Үрмәлсек турғай
| Үрмәлсек турғай | ||||||||||||||
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
|
СООБЩЕНИЕ ОБ ОШИБКЕ
Нет таксономического шаблона {{Sitta }}, который должен описывать положение таксона Sitta в биологической классификации. |
||||||||||||||
| Халыҡ-ара фәнни исеме | ||||||||||||||
|
Sitta europaea Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||
| Ареал | ||||||||||||||
| Һаҡлау статусы | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Үрмәлсек турғай, тилеғош (урыҫ. поползень, лат. Sitta europaea)— үрмәлсек турғайҙар ғаиләһендәге ҙур булмаған ҡош.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Турғай ҙурлыҡ. Ҡыҫҡа ғына, йомроланып бөткән ҡойроҡло, беше йөнлө ваҡ ҡош. Ғәҙәттә, ағастың осонан башлап, олоно буйлап уралтып-уралтып төбөнә тиклем эҙләнеп төшә. Оҙон ғына суҡышы төҙ. һырты күкһел һоро. Күҙҙәре аша ҡара һыҙыҡ үтә. Кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ. Аҫ яҡтан ҡойроҡ төбө алһыу. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.
[үҙгәртергә] Тауышы
Тауышы яңғырауыҡлы: «сик-сик-сик» йәки «тситт-тситт». һайрауы һыҙғырыуҙан тора.
[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше
Йыуан ағаслы ҡуйы урмандарҙа йәшәй. Ағастарҙағы бөжәк¬тәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң таралған. Ағас ҡыуыштарында оялай. Ҡыҙғылт һип¬келле 7—8 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9