Эстәлеккә күсергә

Һағыҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һағыҙ

Ҡара һағыҙ — ҡайын туҙынан ҡайнатылған сәйнәгес. Һағыҙҙы йоторға ярамай. Башҡа төр һағыҙҙар ҙа бар, уларҙы сәйнәй торған нигеҙгә төрлө тәмләткес ҡушылмалар өҫтәп яһайҙар. Һағыҙҙы каучук, резина, төрлө ыҫмалаларҙан эшләргә мөмкин. Һағыҙҙы стоматологтар ауыҙ эсен таҙартыу һәм сәйнәү мускулатураһын көсәйтеү өсөн тәҡдим итәләр. Һағыҙ сәйнәгәндә ауыҙ һуты (шайыҡсаһы) бүленеп сыға, шуға күрә уны ашағандан һуң сәйнәргә кәрәк.

Ҡайын туҙынан һағыҙ әҙерләү тәртибе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡәҙимге ҙур бер йомғаҡ һағыҙ ҡайнатыу өсөн ике-өс тоҡ ҡайын туҙы кәрәк. Уны урманға барып йәки берәй төҙөлөш барған урында бысылған ҡайын ағасынан йыйып алырға мөмкин. Ҡайын туҙын ҡағыҙҙай йоҡа ғына итеп һыҙырып алырға. Уны көнө буйы ла һыҙырырға тура килә. Туҙҙарҙы ҡаймаҡ һөртөп, суйынға тыңҡыслап һалырға. Ҡаймаҡ иҫке түгел, ә яңы ғына айыртылған булһын.

Ут сыҡмаһын өсөн һағыҙҙы йылға буйында ҡайнаталар. Суйынды таба менән ябып, өстағанға ултыртып, усаҡҡа ҡуяһың. Ул ҡыҙғас, эсендә сажлап эреүсе туҙҙы уҡлау кеүегерәк йоморо таяҡ менән һаҡ ҡына болғатырға. Эрегән туҙ усаҡҡа сәсрәмәһен. Суйын ныҡ ҡыҙһа, йыш болғатып торорға тура киләсәк. Таяҡты бысратмау мөһим, сөнки ҡом-фәлән йәбешһә, һағыҙҙың сифаты юғала. Таяҡты таҙа сепрәккә һалып тороу фарыз.

Суйын эсендәге иҙмәне мөмкин тиклем йышыраҡ болғатып, туҙҙары һағыҙға эйләнеп эреп бөткәс, уға таҙа һалҡын һыу ҡойоп, күләгәгә ултыртырға. Һыуынғас, ҡулды ҡаймаҡлап, суйын эсендәге һағыҙҙы һыпырып йыйып йомғаҡлап, еүеш сепрәккә төрөп һалаһың. Һағыҙ әҙер. Усаҡты яҡшылап һүндергәс, эш тә тамам.

Бысылған ҡайын өйөмөнән таҙа ғына итеп ос яғынаныраҡ туҙын һыҙырып алалар, ҡайтыу менән тетәләр. Нәҙек кенә иң өҫкө ҡатлам да бармай, аҫҡы һары ҡаты ҡатламы ла алынмай. Туҙҙы туҡмас һымаҡ булғансы тетәһең. Унан суйынға тыңҡыслап тултырып өҫтөн таба менән ябаһың, туҙға ут тоҡанмаһын өсөн ауыҙы ныҡлы ябылырға тейеш. Мунса мейесендә йә урамда ҡайнатыуы йәтешлерәк. Тандыр ғына ҡуҙҙа ҡайнатыла. Көйөп китмәһен өсөн әҙләп һыу һалып торорға ла кәңәш ителә. Ярты сәғәттән уттан алып суйынды болғатырға кәрәк, бының өсөн алдан йыуып таҙа таяҡ әҙерләргә. Ут ҡыҙыулығына ҡарап туҙ иреп бөтә. Иреп бөткәс, эҫе сағында ярты йомғаҡтай май өҫтәп бер суйынға, тағы әҙгә генә утҡа ҡуйып алына.Ныҡ майлы булһа, сәйнәп булмай, тешкә йәбешә. Һыйыр майы алына. Уттан алғас, ҡатылығына ҡарап май өҫтәлә. Әҙер булғас,һыуыҡ һыуға һалып әүәләп алаһың, оҡшағанса рәүешкә килтереп ҡатыраһың.

Еүеш сепрәккә терөлгән хуш еҫле ҡайын туҙы һағыҙын өҙөп алып ҡына сәйнәргә. Бындай һағыҙ таҙа. Һаулыҡҡа зыяны юк. Ул урттағы насар еҫте бөтөрә, теште таҙарта, нығыта, аппетитты аса. Теләһә ниндәй химик ҡатнашмаларҙан әҙерләнгән ашҡаҙанға зыянлы сит ил һағыҙҙарын файҙаланғансы, әсәй-оләсәйҙәребеҙҙең бай ижади фантазияһы нигеҙендә ҡайын туҙынан һағыҙ ҡайнатып сәйнәү, мең тапҡыр яҡшы буласаҡ.

  • Флора Бикембәтова. Ырымбур өлкәһе. Киске Өфө.№16, 2007.