Һабан турғайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һабан турғайы
Һабан турғайы
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Ғаилә: Һабан турғайҙары
Ырыу: Һабан турғайҙары
Төр: Һабан турғайы
Латинса исеме
Alauda arvensis
Linnaeus, 1758
ITIS 178398
NCBI 88112
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 148915
Alauda arvensis

Һабан турғайы (рус. Полевой жаворонок,лат. Alauda arvensis) — турғайҙар төрөнә ҡараған ҡош. Түше ваҡ буй аҡ һыҙыҡтар менән сыбарланған, ҡойроғоноң ике яҡ ситендә аҡ һыҙыҡҡтар үтә. Бүрекле һабан турғайының бүрке бик бәләкәй була.

Яландарҙа, баҫыуҙарҙа йәшәй, тауышы бик тоноҡ була. Яҙғыһын һәм йәйгеһен бөжәктәр, көҙгә табан иген орлоҡтары һәм иген бөртөктәре менән туҡлана. Киң таралған күсмә ҡош. Ояны ғәҙәттә ерҙә соҡор урындарҙа яһай (7-8 см).

Ҡара таптар менән сыбарланған 4-5 һорғолт йәки ҡаҙыл-аҡ төҫтә йомортҡа һала.

Ҡайһы бер һөйләштәрҙә башҡорттар буҙ турғайы, ялпылдаҡ, сырлауыҡ, ашлыҡ турғайы, баҫыу турғайы, иген турғайы тип йөрөтәләр.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Владимир Остапенко. «Птицы в вашем доме». Москва, «Ариадия», 1996 г. (рус.)
  • «Определитель птиц и птичьих гнёзд средней полосы России» Боголюбов А. С., Жданова О. В., Кравченко М. В. Москва, «Экосистема», 2006 г. (рус.)
  • В. К. Рябицев. «Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири». Екатеринбург, Изд-во Уральского университета, 2000. (рус.)
  • Э. И. Гаврилов. «Фауна и распространение птиц Казахстана». Алматы, 1999. (рус.)