Ҡөрьән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ҡөрьән, Ҡөрьән-Шәриф — Аллаһы тәғәләнең пәйғәмбәре Мөхәммәт Саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм аша кешеләргә ебәрелгән изге китабы. Китаптағы һүҙҙәр — Аллаһы тәғәлә һүҙҙәре.

Коран.jpg

Ҡөрьән-Шәриф егерме өс йыл эсендә индерелгән[үҙгәртергә]

«Ҡөрьән» һүҙенең тура мәғәнәһе — «уҡыу» йәки «көйләп уҡыу». Әммә уны күсермә мәғәнәлә «изге китап» тип йөрөтәләр. Китаптың башҡа исемдәре лә бар: «Ҡөрьән кәрим», «Ҡөрьән шәриф», «Кәләм шәриф», «Әл-мусхәф», «Әл-китап», «Ҙикр», "Фурҡан" һәм башҡалар. Ислам дине тәғлимәте буйынса, ул Аллаһ тарафынан Ябраил фәрештә аша төрлө ваҡыттарҙа Мөхәммәт пәйғәмбәргә егерме өс йыл буйына бирелгән. Төрлө өйрәтеүҙәрҙән, дини бойороҡтарҙан, өгөт-нәсихәттәрҙән, кәңәштәрҙән торған был китап рифмалы проза (көйлө нәҫер) рәүешендә ижад ителгән. Ҡөрьән сүрәләргә, сүрәләр аяттарға бүленә. Ҡөрьәндә бөтәһе 114 сүрә, төрлө иҫәп буйынса 6204 - тән 6236 - ға тиклем аят бар. Хәҙерге ғалимдар ҡулланылышта булған Ҡөрьәндең төп нөсхәгә тура килеүенә һәм уның Мөхәммәт пәйғәмбәр аша индерелеүенә шик тотмай. Көндәлек тормошта (намаҙҙа, исем ҡушҡанда, ижаб ҡылыуҙа, мәйетте һуңғы юлға оҙатҡанда һ. б.) бөтә сүрәләр ҙә уҡылмай. Диндәр кешеләргә Әл-Фатиха (Әлхәм) сүрәһен, Әл-Бәҡара сүрәһенең 255-се (Ҡөрьәндең ҡайһы бер баҫмаларында 256-сы аяттан башлана) аятынан башлап сүрә бөткәнсе (Аятел Көрсиҙе), Йасинды, Әл-Мөлөк сүрәһен (Тәбәрәкте) һәм китаптың һуңғы өлөшөндәге ваҡ сүрәләрҙе белеү етә. Китап тулыһынса Ҡөрьән сыҡҡанда ғына уҡыла.

Ҡөрьән - Аллаһы тағәлә һүҙе[үҙгәртергә]

Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең донъя халыҡтарына ҡалдырған ошо мөҡәддәс китабы Ислам диненең нигеҙен тәшкил итә. Ер шарының миллионлаған кешеләре өсөн ул — Аллаһы тағәлә һүҙе. Мәҙәниәтебеҙҙең бөйөк ҡомартҡыһы булған был әҫәрҙе белмәй тороп, кешелек тарихының ынтылышлы аҙымдарын һәм бөгөнгө тормошобоҙҙоң мәңгелек менән бәйле булыуын аҙағынаса аңлап, шулай уҡ үҙебеҙҙе һәр яҡлап үҫкән, заман менән бергә атлаусы шәхес итеп тойоп та булмайҙыр, моғайын. Иман — иғтиҡад тейешле ғәмәлдәр, кешеләр өсөн кәрәкле өгөт-нәсихәттәр Ҡөрьән-Шәрифтә әйтелә.

Сүрәләр[үҙгәртергә]

