Һабан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Немец крәҫтиәне һабан менән ер һөрә.

Һабан — ер һөрә торған ауыл хужалығы ҡоралы. Ер һөрөү өсөн һабанды баштараҡ кешеләр үҙҙәре тартҡан, һүңыраҡ үгеҙ, ат егеп башҡарғандар. Хәҙерге ваҡытта иҡтисади үҫешкән илдәрҙә ерҙе трактор һөрә.

Ер һөрөүҙең беренсе маҡсаты — ерҙең өҫкө ҡатламан әйләндереү. Ер һөрөү сүп үлендәрен кәметә, тупраҡты йомшаҡ һәм уңдырышлы итә, сәсеү эшен еңелләштерә.

Һабанлы трактор

Ауыл хужалығы барлыҡҡа килгән төбәктәрҙә ерҙе тәпкеләр менән йомшартҡандар. Нил буйында яҙғы ташҡын йылда уңдырышлы тупраҡ алып килгән. Игенселек өҫкө ҡатламдағы үңдырышлы тупраҡты файҙаланған. Аҫҡы ҡатламдағы тупраҡты өҫкә күтәреү кәрәклеге килеп тыуған. Бының өсөн һабан ҡулланғандар.

Вавилон һәм Боронғо Мысырҙағы б.э.т. 2 меңенсе йылғы рәсемдәр һаҡланған. Ҡытайҙа һабан б.э.т 1 мең йыллыҡта билдәле булған.

1730 йылда Джозеф Фольямбе (Joseph Foljambe) эшләгән «Роттердам һабаны» беренсе коммерция маҡсатында эшләнгән һабан тип иҫәпләнә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]