Һарыбаш тумыртҡа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Һарыбаш тумыртҡа
Ата ҡош (өҫтә) һәм инә ҡош
Ата ҡош (өҫтә) һәм инә ҡош
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Picoides tridactylus (Linnaeus, 1758)

Ареал
изображение
Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 141719
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   178251
NCBI   165751
EOL   1047048

Һарыбаш тумыртҡа (урыҫ. Трёхпалый дятел) — сыйырсыҡтан бәләкәйерәк, һырты көрән сыбарлы ҡара ҡош.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Ҡара ҡанаттарында һәм ҡойроғонда аҡ һыҙыҡтар бар. Кәүҙәһенең аҫҡы яғы көрәнһыу һоро һыҙыҡтар менән сыбарланған аҡ төҫтә. Ата ҡоштоң түбәһе һары, инәһенеке һорғолт аҡ. Башҡа тумыртҡаларҙан ҡыҙыл төҫө булмауы менән айырыла.

Тауышы[үҙгәртергә]

Тауышы көслө: «ҡыйййҡ-ҡыйййҡ» йәки тоноҡ шыҡрыҡлау.

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә]

Ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Ағас бөжәктәре йәм уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош, һирәк оcрай. Ағас ҡыуыштарында оялай. З—5 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.