  • 1. Фәтиха (Китапты асыу)Фәтиха сүрәһе 7 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Ҡөръәнде башлаусы, Ҡөръән эсенә алып кереүсе, китапты Асыусы, Ҡөръән уҡый башларға рөхсәт биреүсе һүҙ — Фәтиха. Әсә телебеҙгә ул һүҙ: атайың-әсәйең фатихаһын алмайынса эш ҡылма, фатихаһыҙ башлаған эш уңышлы булмаҫ, йәки, — бер фатиха, тигән кеүек тәғбирҙәрҙә йыш ҡулланыла. Фәтиха сүрәһенән башҡа Ҡөръән асылмаҫ, намаҙ ҙа уҡылмаҫ.
  • 2. Баҡара (Һыйыр)Баҡара сүрәһе 286 аяттан тора. Мәҙинә ҡалаһында ингән. «Баҡара» — һыйыр тигән һүҙ.
  • 3. Ғимран (Мәрйәмдең атаһы)Ғимран сүрәһе 200 аяттан тора. Мәҙинә-и Мөнәүүәрә ҡалаһында ингән. Был сүрәлә Мәрйәмдең атаһы Ғимран тураһында һөйләнә. Исеме шунан килә.
  • 4. Нисә (Ҡатындар)Нисә (Ҡатындар) сүрәһе 176 аяттан тора. Һижрәттән һуң Мәҙинәлә ингән. Был сүрәлә ҡатындар тураһында, йәмғиәт эсендә уларҙын, хаҡтары, хоҡуҡтары, ижтимәғи майҙандағы тотҡан урындары тураһында һөйләнгәнгә күрә, «Ән-Нисә», йәғ¬ни «Ҡатындар» тип аталған.
  • 5. Мәәидә (Табын)Мәәидә сүрәһе 120 аяттан тора. Мәҙинә-и Мөнәүүәрәлә уахиҙец һуңынан ирешкән заманда индерелде. «Мәәидә» — та¬бын, дәстархан, тигән һүҙҙер. 112 һәм 114 нсе аяттарҙа хәҙрәти Ғайса заманында, күктән көтөлә торған ниғмәт, ашъяулыҡ, дәстархан тураһында һөйләнә, исеме шунан килә.
  • 6. Әнғәм (Мал-тыуар)Әнғәм сүрәһе 165 аяттан тора. Шунда дөйә, һыйыр, һарыҡ, кәзә кеүек дүрт аяҡлы хайуандар тураһында һөйләнгәнгә күрә, «Әнғәм» — Мал-тыуар исеме бирелгән.
  • 7. Әғрәф (Кәртәләр)Әғрәф сүрәһе 206 аяттан тора. Мәккә-и Мөкәррәмәлә ингән. Ҡайһы берәүҙәр: 163 нсы аяттан 171 нсе аятҡа ҡәҙәреһе Мәҙинә-и Мөнәүүәрәлә ингән, тип һанай. 46 һәм 48 нсе аяттарҙа Әғрәфтә, йәғни йәннәт менән йәһәннәм араһындағы ҡалҡыу бер ерҙәге халыҡтар тураһында һөйләнә, шул сәбәпле был сүрә «Әғрәф», тип аталған. Төрлө тәфсирселәр Әғрәф һүҙен төрлөсә шәрехләй. Ш. Ғосманиҙа ул — «пәрҙә», тип әйтелгән. Ғәрәпсә-урыҫса һүҙлектә был һүҙ «сафландырыу, пакландырыу» тип тәржемә ителгән.
  • 8. Әнфәл (Табыш малы)Әнфәл сүрәһе 75 аяттан тора. Мәҙинә-и Мөнәүүәрәлә ингән. Әнфәл — һуғышта ҡулға төшөрөлгән байлыҡ, ғәнимәт тигән һүҙ.
  • 9. Тәүбә (Тәүбә)Тәүбә сүрәһе 129 аяттан тора. Был — бисмиллаһыҙ башла¬на торған сүрә. Ҡайһы берәүҙәр: был Ғәнимәт-Әнфәл сүрәһенең дауамы; айырым, мөстәҡийл сүрә түгел, тип бәхәсләшәләр. Шуға курә, уның башында бисмилла уҡылмай, тип әйтәләр.
  • 10. Юнус (Юныс)Юнус сүрәһе 109 аяттан тора. Юныс ҡәүеме тураһында һөйләнгәнлектән, сүрәгә ошо исем бирелгән. Мәккә халҡы үҙ араһынан пәйғәмбәр сығасағына ышанмай ине.
  • 11. Һуд (Һуд)Һуд сүрәһе 123 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Бер өлөшө Мәҙинәлә ингән, тип фаразлана.
  • 12. Йосыф (Йософ)Йософ сүрәһе 111 аяттан тора. Мәккә-и Мөкәррәмәлә ингән. Сүрәнең башынан ахырына ҡәҙәр Йософ пәйғәмбәре¬беҙ тураһында һөйләнгәнгә күрә, ошо исемде алған.
  • 13. Рәғид (Күкрәү) — Рәғид сүрәһе 43 аяттан тора. Мәккәлә һәм бер өлөшө Мәҙинәлә ингән, тип яҙыусылар бар. Сүрәнең 13 нсе аятында күк күкрәү мәғәнәһенә тура килә торған «Рәғид» һүҙе бар, шул һүҙ сүрәнең атамаһы булып киткән.
  • 14. Ибраһим (Ибраһим) — Ибраһим сүрәһе 52 аяттан тора. Бер өлөшө Мәҙинәлә, бер өлөшө Мәккәлә ингән. Ибраһим Пәйғәмбәрҙең доғаларын үҙ эсенә алғанға күрә, сүрә шулай аталған.
