Ҡуҡый
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
| Ҡуҡый | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Porzana porzana Linnaeus, 1766 |
||||||||||||||
| Ареал | ||||||||||||||
| Оялау урыны
Йыл әйләнәһенә Ҡышлау урыны |
||||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106002903 |
Ҡуҡый, ҡуҡыйыҡ, һыу тауығы (урыҫ. Погоныш, лат. Porzana porzana) — сыйырсыҡтан ҙурыраҡ, һирәк оса торған бик һаҡ ҡош.
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Күберәк ерҙән йүгереп йөрөй. Осҡанда аяҡтарын йыймай. Ҡойроғо ҡыҫҡа ғына. Һырты ҡара һәм аҡ сыбарлы көрән, ҡорһағы һәм ҡойроҡ аҫты күкһел арҡыры һыҙыҡлы-аҡ. Түше, муйынының ике яғы аҡ төртөклө күкһел һоро. Суҡышының төбө ҡыҙыл, осо һары. Оҙон ғына аяҡтары йәшкелт, һыу тауығынан бәләкәйерәк, суҡышы ҡыҫҡараҡ, түше сыбар булыуы менән айырыла.
[үҙгәртергә] Тауышы
Тауышы киҫкен: «ҡуҡ-ҡуҡ».
[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше
Яр буйҙарындағы шырлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр, һирәкләп үлән орлоҡтары менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә. Көрән таплы һарғылт йәшел йомортҡаларының һаны 25-кә етә. Ите өсөн аулайҙар.