Ҡаҙ йыуаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡаҙ йыуаһы (Gagea) — лилиә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Ботаник яҙма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡынса 70 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Африканың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә: һары ҡаҙ йыуаһы, бөртөклө ҡаҙ йыуаһы, һуғанбашлы ҡаҙ йыуаһы, кесе ҡаҙ йыуаһы, ненец ҡаҙ йыуаһы, тәпәш ҡаҙ йыуаһы. Һуғанбашлы эфемероидтар, бейеклеге 5—30 см. Һабағы төҙ, 1 тар ҡыяҡлы йәки киң ланцет тамыр яны япрағы һәм 1—3 (һирәк осраҡта 5‑кә тиклем) сәскәлек аҫтында урынлашҡан ҡыяҡ, яҡынайтылған осло япраҡ менән. Сәскәләре тыш яҡтан йәшкелт, эстән — һары, сатыр йәки ҡалҡансыҡ рәүешендәге сәскәлектәргә йыйылған. Апрель—майҙа сәскә ата. Емеше — өс ҡырлы ҡумта, май—июндә өлгөрә.

Gagea villosaЙөнтәҫ ҡаҙ йыуаһы Ботаник иллюстрация Якоб Штурмдың «Deutschlands Flora in Abbildungen китабынан» (1796).

Таралышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һары ҡаҙ йыуаһы һәм кесе ҡаҙ йыуаһы — киң япраҡлы урмандарҙа, тәпәш ҡаҙ йыуаһы далала, тауҙарҙың һәм ҡалҡыулыҡтарҙың ҡоро битләүҙәрендә үҫә; республика бөтә территорияһында таралған. Далала бөртөклө ҡаҙ йыуаһы, һуғанбашлы ҡаҙ йыуаһы (Баймаҡ районында Ирәндек һыртында) һәм Урал эндемигы ненец ҡаҙ йыуаһы (Ауырғазы, Благовар, Мәләүез райондары) осрай.

Файҙаланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һары ҡаҙ йыуаһы — декоратив үҫемлек, составында С витамины, каротиноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

  класс
Двудольные
  ещё 9 семейств  
         
  отдел
Покрытосеменные
    порядок
Лилиецветные (Liliales)
    род
Гусиный лук (Gagea )
               
  царство
Растения
    класс
Однодольные
    семейство
Лилейные (Liliaceae)
   
             
  отдел
Голосеменные
  ещё 9 порядков
(согласно Системе APG II)
  ещё 16 родов
см. Лилейные
     

Төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике йөҙгә яҡын төрө билдәле.

Gagea chloranthaЙәшкелт-һары ҡаҙ йыуаһы
Gagea minimaВаҡ ҡаҙ йыуаһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]