Һаралйын

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Һаралйын
Gallinago gallinago PA192659.jpg
Һаралйындар
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Gallinago gallinago (Linnaeus, 1758)

Төр
  • G. g. gallinago
  • G. g. faroeensis
Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 160031051
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   176700
NCBI   107377
EOL   1049586
Gallinago gallinago

Һаралйын, саралйын, саралдин, урман тәкәһе, күк тәкәһе, ҡыр кәзәһе, яландыр тәкәһе(урыҫ. Бекас, лат. Gallinago gallinago)— Ҡыҫҡа аяҡлы, оҙон суҡышлы, арҡаһы көрәнһыу буйлы, ҡорһағы аҡ төҫтәге көйөлдөләр ғаиләһенә ҡараған сыйырсыҡ ҙурлыҡ һаҙ ҡошо.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Оҙон суҡышлы, ҡыҫҡа аяҡлы сәпсәү. Яҡшы ғына йөҙә. Яҙғыһын уйын ваҡыттарында һауала, түңәрәктәр яһап, юғарыға күтәрелә, кәйелеп аҫҡа төшкәндә кәзә тауышы сығара, һырты ҡара һәм һары һыҙыҡлы ерәнһыу көрән. Ҡойроғо ерән, ҡорһағы аҡ. Муйыны, түше ҡара таплы. Зырҡыуыттан ҡорһағы аҡ булыуы менән айырыла.

Тауышы[үҙгәртергә]

Ерҙә өҙөк-өҙөк «тә-кә-тәке-тә-кә», ерҙән күтәрелгәндә, «ҡыһх», һауала уйнағанда, «мә-ъә-ъә-ъә-ъә» тигән тауыштар сығара.

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә]

Йылға һәм күл буйҙарында, һаҙлыҡтарҙа, батҡылдарҙа йәшәй. Селәүсен, төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә оялай. Көрән һәм һоро таплы 4 бөртөк һарғылт көрән йомортҡаһы була. Ите әсән аулайҙар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)