Ҡурпысыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡурпысыҡ
Scolopax rusticola.jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Scolopax rusticola Linnaeus, 1758

Бүлендек таксондар
  • S. r. rusticola
  • S. r. ultimus
Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 106002978
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   176578
NCBI   100826
EOL   79046

Ҡурпысыҡ, урман өйрәге (урыҫ. Вальдшнеп, лат. Scolopax rusticola) — Европаның һәм Азияның еүеш урмандарында йәшәй, бөжәктәр менән аҙыҡлана торған, һунар өсөн мөһим булған күсмә ҡош.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Ҙурлығы күгәрсендәй. Күберәк ерҙән йөрөүсе оҙон суҡышлы бик һаҡ ҡош. Аҙыҡ эҙләргә башлыса эңерҙә генә сыға. Көтмәгәндә, аяҡ аҫтынан осоп китә һәм тура өҫкә күтәрелеп, шунан ғына алға оса, был ваҡытта тамаҡ ҡырғандағы һымаҡ тауыш сығара. Бик сыбар ҡош. Дөйөм төҫө һарғылт ерән. Башына, һыртына һәм ҡанаттарына ҡара таптар һибелгән, кәүҙәһенең аҫ яғы нәҙек ҡара-көрән һыҙатлы. Ҙур ҡара күҙе елкәһенә яҡын урынлашҡан, һаралйын һәм зырҡыуыттан ҙурыраҡ булыуы менән айырыла.

Төп ризыҡтары — селәүсендәр


Тауышы[үҙгәртергә]

Төрлө киҫкен генә тауыштар сығара: «ҡатх», «турх», «тахҡ» йәки «сип».


Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә]

Еүеш һәм йомшаҡ тупраҡлы урмандарҙа йәшәй. Башлыса ямғыр селәүсене, ҡайһы ваҡыт төрлө бөжәктәр, еләк менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Түңгәктәрҙә, үлән төптәрендә, тамыр араларында оялай. Ваҡ ҡына ҡыҙыл төртөклө 4 бөртөк һарғылт көрән йомортҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)