Ҡол Ғәли
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
| Ҡол Ғәли | |
| Тыуған көнө: | |
|---|---|
| Тыуған урыны: |
Болғария |
| Вафат көнө: | |
| Вафат булған урыны: | |
| Эшмәкәрлеге: | |
| Жанр: | |
| Ижад теле: | |
Ҡол Ғәли (татар. Кол Гали, Qol Ğəli, cыу. Кул Али; 1183—1236 йылдар) — Волга — Урал төбәгендә йәшәгән халыҡтарҙың бөйөк шағиры, мәғрифәтсеһе, аҡыл эйәһе. Күп халыҡтарҙың ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыған, үҙенең рухи донъяһын шуға ҡарап һөйләгән, шуға эйәреп үлемһеҙ ижад иткән боронғо ҡомартҡы — «Ҡисса-и-Йософ» ( «Йософ китабы»ның) авторы.
Сығышы буйынса Әйле ырыуынан [1][2].булған, Бүләр (Биләр) һәм Кәшәнә ҡалаларында торған. Ул «Ҡисса-и-Йософ» поэмаһын 1233 йылда яҙған. Ҡол Ғәли 1236 йылда монгол яуында Бүләр (Биләр)[3] ҡалаһында вафат була.
[үҙгәртергә] Мираҫ
Уның поэмаларын башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа , сыуаштар ҙа үҙҙәренеке итеп ҡабул итәләр һәм яратып уҡыйҙар.
[үҙгәртергә] Ҡол Ғәли тураһында уҡығыҙ
[үҙгәртергә] Иҫкәртмәләр
- ↑ Кул Гали в Краткой энциклопедии Башкортостана
- ↑ Р.Г.Кузеев Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения. М.Наука, 1974.
- ↑ Кул Гали