Ҡолмәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Кульметово
башҡ. Ҡолмәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы районы

Ауыл биләмәһе

Йыланлы

Координаталар

55°10′28″ с. ш. 58°42′47″ в. д.HGЯO

Халҡы

293[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 236 820 003

ОКТМО коды

80 636 420 111

Кульметово (Рәсәй)
Кульметово
Кульметово
Ҡолмәт (Башҡортостан Республикаһы)
Кульметово

Ҡолмәт (рус. Кульметово) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Йыланлы ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 293 кеше[2]. Почта индексы — 452502, ОКАТО коды — 80 236 820 003.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡолмәт (Сыбарҡая) Әй йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 38 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 15 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡолмәт ауылына Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, шул уҡ улустың Шәрип ауылы (хәҙер Салауат районында) мишәрҙәре менән керҙәшлек килешеүе төҙөгәндән һуң, Сыбарҡая атамаһы менән нигеҙ һалынған.

1789 йылдың 15 февралендә шундай уҡ керҙәшлек шарты менән, Ҡолмәт Әлмәтов, Ибрай Мәҡсүтов етәкселегендә 20 рәүиз йәненән торған Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Юлыҡ ауылы дәүләт крәҫтиәндәре Ҡолмәт ауылына (ауылда тәүге төпләнеүсе Ҡолмәт Әлмәтов исеменән) нигеҙ һалған. Улар ерҙе һатып алыу тураһында һөйләшергә лә ынтылып ҡараған.

Ҡолмәт ауылында йәшәгән Мөхәмәтйәр Сабитов һөйләүенсә: 1861 йылда «Ырымбур (дөрөҫөрәге: Верхнеурал) өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттарының Юлыҡ ауылында йәшәүсе ата-бабаларыбыҙ, ерҙең аҙлығы һәм 1789 йылғы ашлыҡ уңмауы сәбәпле, мәңгелеккә эйә булыу маҡсатында, Өфө өйәҙе Әй йылғаһы буйында Тырнаҡлы улусы башҡорттарынан ер һатып алған. Башҡорттар, улар яңы ергә күсерелгәндән һуң, шул ергә купчая крепость бирергә тейеш була. 19 кеше, купчая крепость алмаған көйө, һатып алынған ергә күсеп ултырған. 1832 йылғы ер тураһында закон буйынса уларға, купчий ҡағыҙы булмағанлыҡтан, бер ир-ат йән башына ни бары 15-әр дисәтинә ер бүлергә тура килгән, шуға күрә Милек министрлығынан башҡорттарҙы ошо купчийҙы бирергә мәжбүр итеүен һорайҙар».

Ҡолмәт буш урында ғына барлыҡҡа килмәгән. 1779 йылдың 2 июлендә Шәрип ауылы мишәрҙәре был ауылда тәүге төпләнеүсе Миңлеғужа Шәриповтың улы етәкселегендә, һәр йорттан йылына 25 тин аҡса түләү шарты менән, тырнаҡлылар менән килешеү төҙөп, 10 йорттан торған Сыбарҡая («Разбойниково тож») тип аталған ауылға нигеҙ һалғандар. Шулай итеп, юлыҡтар, дәүләт крәҫтиәндәре йәки айырым ҡатлам булараҡ, Сыбарҡая ауылының бер осона ултырған. Шул уҡ ваҡытта Шәрип ауылы һәм Ҡыйғы ауылынан бер нисә мишәр Сыбарҡаяның икенсе осона ултырған.

Ҡолмәт ауылына нигеҙ һалған Юлыҡ ауылы татарҙары яңы урында урынлашҡандарын Ырымбур ҡаҙна палатаһында 1790 йылдың 22 февралендә генә рәсми рәүештә теркәгән. Ошо акттан һуң ғына уларҙан һалым һәм йөкләмәләр яңы йәшәү урыны буйынса талап ителә башлаған.