  • 15. Хижр (Хижр иле) — Хижр сүрәһе 99 аяттан тора. 80-84 нсе аяттарҙа Хижр исемле ер тураһында һөйләнә. Сүрәнең исеме шунан килә.
  • 16. Нәхел (Бал ҡорто) — Нәхел — Бал ҡорто сүрәһе 128 аяттан тора. 68 нсе аяттә бал ҡорто тураһында яҙылғанға күрә, «Нәхел» исемен йөрөтә.
  • 17. Исра (Төнгө йөрөү, Яҡуп улдары) — Исра сүрәһе 111 аяттан тора. «Исра» һүҙе «төндә йөрөү» мәғәнәһен үҙ эсенә ала.
  • 18. Кәһәф (Мәмерйә) — Кәһәф сүрәһе 110 аяттан тора. Кәһәф, йәғни, Мәмерйә сүрәһе Мәккәлә ингән. Сүрәлә «Әсхәб-әл Кәһәф — Мәмерйәләге кешеләр» тураһында һөйләнә, сүрәнең, исеме лә шунан килә.
  • 19. Мәрйәм (Мәрйәм) — Мәрйәм сүрәһе 98 аяттан тора. Был сүрәлә хәҙрәти Мәрйәмдең Ғайса пәйғәмбәребеҙҙе донъяға килтереүе тураһында һөйләнә, шуға күрә, исеме лә «Мәрйәм сүрәһе» тип атала.
  • 20. Та-һа (Та-һа) — Та-һа сүрәһе 135 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Сүрәнең исеме баштағы ике хәрефтән килә: «Т», «Һ» әйтелешләрендә «Та, Һа» була. Был ике хәрефтең, ике ауаздың нимә аңлатҡаны тураһында тәфсирселәр араһында бәхәстәр күп. 1. Был һүҙ Рәсүл әкрәм саллаллаһу (ғәләйһиссәлләмдең) мөбәрәк исеме. 2. Ант һүҙе. 3. Һәй, кеше, тип әҙәм балаһына мөрәжәғәт итеү һ. б.
  • 21. Әнбийә (Пәйғәмбәрҙәр) — Әнбийә сүрәһе 112 аяттан тора. Мәккә ҡалаһында ингән. Пәйғәмбәрҙәр тураһында хәбәрҙәр бирелгәнгә күрә, «Әнбийә», йәғни Пәйғәмбәрҙәр сүрәһе исемендә йөрөй.
  • 22. Хаж (Хаж) — Хаж сүрәһе 78 аяттан тора. Мәҙинәлә, Мәккәлә ингән.
  • 23. Мөьминүн (Мөьминдәр) — Мөьминдәр сүрәһе 118 аяттан тора. Мәккәлә ингән.
  • 24. Нур (Нур) — Нур сүрәһе 64 аяттан тора. Мәҙинә-и Мөнәүүәрәлә ингән. 35 нсе аятта күктәрҙе, Ер йөҙөн яҡтыртыусы Аллаһтың нуры тураһында һөйләнгәнгә күрә, сүрәнең исеме лә «Нур» тип атала.
  • 25. Фурҡан (Яҡшыны ямандан айырыусы китап) — Фурҡан сүрәһе 77 аяттан тора. Был сүрә Мәккәлә ингән. Исеме «Фурҡан» һүҙенән килә, йәғни дөрөҫлөктө ялгандан айыра торған Китап - ул Ҡөръән-и Кәримдер.
  • 26. Шүғәрә (Шағирҙар) — Шүғәрә сүрәһе 227 аяттан тора. Бер өлөшө Мәккәлә, икенсе бер өлөшө Мәҙинәлә ингән. 224 нсе аятта шағирҙар тураһында, йәғни мөшриктәр әйткәнсә, Ҡөръән-и Кәримдең ниндәйҙер бер шағир йәки шағирҙар тарафынан түгел, бәлки лә Аллаһ тарафынан хасил ителгәнлеге тураһында һөйләнгәнгә күрә, сүрәгә шул исем бирелгән. Баҡара сүрәһенән ҡала ,Ҡөръ¬әндең иң оҙон сүрәһе.
  • 27. Нәмәл (Ҡырмыҫҡа) — Нәмел сүрәһе 93 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Нәмел» — ҡырмыҫҡа тигән һүҙ. 18 нсе аятта ҡырмыҫҡалар тураһында һөйләнгәнгә күрә, сүрәгә ошо исем бирелгән.
  • 28. Ҡасас (Ҡиссалар) — Ҡасас сүрәһе 88 аяттан тора. Мәккәлә ингән, бер нисәһе Мәҙинәлә ингән. «Ҡасас» — ҡисса, хикәйә, ваҡиға һүҙҙәренең күпселеген аңлата.
  • 29. Ғәнкәбүт (Үрмәксе) — Ғәнкәбут сүрәһе 69 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғәнкә¬бут» — үрмәксе тигән һүҙ. 41 нсе аятта кәферҙәрҙең мәкерле эштәре үрмәксе ояһына оҡшатыла; сүрәнең исеме шунан килә.
  • 30. Рум (Рум) — Рум сүрәһе 60 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Иран ғәскәр¬ҙәре менән һуғышта еңелгән Рум ғәскәрҙәре тураһында һөйләнгәнгә күрә, ошо исемде алған.
  • 31. Лоҡман (Лоҡман) — Лоҡман сүрәһе 34 аяттан тора. Мәккәлә ингән.
  • 32. Сәждә (Сәждә) — Сәждә сүрәһе 30 аяттан тора. Мәккәлә ингән.
  • 33. Әхзәб (Төркөмдәр) — Әхзәб сүрәһе 73 аяттан тора. Мәҙинә-и Мөнәүәрәлә ингән. «Әхзәб» һүҙе: төркөм, ғәскәр, фирҡә, өйөр кеүек мәғәнә¬ләрҙе үҙ эсенә ала.
