Һабантуй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Милли көрәш

Һабантуй — күп халыҡтарҙың, татарҙарҙың һәм башҡорттарҙың да, боронғо байрамы. XVII быуат урталарында И.Г.Георги, И.И.Лепехин башҡорттарҙың һабантуйын тасүирлап яҙған.Уларҙың хеҙмәттенән күренеүенсә һабантуй «Ҡарға бутҡаһы»нан һуң яҙғы сәсеү эштәре менән малға бесән әҙерләу араһында үткәрелә. Ғәҙәттә бер-нисә ауыл бергә үткәрә. Һабантуй алдынан малайҙар һебә йыялар. Һебә йыйыу—ауылда өй беренсә йөрөп һабантуйға бүләк йыйыу. Һебә йыйыусыларға хужалар таҫтамал, яулыҡ, аҙыҡ-түлек биреп сығара. Борон һабантуйҙа егеттәр милли көрәштә көс һынашҡан, һырғауылға үрмәләү, тоҡ менән һуғышыу, атта сабышыу һ.б. халыҡ уйындары үткәрелгән. Сәсәндәр, ҡурайсылар, йыраусылар, бейеүселәр үҙ-ара ярышҡан. Йылдың уңышлы килеүен теләп доға уҡығандар. Еңеүселәргэ төрлө бүләктәр бирелгән.

Байрамда уйын-көлкө, аш-һыу араһында донъя хәлдәре, ил эштәре хакында фекер алышыу ойошторолған, алдынғы тәжрибә маҡтап телгә алынган.

Тарихсы Салауат Ғәлләмов һабантуй ҡурд-иран һүҙе, һаб орлоҡ тигәнде аңлата тип иҫәпләй.

Һәйбәт йолалар кеүек, һабантуй ҙа беҙҙең көнгә тиклем һаҡланып ҡалған. Совет осоронда был йоланы һаҡлап ҡалыу өсөн Совет һәм партия органдары күп көс һалды, дини үҙенсәлектәрен алып ташлап. Хәҙер һабантуйҙар тәүҙә ауылдарҙа, шунан район уҙәктәрендэ үткәрелә. Унда ауыл алдынғыларын буләкләү, яҙғы сәсеү эштәренә йомғаҡ яһала.

Матур йола булараҡ һабантуй Өфө, Мәскәү, Санкт- Петербург, Нижневартовск, Анкарала һ.б. ҡалаларҙа үткәрелә. Был һабантуйҙарҙа милли уйындар, сәнғәт коллективтары концерты, сауҙа ойошторола.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Лепехин И.И. Дневные записки путешествия академика Ивана Лепехина по разным провинциям Российского государства: в 1768, 1769 и 1770 году. СПб., 1795-1802;

Һабантуй тураһында[үҙгәртергә]