Сыбарҡая ауылында 1795 йылғы V рәүиз 9 йортта 17 мишәрҙе һәм 46 яһаҡлы татарҙы (ҡаҙна крәҫтиәндәрен) иҫәпкә алған. Тимәк, Ҡолмәт халҡы ла был иҫәпкә ингән, сөнки унда фәҡәт дәүләт крәҫтиәндәре генә булған[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1812 Дыуан улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт 4-се Загорный Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Иҫке Балаҡатай улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 биләмәһе Үрге Ҡыйғы өйәҙе Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926 Дыуан улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Йыланлы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Йыланлы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Йыланлы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1842 йылда 45 мишәргә 13 сирек ужым һәм 26 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. Тирмән тотҡандар. 28 йортта йәшәүсе 160 типтәрҙең 87 аты, 116 һыйыры, 200 һарығы булған. XIX быуат аҙағында материалары буйынса түбәндәгеләр билдәле. Мишәрҙәр һәм татар ҡаҙна крәҫтиәндәре күсеп килгәндән һәм ауылға нигеҙ һалғандан алып ер биләмәләрендәге үҙгәрештәр урманды киҫеү иҫәбенә һөрөнтө ерҙәрҙең майҙанын арттырыуҙа сағыла. Ер биләүҙең община формаһы XIX быуаттың 90-сы йылдарында ла дауам иткән. «1861 йылдан бирле ерҙе бүлеү үҙгәрмәгән, йыл һайын йәрәбә буйынса бүлеү дауам иткән. Һөрөнтө ер күптән һөрөлгән». Өс баҫыулы сәсеү әйләнешендә еңеп сыҡҡан. Ләкин ашлама «ерҙең таулы булыуы арҡаһында ашлама ҡулланылмаған». Һатҡынан — һуҡҡыс, Благовещенскиҙан — 5 елгәргес (Сыбарҡаяла — 2) һатып алғандар. Күршеләрҙән һөрөнтө ерҙәрҙе һәм сабынлыҡтарҙы ҡуртымға алыу киң ҡулланылған. 40 йорт хужаһы 1000 дисәтинәгә тиклем һөрөнтө ерҙе аҫабаларҙан һәр дисәтинәһенә 50-шәр тиндән һәм 10 йорт хужаһы — 100 дисәтинә ҡуртымға алған. Бөтә ихаталар ҙа Йылға ауылы крәҫтиәндәренән 1500 дисәтинә сабынлыҡты ҡуртымға алған.

Үҙ ерҙәрен ҡуртымға бирмәгәндәр. Ҡайһы бер хужалар умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Ерҙәренең бик әҙ булыуына ҡарамаҫтан, «ярлы йәшәмәгәндәр». Ауылда кибет булған. Игенде күрше заводтар баҙарҙарында һатҡандар. Үҙҙәренең һәм күрше ауылдарҙың баҙарҙарында ваҡлап сауҙа иткәндәр.

1865 йылда Сыбарҡая (Разбойниково) ауылындағы 14 йортта 101 кеше йәшәгән. Игенселек менән шөғөлләнгәндәр, һыу тирмәне булған.

Ҡолмәт ауылының 40 йортонда — 229 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, умартасылыҡ, балта эштәре, ағас әҙерләү менән шөғөлләнгәндәр.

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда Сыбарҡаяла 35 йортта 236 кеше йәшәгән. Мәсет булған. Ҡолмәттә 79 йортта — 426 кеше йәшәгән, тимерлек, 3 бакалея кибете булған.

1920 йылда Сыбарҡая ауылында 59 йортта 325 мишәр донъя көткән.

1920 йылда ике ауыл Сыбарҡая атамаһы аҫтында берләштереп теркәлгән, 30‑сы йылдарҙан — хәҙерге исеме менән билдәле.

Шулай итеп, нигеҙ һалынғаны бирле, бер үк ауыл бер үк ваҡытта Сыбарҡая ла, Ҡолмәт тә тип йөрөтөлгән. Ауылдың төрлө өлөшөндә йәшәүселәр төрлө старшиналарға (ауылдың беренсе өлөшөндә — мишәрҙәргә, икенсе өлөшөндә яһаҡлы старшиналарға) буйһонған. Бер торамала ике ҡатламдың (мишәр һәм ҡаҙна крәҫтиәндәре) мәнфәғәттәрен сағылдырған ике община булған. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: Ҡолмәт — Өфө өйәҙенә, Сыбарҡая — Троицк өйәҙенә ҡараған. Шуға ҡарамаҫтан, рәүиз яҙмаларында йәки йәниҫәп мәғлүмәттәрендә Сыбарҡая ауылы ғына телгә алынған.

Был күренеш XX быуаттың 20-се йылдарында ла дауам иткән. Бөгөн был ауыл Ҡолмәт атамаһы менән билдәле.

Ҡолмәт ауылында төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[5].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 662
1920 йыл 26 август 325
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 782
1959 йыл 15 ғинуар 764
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 423
2002 йыл 9 октябрь 361
2010 йыл 14 октябрь 293 136 157 46,4 53,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бәширов Әкрәм Абдулла улы (14.3.1933, БАССР-ҙың Ҡыйғы районы, Ҡолмәт ауылы — 28.1.2010, Өфө) — иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре кандидаты (1968), профессор (1991). Ҡазан финанс-иҡтисад институтын тамамлаған (1960). 1969 йылдан Өфө нефть институтында преподаватель, 1970 һәм 2002 йылдарҙан — Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтының Өфө факультеты уҡытыусыһы, 1986 йылдан — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты (УФМТИ — бухгалтер хисабы кафедраһы мөдире), 1991 йылдан — Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы (1994—2001 йылдарҙа аудит һәм һалым кафедраһы мөдире)[6].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әй урамы (рус.  Айская (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Ленин урамы (рус.  Ленина (улица)
  • Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин урамы — (рус.  Минигали Губайдуллина (улица)
  • Шишмә урамы — (рус.  Родниковая (улица)[7]

.

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Иҫтәлекле урындары
  • Ауыл эргәһендә Ҡолмәт яҙыуы (писаница) бар.

Тәбиғәт һәйкәле:

  • Ҡолмәт ауылы янындағы Әй йылғаһының һыубаҫар туғайҙары.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]