  • 34. Сәбә (сәбә иле) — Сәбә сүрәһе 54 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Сәбә» — бер төбәктең һәм шунда йәшәүсе бер ҡәбиләнең, исеме.
  • 35. Фәтыр (Яралтыусы) — Фатыр сүрәһе 45 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Фәтыр» — юҡтан бар итеүсе, яралтыусы, булдырыусы мәғәнәһендә килә. Күп кенә тәфсирҙәрҙә был сүрә «Фәрештәләр» исеме менән дә йөрөй.
  • 36. Йәсин (Йәсин) — Йәсин сүрәһе 83 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Исеме ха¬ҡында фараздар әҙ түгел. «Йә сиин» — йә инсан, тип тә аңлаталар. Имештер, «Йәсин» - ул Мөхәммәд Пәйғәмбәр исемдә¬ренең береһе. Йәсин сүрәһе ул – Ҡөръәндең йөрәге, тип әйтәләр. Йә¬син — иң мәшһүр сүрәләрҙең берһе.
  • 37. Саффат (Сафтар) — Саффат сүрәһе 182 аяттан тора. Сүрәнең беренсе аятында сафҡа теҙелгән фәрештәләр тураһында һөйләнә. Исеме шунан килә. «Саффат» — бер сафтағылар, тигән һүҙ. Мәккәлә ингән.
  • 38. Сад (дауыт) — Сад сүрәһе 88 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Сүрәнең беренсе хәрефе «Сад». Исеме шунан килә. Ләкин уны «Дауыт сүрәһе» тип тә йөрөтәләр.
  • 39. Зүмәр (халыҡ өйөрө) — Зүмәр сүрәһе 75 аяттан тора. Мәккәлә ингән. 71-73-се аяттарҙа кәферҙәр менән мөьминдәр ойошторған халыҡ төркөмдәренән сүрәнең исеме килә. «Зүмәр» — төркөм, өйөр, йәмғийәт мәғәнәләрен эсенә алған һүҙ.
  • 40. Мөьмин (Мөьмин) — Мөьмин сүрәһе 85 аяттан тора. Мәккәлә ингән. 56, 57-се аяттары Мәҙинәлә ингән.
  • 41. Фуссиләт (Аңлатылды) — Фуссиләт сүрәһе 54 аяттан тора. «Фуссиләт» — аңла¬тылды мәғәнәһендәге һүҙ. Мәккәлә ингән.
  • 42. Шура (Кәңәш) — Шура сүрәһе 53 аяттан тора. Мәккәлә ингән. 23—26-сы аяттары ғына Мәҙинәлә ингән. «Шура» — кәңәш йәки бер ойош¬маға тупланған берлек мғәнәһендә.
  • 43. Зухруф (Алтын хазина) — Зухруф сүрәһе 89 аяттан тора. «Зухруф» - алтын, аҫыл¬ таштар мәғәнәһендәге һүҙ. Тура мәғәнәһендәге алтындар, зиннәт түгел, күңелдәге зиннәт, рухи биҙәктәр тураһында һөйләнгәнгә күрә, сүрәнең исеме шулай алынған.
  • 44. Духан (Төтөн) — Духан сүрәһе 59 аяттан тора. «Духан» — төтөн, томан мәғәнәләрендәге һүҙ. Унынсы аяттағы духан кәлимәһенән алынған исем.
  • 45. Жәҫиә (Теҙленеү) — Жәҫиә сүрәһе 37 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Ҡиәмәт көнөндә теҙләнеп тороусы гөнаһлылар тураһында һөйләнгәнгә күрә, исеме «Жәҫиә», йәғни «теҙләнеп тороу» шунан килә.
  • 46. Әхҡәф (Ҡом тауы) — Әхҡаф сүрәһе 35 аяттан тора. Ғәд ҡәүеме йәшәй торған сүлдәге ҡом бархандары ғәрәпсә «Әхкәф» тип атала. Сүрәнең исеме шунан килә. Мәккәлә ингән.
  • 47. Мөхәммәд (Мөхәммәд) — Мөхәммәд сүрәһе 38 аяттан тора. Был сүрә Пәйғәмбәре¬беҙ хәҙрәти Мөхәммәд исемен йөрөтә. Мәҙинәлә ингән.
  • 48. Фәтех (Еңеү) — Фәтех сүрәһе 29 аяттан тора. «Фәтех» — еңеү тигән һүҙ. Мәҙинәлә ингән.
  • 49. Хужүрәт (Бүлмәләр) — Хужүрәт сүрәһе 18 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. Исе¬ме дүртенсе аяттағы «Хужүрәт» — бүлмәләр һүҙенән килә.
  • 50. Ҡаф (Ҡаф) — Ҡаф сүрәһе 45 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Ҡаф» хәре¬фе менән башланғанға күрә, исеме лә Ҡаф тип йөрөтөлә.
  • 51. Ҙәрийәт (Таратыусылар) — Ҙәрийәт сүрәһе 60 аяттан тора. «Ҙәрийәт» һүҙе елде аңлата. Ләкин тәржемәселәр һәм тәфсирселәрҙең күбеһе уның таратыусы тигән мәғәнәһен ала.
  • 52. Тур (Тау) — Тур сүрәһе 49 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Тур» — Аллаһ Тәғәләнең, хәҙрәти Муса менән һөйләшкән тауҙың исеме.
  • 53. Нәжем (Йондоҙ) — Нәжем сүрәһе 62 аяттан тора, Мәккәлә ингән. «Нәжем» — йондоҙ тигән һүҙ. Беренсе аяттағы «нәжем» һүҙе тәржемәләрҙә һәм тәфсирҙәрҙә күбеһенсә «атылған йондоҙ», «байыған йондоҙ», «һүнгән йондоҙ» тип бирелә, әммә Хәмди Йазыр китабында Ҡөръән нуры тураһында бәйән ителә.
  • 54. Ҡамар (Ай) — Ҡамар сүрәһе 55 аяттан тора. «Ҡамар» — Ай тигән һүҙ. Айҙың ярылыуы тураһында һөйләгәнгә күрә, сүрәнең исеме шунан килә. Мәккәлә ингән.
  • 55. Рахмәән (Рахмәән) — Рахмәән сүрәһе 78 аяттан тора. Мәккәлә ингән.
  • 56. Ваҡийға (Ваҡиға) — Ваҡийға сүрәһе 96 аяттан тора. Мәккәлә ингән.
  • 57. Хәдид (Тимер) — Хәдид сүрәһе 29 аяттан тора. «Хәдид» — тимер тигән һүҙ. Мәҙинәлә ингән.
  • 58. Мүжәдәлә (Бәхәс) — Мүжәдәлә сүрәһе 22 аяттан тора. «Мүжәдәлә» — бәхәс, һүҙ көрәштереү.
  • 59. Хәшер (Ҡыуып сығарыу) — Хәшер сүрәһе 24 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Хәшер» — ҡыуып сығарыу, бер урынға туплау, йыйнау мәғәнәләрен¬дәге һүҙ. 2—7 нсе аяттарҙа йәһүд ҡәбилаһе Надир тоҡомон ҡыуыпп сығарыу тураһында һөйләнә. Һүҙҙең беренсе мәғәнәһендәге исемде алған сүрә.
  • 60. Мүмтәхинә (Ҡатын-ҡыҙҙы Һынау) — Мүмтәхинә сүрәһе 13 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Мүмтәхинә» — һыналыуға дусар ҡатын, тигән һүҙ.
  • 61. Саф (Рәт) — Саф сүрәһе 14 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. Аллаһ юлын¬дағы изге һуғыш - Жиһадта һуғышуысыларҙыц ғәскәр сафы тураһындағы сүрә.
  • 62. Жумға (Йома) — Жумға сүрәһе 11 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән.
  • 63. Монафиҡтар (Ике йөҙлөләр) — Монафиҡтар сүрәһе 11 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән.
  • 64. Тәғабун (Алданыу) — Тәғабүн сүрәһе 18 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Тәғабүн» — алданыу тигән һүҙ.
  • 65. Талаҡ (Талаҡ) — Талаҡ сүрәһе 12 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән.
  • 66. Тәхрим (Харам) — Тәхрим сүрәһе 12 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Тәхрим» — тыйыу, рөхсәт итмәү, харам ҡылыу мәғәнәләрендәге һүҙ.
  • 67. Мүлк (Хәкимиәт) — Мүлк сүрәһе 30 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мүлк», «мәлик» — батша, тигән һүҙ.
  • 68. Ҡәләм (Ҡәләм) — Ҡәләм сүрәһе 52 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Нун сүрәһе, тип тә йөрөтәләр.
  • 69. Хаҡҡа (Ҡотолғоһоҙлоҡ) — Хаҡҡа сүрәһе 52 аяттан тора. Мәккәлә ицгән. Ҡиәмәт көнөнә «Хаҡҡа» тип тә әйтәләр. Йәғни, Ҡиәмәт хәҡиҡәт булараҡ, хаҡ — ысынбарлыҡ булараҡ, ҡотолғоһоҙ киләсәк. Хаҡлыҡтың, дөрөҫлөктөң тантана итә торған ҡотолғоһоҙ көнө — Ҡиәмәт буласаҡ.
  • 70. Мәғәриж (Баҫҡыс буйлап) — Мәғәриж сүрәһе 44 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мәғә¬риж» — баҫҡыстар буйлап өҫкә менеү, дәрәжәгә күтәрелеү мәғәнәләрен эсенә ала.
  • 71. Нух (Нух) — Нух сүрәһе 28 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Сүрә хәҙрәти Нух пәйғәмбәребеҙ исемен йөрөтә.
  • 72. Джинн (Ен) — Ен сүрәһе 28 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Ҡайһы бер ендәрҙең дә Ҡөръән тыңлағандан һуң, иман килтереп, мосолман булғандары тураһындағы сүрә.
  • 73. Мүзәммил (Ябынған) — Мүзәммил сүрәһе 20 аяттан тора. Мәккәлә ицгән. Ҡайһы ¬бер аяттары Мәҙинәлә ицгән. «Мүзәммил» — ҡапланған, бөркәүес ябынған, баштан аяҡ төрөнгән, тигән мәғәнәләге һүҙ.
