Ҡыҙыл таң (гәзит)
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
| Кызыл таң | |
| гәзит | |
| Төр | Республика ижтимағи-сәйәси гәзите |
|---|---|
| Формат | 4 A2 бите |
| ---- | |
| Редакция адресы: | 450079, Башҡортостан
Республикаhы, Өфө ҡалаhы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы,13 |
| ---- | |
| Веб-сайт: http://www.kiziltan.ru/ | |
Ҡыҙыл таң (татар. Кызыл таң, Qızıl tañ) — Башҡортостан республикаһының татар телле ижтимағи-сәйәси гәзите. Өфөлә нәшер ителә. Республиканың ижтимағи-сәйәси, мәҙәни, ғилми йәшәйеше тураһында һөйләй.
Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Дəүлəт Йыйылышы - Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Хɵкүмəте.
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Тарихы
- 1918-се йылдың 1 мартында "Башҡортостан" гәзите менән бергә Ырымбурҙа баҫтырыла башлай. Ошо дата гәзиттең барлыҡҡа килеү көнө тип иҫәпләнә.
- 1924-се йылдың апреленән башлап "Башҡортостан" гәзитенең татар телендә ҡушымтаһы булып сыға. Ошо уҡ йылдың 2 авгусынан «Яңы ауыл» («Яңа авыл») исеме менән баҫыла.
- 1930-сы йылдан 1941-се йылғаса "Коммуна" исеме менән нәшер ителә.
- 1941-се йылдың 8 июленән 1944-се йылдың 12 мартына хәтлем гәзитте сығарыу туҡтатылып тора — гәзиттең бар журналистары һуғышҡа китә.
- 1944-се йылдың 12 мартынан башлап үҙаллы баҫма булып хәҙерге исеме менән баҫтырыла.
[үҙгәртергә] Баш мөхәррирҙәре
- 1924—1937: Муса Йосопов, Ғайса Ғәббәсов һәм Имай Насыри;
- 1937—1941: Мөхәммәт Бикбулатов, Шәрәфи Шаймарҙанов;
- 1944: Ғәли Ризванов;
- 1944—1948: Ғата Нурулла улы Алмаев;
- 1948—1950: Ғарифулла Вәли улы Ғозаиров;
- 1950—1951: Фәйзи Ғилметдин улы Шаяпов;
- 1951—1964: Ғата Нурулла улы Алмаев;
- 1964—1967: Таһир Исмәғил улы Ахунйәнов;
- 1967—1986: Рәмил Мирғәзиән улы Дашкин;
- 1986—1991: Муса Ғайса улы Мулюков;
- 1991—1994: Рәсих Нурғәли улы Ханнанов;
- 1994 — 2001: Марат Нуриәхмәт улы Муллаҡаев;
- 2001-се йылдың 1 февраленән — Фатхетдинов Фәил Камил улы.
[үҙгәртергә] Билдәле хеҙмәткәрҙәре
Гәзиттә Башҡортостандың күп танылған яҙыусылары һәм шағирҙары эшләгән: Мәжит Ғафури, Әнғәм Атнабаев, Сәйфи Ҡудаш — Башҡортостандың халыҡ шағирҙары; Нәжиб Асанбаев — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы; Ғариф Ғөмәр, Фәнил Әсәнов, Фәнил Әсәнов, Әнүәр Бикчәнтәев, Динис Исламов, Хәмит Сәмихов, Әсғәт Мирзагитов; фәндәр докторҙары: Үзбәк Гимадиев, Илдар Низамов, Марсель Бакиров һ.б.
[үҙгәртергә] Наградалары
- 1968-се йыл: Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены.