Һары сәпсек
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
| Жёлтая трясогузка | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Motacilla flava Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||
|
Һары сәпсек , һары кәмерсек(урыҫ.желтая трясогузка)- оҙон ҡойроғоң бәүелтеп йөрөүсе төҙөк кәүҙәле матур ҡош.
Йөкмәткеһе |
Ҡылыҡһырлама [үҙгәртергә]
Турғайҙан бәләкәйерәк. Ағас ботаҡтарына ла ҡуна. Түбәһе, елкәһе һоро, арҡаһы йәш¬келт һоро. Ҡанаттары, ҡойроғо ҡара-көрән. Ҡанаттарын¬да киң генә ҡара һыҙыҡтар бар, ҡойроғоноң ике яҡ ситенән аҡ һыҙыҡтар үтә. Кәүҙәһенең аҫ яғы сағыу һары. Инә ҡоштарҙың төҫө тоноғораҡ. һарыбаш сәпсектән һоро түбәһе, ә тау сәпсегенән тамағында ҡара тап булмауы менән айырыла.
Тауышы [үҙгәртергә]
Тауышы яңғырауыҡлы: «тсүйли».
Йәшәү рәүеше [үҙгәртергә]
Еүеш болондарҙа, туғайҙарҙа, һаҙлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бө¬жәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә оялай. Ҡара һипкелле 5—6 бөртөк йәшкелт аҡ йо¬мортҡаһы була.