  • 74. Мүдәҫҫир (Бөркәнгән) — Мүдәҫҫир сүрәһе 56 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мүдәҫҫир »— ҡаплаулы, уранған, бөркәнгән, тигән мәғәнәләрҙәге һүҙ.
  • 75. Ҡиәмәһ (Ҡиәмәт) — Ҡиәмәһ сүрәһе 40 аяттан тора. Мәккәлә ингән.
  • 76. Инсан (Кеше) — Инсан сүрәһе 31 аяттан тора. Мәккәлә, Мәҙинәлә ингән.
  • 77. Мүрсәләт (Йомош менән ебәрелгән) — Мүрсәләт сүрәһе 50 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мүрсәләт» — ебәрелгәндәр, күндерелгәндәр.
  • 78. Нәбә (Хәбәр) — Нәбә сүрәһе 40 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Нәбә» — хәбәр тигән һүҙ.
  • 79. Нәзиғәт (Йолҡоп алыу) — Нәзиғәт сүрәһе 46 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Нәзи¬ғәт» — һурып, йолҡоп сығарыусылар, тигән һүҙ.
  • 80. Ғәбәсә (Һытыҡ йөҙ) — Ғәбәсә сүрәһе 42 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғәбәсә» — һытыҡ сырайлы, тигән һүҙ.
  • 81. Тәҡүир (Төрөп ҡуйыу) — Тәҡүир сүрәһе 29 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Тәҡүир» — сорналыу, уралыу, бөрөшөү, бөктәрләнеү.
  • 82. Инфитар (Ярылыу) — Инфитар сүрәһе 19 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ин¬фитар» — ярылыу, емерелеү мәғәнәһендәге һүҙ.
  • 83. Мутаффифин (Кәметеп үлсәү) — Мутаффифин сүрәһе 36 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мутаффифин» — һатыу, сауҙа эштәрендә алдаусылар, кәметеп үлсәүселәр, тигән мәғәнәләге һүҙ.
  • 84. Иншиҡаҡ (Йыртылыу) — Иншиҡаҡ сүрәһе 25 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ин¬шиҡаҡ» — йыртылыу.
  • 85. Буруж (Йондоҙҙар) — Буруж сүрәһе 22 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Буруж” — ҡаланса, манара.
  • 86. Тарих (Таң йондоҙо) — Тариҡ сүрәһе 17 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Тариҡ» - һуңға ҡалып, кис менән ишек ҡағыусы мәғәнәһендәге һүҙ. Ләкин сүрәләге был һүҙ яҡты йондоз, кисен Күктә балҡый торған Сул¬пан йондоҙо кеүек сағыштырмала ҡулланылған.
  • 87. Әғлә (Бөйөк) — Әғлә сүрәһе 19 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Әғлә» — бөйөк, тигән һүҙ.
  • 88. Ғәшийә (Бөйөк ваҡиға) — Ғәшийә сүрәһе 26 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғәшийә» — ҡаплаусы, томалап алыусы дәһшәт, йәғни Ҡиәмәт-Мәхшәр мәғәнәләрен үҙ эсенә алған һүҙ.
  • 89. Фәжер (Таң) — Фәжер сүрәһе 30 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Фәжер» — таң, тигән һүҙ.
  • 90. Бәләд (Ҡала, Ил) — Бәләд сүрәһе 20 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Бәләд» — ҡала.
  • 91. Шәмс (Ҡояш) — Шәмс сүрәһе 15 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Шәмс» — Ҡояш, тигән һүҙ.
  • 92. Ләйл (Төн) — Ләйл сүрәһе 21 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ләйл» — төн, тигән һүҙ.
  • 93. Духа (Иртәнге шәфәҡ) — Духа сүрәһе 11 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Духа» — көндөң төшкә саҡлы булған иртәнге ваҡыты мәғәнәһендәге һүҙ.
  • 94. Иншарах (Асылыу) — Инширах сүрәһе 8 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Инширах»—асылыу, киңәйеү, күңеле асылып китеү, һөйөнөү мәғәнәләрендә килә.
  • 95. Тин (Инжир) — Тин сүрәһе 8 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Тин» - инжир емеше һәм изге тауҙың исеме.
