Ҡырым (Әлшәй районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡырым
рус. Крымский
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әлшәй районы

Ауыл биләмәһе

Әбдрәшит ауыл Советы

Координаталар

54°02′52″ с. ш. 55°13′48″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1892

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1892

Элекке исеме

Одинцовский, 2005 йылға тиклем — посёлок центральной усадьбы Раевского совхоза

Ауыл с

2005

Халҡы

529[1] кеше (2010)

Милли состав

татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452118

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 202 804 009

ОКТМО коды

80 602 404 106

ГКГН номеры

0519265

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡырым (Рәсәй)
Ҡырым
Ҡырым
Ҡырым (Әлшәй районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡырым


Ҡырым (рус. Крымский) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 581 кеше[2]. Почта индексы — 452118, ОКАТО коды — 80202834401.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милли составы

1920 йылда 4 йортта белорустар һәм урыҫтар йәшәгән, бөгөнгө көндә халыҡтың күпселеге — татарҙар.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1906 йыл 122
1920 йыл 26 август 259
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 263
1959 йыл 15 ғинуар 108
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 582
2002 йыл 9 октябрь 566
2010 йыл 14 октябрь 529 260 269 49,1 50,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 27 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Раевка): 27 км

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемдәре:[3]

  • Октябрҙең 60 йыллығы урамы (рус. 60 лет Октября (улица))
  • Дауахана урамы рус. Больничная (улица)
  • Комсомол урамы (рус. Комсомольская (улица))
  • Ленин урамы (рус. Ленина (улица))
  • Күл урамы (рус. Озерная (улица))
  • Сәнәғәт майҙансығы зонаһы (рус. Промышленная площадка 3 (зона))
  • Баҡса урамы (рус. Садовая (улица))
  • Совет урамы (рус. Советская (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡырым Әбдрәшит ауыл Советы биләмәһенә ингән. Район үҙәгенән һәм Раевка тимер юл станцияһынан көнсығышҡа табан 27 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылға 1892 йылда Бәләбәй өйәҙендә Одинцовтан һатып алынған ерҙәрҙә Һамар губернаһынан күсеп килеүсе урыҫтар ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. Одинцовский булараҡ та теркәлгән. 1890 йылда шул уҡ исемле икенсе ҡасабала эстондар йәшәй. 1906 йылда урыҫ-эстон мәктәбе булған. 1910—1920 йылдарҙа утар булараҡ теркәлгән.1920 йылда 4 йортта белорустар, урыҫтар йәшәгән. 1990‑сы йылдарҙа Ҡырым менән Раевка совхозының Үҙәк усадьба ҡасабаһы (1920‑се йылдарҙа нигеҙләнгән) бергә ҡушыла. 2005 йылдан хәҙерге статусын ала.

Халҡы: 1906 йылда — 122 кеше; 1920 йылда — 259 кеше; 1939 йылда — 263 кеше; 1959 йылда — 108 кеше; 1989 йылда — 582 кеше; 2002 йылда — 566 кеше; 2010 кеше — 529 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, үҙәк район дауаханаһының психиатрия бүлеге, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[4][5].

Видеофильмдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Беҙ йәшәгән Ҡырым ауылы. 5 август. 2021 йылYouTube сайтында Видео

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]