Ҡаҙтуған йырау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаҙтуған Һөйөнөс улы
Тыуған көнө

XV быуат (1420 йыл яҡынса)

Тыуған урыны

хәҙерге Әстерхан өлкәһе, Ҡыҙыл Яр ҡалаһы тирәһендә

Ҡаҙтуған Һөйөнөс улы — йырау, XV быуат сәсәне.

Ҡаҙтуған батыр Һөйөнөс уғлы Иҙелдән айырылып сыға торған Аҡтүбә йылғаһы]] үҙәгендә, хәҙерге Ҡыҙылъяр ҡалаһы тирәһендә тыуып үҫкән. Ул — аҡһөйәк яугирҙар нәҫеленән, үҙе лә ғәскәр башы булған. Тыуған иле Иҙел-йортҡа тәрән мөхәбәт хистәре менән һуғарылған әҫәрҙәрен йырау,, халыҡ шағирҙарына хас рәүештә, фольклор традициялары рухында ижад иткән. Риүәйәттәрәҙә әйтелеүенсә, ул ҡарағалпаҡ, һәм башҡорт ырыуҙары менән бүленеп, Нуғай урҙаһын, Яйыҡ буйҙарын ташлап, көньяҡҡа Арал буйҙарына күсеп китә. Ҡаҙтуған йырауҙың әҫәрҙәре 1910 йылда Ырымбурҙа баҫыла.

Фольклор материалдарына ҡарағанда, Ҡаҙтуған йырау XV быуатта йәшәгән һәм ижад иткән, сығышы менән ҡыпсаҡ ырыуы башҡорто. Ул Ағиҙел буйында тыуып үҫкән, ләкин ни сәбәп менәндер ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡтар араһына сығып киткән һәм унда йыраусылығы менән бер рәттән батыр булып та дан алған. Башҡорт халыҡ ижадындағы «Ялан да ялан, ялан йорт», «Ай, Уралым, Уралым» кеүек ҡобайырҙар Ҡаҙтуған йырау әҫәре, тип иҫәпләнә. Был ҡобайырҙар ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ халыҡтарында ла киң таралған өләңдәр, толғауҙар менән һүҙмә-һүҙ тап килә тип әйтерлек.

Ҡуй-һарығы, ҡуңырап
Көтөү-көтөү йөрөр ер,
Ятып ҡалған бер бәрәс
Йөҙ ҡуй булып үҫер ер,
Тороп ҡалған яңғыҙ тай

Өйөр булып йөрөр ер…
Балығы аттай тулаған,
Бағаһы ҡуйҙай һулаған,
Һыуы ярына һыймаған
Йылғаһы күп Уралтау.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт әҙәбиәте дәреслеге. 9 класс. — ISBN 978-5-295-04834-0
  • Башҡорт шиғриәте антологияһы. — Өфө: «Китап», 2001. — ISBN 5-295-02743-0

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]