Ҡорбан байрамы (Ид аль-Адха; ғәр. عيد الأضحى ‘Īdu l-’Aḍḥā, Әзерб. Qurban Bayramı, Ҡалып:Lang-bs, фарс. عید قربان Eydê Qurban / Eid-e Gorbān, индон. һәм Ҡалып:Lang-jv, ҡаҙ. Құрбан айт, ҡырғ. Kурман айт, курд. Cejna Boraqê, Cejna Kûrbanê, Ҡалып:Lang-ms, Ҡалып:Lang-sq, Ҡалып:Lang-tg, төр. Kurban Bayramı, татар. Корбан бәйрәме / Qorban bäyräme, Ğäyd-äl-Ädxä, Ҡалып:Lang-ug3, Ҡалып:Lang-ur)— Хаж тамамланыуын белдергән, Зөлхизә айының 10-сы көнөндә, йәғни ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә һәм өс-дүрт тәүлеккә һуҙыла.
Ҡөръән буйынса, Ибраһимдың төшөнә Аллаһ беренсе улы Исмәғилде ҡорбан итеп килтерергә ҡушҡан икән, тип керә. Ибраһим Аллаһ бойороғон башҡарыу өсөн хәҙергә Мәккә ҡалаһы урынлашҡан үҙәнгә килә. Әммә, Ибраһим өсөн, был һынау ғына була. Аллаһ ҡорбанға килтереләсәк улын һарыҡ бәрәсенә алыштыра.
Ҡорбан салыу — шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе булып тора. Аллаһы Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп ҡорбан салыу Зөлхизә айының 10-сы, 11-се, 12-се көндәрендә башҡарыла.
Һыйыр, буйвол, дөйә, һарыҡ-кәзә ҡорбан малы була ала.Ғәҙәттә, һарыҡ-кәзәнең тәкәһе, инә дөйә,тыу һыйыр ҡобанға килтерелә. Һарыҡ-кәзә кәмендә Бер йәш булырға тейеш, 6-7 айлыҡ бәрәстәрҙе лә ҡорбан итергә мөмкин. Һыйыр малына ике йәш тулып үткән булырға тейеш.
Ҡырағай хайуандар (мышы, болан, ҡыр кәзәһе) ҡорбан була алмай.
Ҡорбан байрамын үткәреү көндәре [үҙгәртергә]
|
|
|
|
|
| 1434 һ.й. |
2013 |
15 октябрь |
| 1435 һ.й. |
2014 |
4 октябрь |
| 1436 һ.й. |
2015 |
23 сентябрь |
| 1437 һ.й. |
2016 |
11 сентябрь |
|
| 1438 һ.й. |
2017 |
1 сентябрь |
| 1439 һ.й. |
2018 |
21 август |
| 1440 һ.й. |
2019 |
11 август |
| 1441 һ.й. |
2020 |
31 июль |
|