  • 96. Ғәләҡ (Яралғы тамсыһы) — Ғәләҡ сүрәһе 19 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғәләҡ» — кешенең барлыҡҡа килеүенең нигеҙендә ир кеше менән ҡатын-ҡыҙҙың орлоҡтарынан ҡатнашҡан бер тамсы шыйыҡлыҡ ята. Был һүҙ шул орлоҡ, уылдыҡ, шәһүәт, мәни мәғәнәләрендә килә. Мөхәммәдкә иң беренсе уахи ителгән сүрә ошо булыр.
  • 97. Ҡадр (Ҡәҙер кисе) — Ҡадр сүрәһе 5 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Ҡәҙер к¬исәһендә Ҡөръән Кәрим ингән, был кисәлә фәрештәләр ергә төшә.
  • 98. Бәйинә (Асыҡ аңлатыу) — Бәйинә сүрәһе 8 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Бәйинә» — асыҡ дәлил, иҫбатлау, аңлатыу мәғәнәләрендәге һүҙ.
  • 99. Зилзилә (Ер тетрәү) — Зилзилә сүрәһе 8 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Зилзилә» — ер тетрәү.
  • 100. Ғәдийәт (Яу уҙышы) — Ғәдийәт сүрәһе 11 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғәдийәт» —уҙышыусы аттар, тигән һүҙ.
  • 101. Ҡариға (Әфәт) — Ҡариғә сүрәһе 11 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ҡариғә» һүҙен төрлө мәғәнәләрҙә ҡулланыусылар бар. Ул — ҡапҡа ҡағыусы, Ҡиәмәт көнө, әфәт килеү мәғәнәләрендә лә йөрөй. И. Крачковский иһә: яралаусы, язалаусы, тар-мар итеүсе, кеүек мәғәнәһен алған. Был осраҡта Ҡариғә — Ҡиәмәт, йәғни яза биреү сифатында йөрөй. Аяттарҙы уҡып, уның теүәлерәк мәғәнәһен табырһығыҙ.
  • 102. Тәкәҫүр (Байырға ярышыу) — Тәкәҫүр сүрәһе 8 аяттан тора. Мәккәлә һәм Мәҙинәлә ингән, тип һанаусылар ҙа бар. «Тәкәҫүр»— байлыҡ йыйыуҙа яры¬шыу, малым күп, тип артыҡ ғорурланыу мәғәнәһендәге һүҙ.
  • 103. Ғаср (Ғасыр, Быуат) — Ғаср сүрәһе 3 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғаср» — йөҙ йыллыҡ,быуат, ғөмүмән, замана, ваҡыт, осор, дәүер мәғәнәләрен үҙ эсенә ала.
  • 104. Һүмәҙә (Ғәйбәтсе) — Һүмәзә сүрәһе 9 аяттан тора. Мәккәлә ингән, «һүмәзә» — ғәйбәт, нахаҡ һүҙ, кеше артынан һөйләнгән хурлау һүҙе, кеше араһында яман һүҙ йөрөтөү.
  • 105. Фил (Фил) — Фил сүрәһе 5 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Кәғбәне емерер өсөн күтәрелгән Әбрәхә ғәскәрендә һуғыш филдәре лә була. Филле ғәскәр ташлы ямғырҙан һәләк була.
  • 106. Ҡурайыш (Ҡурайыш) — Ҡурайш сүрәһе 4 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Кәғбә әтрафында йәшәгән күп һанлы ҡәүем — Ҡурайш ҡәбилаһе ине.
  • 107. Мәғүн (Саҙаҡа) — Мәғүн сүрәһе 7 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мәғүн» — саҙаҡа-хәйер, зәкәт биреү. Берәй әйберҙе йәки малды бурысҡа, ваҡытлыса ҡулланып тороу өсөн биреп тороу.
  • 108. Кәүҫәр (Байлыҡ) — Кәүҫәр сүрәһе 3 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Кәүҫәр» — төкәнмәҫ байлыҡ, тигән һүҙ. Йәннәттәге мәңгелек шишмәнең исеме лә — Кәүҫәр.
  • 109. Кәфирүн (Кәферҙәр) — Кәфирүн сүрәһе 6 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Кәфи¬рүн» — кәферҙәр.
  • 110. Наср (Ярҙам) — Наср сүрәһе 3 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Наср» — ярҙам.
  • 111. Тәббәт (Ҡулы ҡороһон) — Тәббәт сүрәһе 5 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Был сүрәнең башҡа исемдәре лә бар: Мәсәд, Ләхәб.
  • 112. Ихлас (Ихлас) — Ихлас сүрәһе 4 аяттан тора. Мәккә менән, Мәҙинәлә ингән һанала. «Ихлас» һүҙе «берҙәмлек» йәки «пакланыу» тип тә тәржемә ителә.
  • 113. Фәләҡ (Таң атыу) — Фәләҡ сүрәһе 5 аяттан тора. «Фәләҡ» — таң атыу тигән һүҙ.
  • 114. Нәс (Кешеләр) — Нәс сүрәһе 6 аяттан тора. «Нәс» — инсандар, кешеләр, тигән һүҙ.

