Ҡаңлы ырыуы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡаңлы
Үҙ атамаһы башҡ. Ҡаңлы
Йәшәгән урыны Flag of Kazakhstan.svg Ҡаҙағстан
Flag of Kyrgyzstan.svg Ҡырғыҙыстан
Flag of Uzbekistan.svg Үзбәкстан:
Барлығы билдәһеҙ
Тел башҡорт, ҡаҙаҡ, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ
Дин ислам
Телдәр ғаиләһе төрки

Ҡаңлы ырыуы — башҡорт ҡәбиләһе.

Ырыу составы[үҙгәртергә]

  • аҡтау‑ҡаңлы
  • иҙел‑ҡаңлы,
  • йөрәктау‑ҡаңлы
  • ҡыр‑ҡаңлы

Тамғалары —[үҙгәртергә]

Тарихы[үҙгәртергә]

Ҡаңлылар этник яҡтан Арал буйы һәм Урта Азияның бәшнәк-уғыҙ ҡәбиләләренә (ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, төрки ҡәбиләләренә) барып тоташа. “Ҡаңлы” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, ҡырым татарҙарында, нуғайҙарҙа, үзбәктәрҙә билдәле. Ҡаңлыларҙың формалашыуына уларҙың ҡыпсаҡтар араһында йәшәүе йоғонто яһай. 13 быуатта — 14 быуат башында ҡаңлылар ҡыпсаҡ ҡәбиләләре составында Урал буйына күсенә һәм Асылыкүл менән Ҡандракүл буйында, Сәрмәсән йылғаһы бассейны, шулай уҡ Баҙы йылғаһының — үрге, Өҫән йылғыһының — урта, Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында төпләнә, бында улар дыуанай, йәлдәк һәм ҡаршын ҡәбиләләре менән күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусын тәшкил итә.

Ырыу йәшәгән биләмәләр[үҙгәртергә]

П.И.Рычков мәғлүмәттәре буйынса, бында 18 быуат уртаһында 123 йорт иҫәпләнгән. 18 быуат аҙағында — 19 быуатта ҡәбилә йәшәгән биләмә Бөрө өйәҙенә, Бәләбәй өйәҙенә һәм Өфө өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 7‑се (8‑се, 9‑сы), 10‑сы (12‑се, 13‑сө) башҡ. кантондарына (1798—1854 йй.) ҡарай. Хәҙерге ҡәбилә йәшәгән биләмәләр Благовар, Бөрө, Бүздәк, Бәләбәй, Дүртөйлө, Дәүләкән, Кушнаренко, Саҡмағош, Туймазы, Шаран райондарына инә.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]