Ҡуҙғалаҡ (урыҫ. Щаве́ль ки́слый, йәки обыкнове́нный, лат. Rúmex acetósa) — ҡуҙғалаҡтар ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 30-100 см. Июнь-июль айҙарында алһыу һәм һары сәскә ата.
Донъяның төрлө тарафтарында: Төньяҡ Африка, Азия, Европа, Көнсығыш Австралияла үҫә. Ҡуҙғалаҡ урмандарҙа, туғайҙарҙа, үләнле тау биттәрендә үҫә. Дарыу һәм ашарға яраҡлы үҫемлек булараҡ сәсеп тә үҫтерелә.
- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 460. Rumex acetosa L. (Acetosa pratensis Mill.) — Щавель кислый // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 58. —ISBN 9-87317-128-9. (урыҫ.)
- Ғүмәров В.З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. -160 б. ISBN 5-295-01499-1