Башҡорт телендә баҫтырып сығарыу[үҙгәртергә]

1. Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 960 б.

Ижади төркөм:

  • Фәнил Нафиҡ улы Байышев (Д. Кинельский тәржемәһен ҡайтанан эшкәртеп сыҡты, баҫманың фәнни һәм дөйөм мхәррире),
  • Нурмөхәмәт Әлебай улы Сөйәрғоллов (транскрипцияны эшләне),
  • Дәүләткирәй Дәүләтбай улы Мәһәҙиев(башҡортсаға тәржемәнең махсус мөхәррире).
  • Нәшриәт мөхәррире Барый Миңнеғәлим улы Ноғоманов.
  • Техник мөхәррире Наилә Йыһангир ҡыҙы Зарипова.
  • Корректорҙары Әлифә Закир ҡыҙы Хажиева, Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әсәҙуллина.

2. Ҡөрьән тәфсире. — Ҡазан: "Матбуғат йорто" нәшриәте, 2005. — 784 б.

  • Рабит Мөхлисулла улы Батулла — Төрлө ғалимдарҙың тәржемәлере һәм шәрехтәреннән матбуғатҡа әҙерләүсе
  • Ильшат Әнүр улы Хафизи — Ҡөрьәнде башҡортсаға тәржемә итеү өсөн яуаплы
  • Рүфинә Әнүр ҡыҙы Хафизова — Тәржемә итеүсе Һәм компьютерҙа йыйыусы
  • Ф.Ф.Әкимбетов, М.З.Солтанова, Ф.Г.Вәхитова — тәржемәне тикшереүселер

Һылтанмалар[үҙгәртергә]


{{{заголовок}}}