|
Һары мәтрүшкә |
Һары мәтрүшкә.
Сәскә атыусы үҫемлектең дөйөм күренеше.
|
| Фәнни классификация |
|
|
| Латинса исеме |
| Hypericum perforatum L. (1753) |
|
|
Һары мәтрүшкә (урыҫ. Зверобо́й продыря́вленный, Зверобо́й обыкнове́нный, лат. Hypéricum perforátum) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 30-100 см. Июндән алып авгусҡа тиклем һары сәскә ата, июнь-сентябрҙә орлоғо өлгөрә.
Европала Атлантик океандан алып Себер, Монголия, Ҡытайға тиклем таралған. Төньяҡ Африкала осрай. Кусерелгән үҫемлек булараҡ Яңы зеландия, Япония, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала үҫә. Үҫемлек урман ситендә, туғайҙарҙа, урман яландарҙа үҫә. Башҡортостанда киң таралған, бигерәктә көньяҡ Уралда күпләп осрай.
- Ғүмәров В.З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. -160 б. ISBN 5-295-01499-1
- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 904. Hypericum perforatum L. — Зверобой продырявленный // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 559. — ISBN 9-87317-128-9.