Ҡыҙылтүш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡыҙылтүш турғай
Ҡыҙылтүш
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Умыртҡалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Ғаилә: Һайраусылар
Ырыу: Ҡыҙылтүштәр
Төр: Ҡыҙылтүш
Латинса исеме
Pyrrhula pyrrhula Linnaeus, 1758
ITIS 179180
NCBI 37607
Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 149595
Pyrrhula pyrrhula europoea

Ҡыҙылтүш (лат. Pyrrhula pyrrhula, урыҫ. снегирь) — Алаҡас турғай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, атаһының түше ҡыҙыл булған урман турғайы.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Ҡантүш, аҡыя, йылҡәйҙәүес, зилҡәйҙәүес, атайҙауыи Турғайҙан ҙурыраҡ. Яҙғыһын һәм йәйгеһен парлашып, көҙгөһөн һәм ҡышҡыһын туп булып йөрөйҙәр. Ата ҡоштоң башы, ҡанаттары һәм ҡойроғо йымылдаҡ ҡара. Арҡаһы күкһел һоро, ҡорһағы, ҡойроҡ төбө өҫтән дә аҫтан да аҡ. Түше ҡыҙыл. Инә ҡоштоң түше көрәнһыу һоро. Ҡыҙыл турғайҙан башы ҡара, һырты һоро булыуы менән айырыла.

Тауышы[үҙгәртергә]

Яңғырауыҡлы һыҙғыра: «фиү-фиүү», сырҡылдап һайрай.

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә]

Ылыҫлы һәм аралаш урмандарҙа, ҡышҡыһын төрлө урында, кеше торлағына яҡын йәшәй. Төрлө орлоҡтар, бөжәктәр ашай. Ҡышҡа беҙҙә ҡалалар, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөйҙәр. Киң генә таралған. Ағаста оялай. Ҡыҙғылт көрән таплы аҡһыл зәңгәр 4—6 бөртөк йомортҡаһы була.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]