаҡстан донъяла 62-се урында тора; шулай ҙа, уның халыҡ тығыҙлығы квадрат километрына 6 кешенән түбән.

Тарих[үҙгәртергә]

Хәҙерге Ҡаҙаҡстандың ерендә борондан күсмә халыҡтар торған. 16 быуатта ҡаҙаҡтар үҙенә башҡа халыҡ булараҡ билдәлек ала; улар өс жүз дән тора. 18-сы быуатта Ҡаҙаҡ далаһына урыҫтар күсеп килә башлай; 19 быуаттың уртаһында барлыҡ Ҡаҙаҡстан Рәсәй империяһының өлөшөнә әүерелә. 1917 йылдың революцияһы һәм артабанғы граждандар һуғышы осоронда Ҡаҙаҡстан административ яҡтан бер нисә тапҡыр төрлөсә бүленә; 1936 йылда СССР составында Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы барлыҡҡа килә. 20 быуатта Ҡаҙағстанда Советтар Союзының күпселек проекттары атҡарыла, шул иҫәптән Хрущёвтың сиҙәмде күтәреү кампанияһы, Байконур космодромы һәм Семипалатинск полигоны - СССР-ҙың төп ядро ҡоралын һынау майҙаны.

Ҡаҙаҡстан 1991 йылдың 16-сы декабрендә, Совет республикаларының һуңғыһы булып үҙен бойондороҡһоҙ дәүләт тип иғлан итә. Советтар Союзының һуңғә йылдарында етәксеһе булған Нурсолтан Назарбаев уның тәүге президенты була. Бойондороҡһоҙлоҡ алғас, Ҡаҙағстан тотанаҡлы тышҡы сәйәсәт алып бара, үҙенең иҡтисадын, беренсе рәттән нефть сәнәғәтен үҫтерә.

Иҡтисади яҡтан ил тиҙ үҫеш кисерһә, президенты Назарбаев илдәге сәйәсәттә ҡаты хакимлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта, Ҡаҙағстандың халыҡ-ара абруйы күтәрелеп килә. Хәҙерге көндә ул Үҙәк Азияның өҫтөн дәүләте һанала.

Ил бер нисә халыҡ-ара ойошмаларҙың, әйтеп үткәндә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, Евро-Атлантик Партнёрлығы Советы, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһының нең ағзаһы булып тора. Элекке СССР-ға ингән илдәрҙән НАТО менән Айырым Партнёрлыҡ планы ҡорған алты илдең берәүһе.

Дәүләт ҡоролошо[үҙгәртергә]

Ҡаҙағстан Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

Башҡарма влас[үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ: Ҡаҙағстан Хөкүмәте
Ҡарағыҙ: Ҡаҙағстан Президенты
Ҡаҙағстан Президенты - Ҡаҙағстан башлығы һәм Ҡаҙағстандын иң юғары вазифалы кешеһе. Ҡаҙағстан Президенты , Ҡаҙағстан Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Ҡаҙағстан Конституцияһы менән билдәләнғән.

Суд власы[үҙгәртергә]

Ҡаҙағстан суд системаһы составында:

Закондар сығарыу власы[үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ: Ҡаҙағстан Парламенты
Ҡаҙағстан Парламенты – ике палатаһынан тора: Сенат (юғары) һәм Мәжлис (түбәнге).

Мәжлис – Рәсәйҙәге Дәүләт думаһы аналогы.

Административ бүленеше[үҙгәртергә]

Ҡаҙаҡстан — унитар дәүләт булып тора. Административ яҡтан ул 14 өлкәгә бүленә; 2 ҡалаһы республика буйһонғанлығында тора.

« Республикала 14 өлкә, 86 ҡала, шул иҫәптән 2 республика буйһонғанлығында торған ҡала (Астана, Алматы); 168 район (шул иҫәптән 8 ҡала районы, 174 ҡасаба бар.
Ҡаҙағстан парламентының сайты. [1]
»
Kazakhstan rayons.png
Ҡаҙастандың административ бүленеше
Ҡаҙастандың картаһы
Төбәк Административ үҙәк Майҙаны (км²)[2] Халҡы
(2011 й.
1 ғинуарына торошло)[3]
1 Алматы өлкәһе Талдыкорган 223 924 1 857 781
2 Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе Усть-Каменогорск 283 226 1 396 746
3 Ҡарағанды өлкәһе Ҡарағанды 427 982 1 351 905
4 Жамбыл өлкәһе Тараз 144 264 1 043 617
5 Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе Шымкент 117 249 2 563 081
6 Кызылорда өлкәһе Кызылорда 226 019 699 132
7 Аҡтүбә өлкәһе Аҡтүбә[4] (Аҡтүбә) 300 629 777 256
8 Ҡостанай өлкәһе Ҡостанай 196 001 881 234
9 Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе Петропавловск 97 993 588 910
10 Акмола өлкәһе Кокшетау 146 219 732 964
11 Павлодар өлкәһе Павлодар 124 800 746 010
12 Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе Уральск 151 339 607 975
13 Атырау өлкәһе Атырау 118 631 531 562
14 Манғыстау өлкәһе Актау 165 642 523 301
15 Алматы (Алма-Ата) — республика буйһонғанлығындағы ҡала 319 1 434 755
16 Астана — республика буйһонғанлығындағы ҡала[5] 710,2 697 257
17 Байконыр (Байконур) — Рәсәй буйһонғанлығындағы ҡала 57 мәғл. юҡ

Ҙур ҡалалары[үҙгәртергә]

Урын Ҡала Халыҡ һаны
(2010 й. 1 окт. торошло[6]
Рәсми исеме Рәсәйҙәге исеме
Миллионлы ҡала 1 млн-дан ашыу
1 Алматы Алма-Ата 1 422 354
Йөҙ меңле ҡалалар 100—999 мең
2 Астана 684 479
3 Шымкент Чимкент 625 110
4 Ҡарағанды Караганда 468 957
5 Актөбе Актюбинск 357 193
6 Тараз 327 180
7 Павлодар 321 815
8 Өскемен Усть-Каменогорск 306 588
9 Семей Семипалатинск 303 878
10 Костанай 215 346
11 Орал Уральск 210 128
12 Петропавловск 203 192
13 Кызылорда 195 838
14 Атырау 175 474
15 Актау 172 904
16 Темиртау 171 588
17 Туркестан 146 449
18 Кокшетау 137 214
19 Талдыкорган 126 944
20 Экибастуз 126 538
21 Рудный 111 686
Өлкән ҡалаларҙа тороусы
халыҡ һаны, барлығы:
6 810 855
Ҡаҙағстандың халыҡ һаны: 16 372 383
өлкән ҡалаларының халыҡ һанының

Ҡаҙағстандың дөйөм халҡында өлөшө (%)

41,60 %

Дин[үҙгәртергә]

Ҡаҙағстан ерендә 75% мосолман, 25 % христиан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Географическое положение, природные условия
  2. Агентство Республики Казахстан по управлению земельными ресурсами
  3. Өлкә, ҡала, район буйынса халыҡ һаны
  4. Территориальные органы
  5. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; parlam төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  6. Численность населения РК по областям, городам и районам на 1 октября 2010 г.