Ҡоралай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡоралайҙар
Ҡоралай
Ата ҡоралай һәм орғасы
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Умыртҡалылар
Класс: Һөтимәрҙәр
Инфракласс: Плаценталылар
Отряд: Ҡуш тояҡлылар
Подотряд: Көйшәүселәр
Ғаилә: Болан һымаҡтар
Ырыу: Ҡоралайҙар
Латинса исеме
Capreolus Gray, 1821
Төрҙәр
ITIS 624956
NCBI 9857

Ҡоралай, илек (лат. Capreolus, урыҫ.  Косу́ли ) — боландар ғаиләһенә ҡараған оҙон муйынлы, нәҙек аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло ҡырағай хайуан[1]; Евразия территорияһында таралған.

Һирәкләнгән, ҡатнаш һәм япраҡлы урмандарҙа тереклек итә. Йәй көнө яңғыҙ йәшәй. Ҡышын 10-15 баштан өйөр ойошторалар. Ата кәзә генә мөгөҙлө. Уны йыл һайын ноябрь, декабрь айында алмаштыра, ә апрель айында яңыһы үҫеп сыға.

Башҡортостанда ҡоралайҙың таралыуы урмандарға бәйле. Ҡоралай күберәк урманлы далала, сенскеле үлән араһында йәшәй, үҫемлектәр менән туҡлана. Баҫтырылыуы — июль, август айҙары. Йөклөлөгө— 40 аҙна. Ғәҙәттә, инә ҡоралайҙың 1-2, һирәгерәк 3 бәрәсе була.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

  • Млекопитающие фауны СССР. Часть 2 / Под ред. В.Е. Соколова — М: Издательство Академии наук СССР, 1963. — С. 989—993. — 466 с. (урыҫ.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)