Ҡаҡы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡаҡы
Ҡаҡы (Bunias orientalis)
Свербига восточная (Bunias orientalis)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Bunias L. (1753)

Синонимдар
Төр өлгөһө
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   23066
NCBI   358660
EOL   62206
GRIN   g:1792
IPNI   12386-1

Ҡаҡы (урыҫ. Свербига восточная, лат. Bunias orientalis L.) — әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған йыуан һабаҡлы, киртләс япраҡлы, һары сәскәле, әскелт тәмле, ашарға ярай торған үҫемлек. Ҡала парктарында ла, болондарҙа ла, юл ситтәрендә лә осратырға мөмкин. Үҙенсәлекле япрағы ла, һабағы ла ҡаҡыны башҡа үҫемлектәрҙән айырырға ярҙам итә. Ашау өсөн ерҙән күтәрелгәнапраҡтары уртаһынан үҫкән һабаҡ уратаһы ҡулланыла. Ҡаҡы бик тиҙ күтәрелелә һәм ҡата, шуға уны йәш сағында ғына ашайҙар.

Ҡаҡының һабағы ғына түгел, япарҡтары, хатта тамыры ла ашарғя яраҡлы.Көҙөң ҡаҙып аланған тамырын шул килеш ашарға мөмкин, бешерергә лә була, тоҙлоғанда керәнде лә алмаштыра. Таҙартылған һабаҡты киҫкеләп бәлеш эслегендә ҡулланырға мөмкин. Сәскәгә тумаланған өлөшөн табала ҡыҙҙырып бик тәмле һәм үҙәнсәлекле ризыҡ әҙәрләргә була.

Тәме редисты хәтерләтә, шунлыҡтан турамаларға ошо йәшелсә урынына ла һалалар. Һабаҡтарын һәм япраҡтарын ашҡа өҫтәйҙәр, быҡтырып, ит, балыҡ ризыҡтары менән табынға бирәләр. Йәш һабаҡтарында, япраҡтарында С витамины, тимер, баҡыр, бор, марганец, молибден, титан, аҡһымдар, эфир майҙары, азотһыҙ экстрактив матдәләр бар. Халыҡ дауаһы булараҡ ҡаҡыны зәңгегә, бабаһырҙарға ҡаршы ҡулланалар. Ҡаҡыны киптерәләр, тоҙлайҙар, әсетәләр. Тәүгә үҫеп сыҡҡандарының тамырын керән урынына ла файҙаланар.

Үҫеп еткән ҡаҡы сәскәгә күмелгәс, һап-һары ялбып таждары менән тирә-яҡты йәмләп ултыра. Уның уғас һымаҡ ҡаты һабығы бесәнлектәрҙе сүплеккә әйләндерә.


202 Bunias orientalis.jpg
Ҡаҡы К. А. М. Линдман «Bilder ur Nordens Flora», 1917—1926 китабынан ботаник иллюстрация

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. NCU-3e. Names in current use for extant plant genera. Electronic version 1.0. Entry for Bunias L. (инг.) Yes check.svg 20