Һаҙ сәпсәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Һаҙ сәпсәүе
Tringa stagnatilis.jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Tringa stagnatilis (Bechstein, 1803)

Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 143999
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   176633
NCBI   322584
EOL   1049451

Һаҙ сәпсәүе, сыйырсыҡтан ҙурыраҡ (поручейник)(лат. Tringa stagnatilis)


Бер аҙ һаралйынға оҡшаған һаҙ ҡошо. һырты көрәнһыу һоро. Яурындарына ҡарай эреләнә барған ҡара таптар менән ҡапланған. Ҡойроғоноң өҫ яғы, төбө һәм кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ. Муйыны, тү¬ше, ҡабырғалары ваҡ ҡына көрәнһыу төртөктәр менән сыбарланған, ҡойроғонда ла арҡыры һыҙыҡтар бар. Ҡанатының оҙон ҡауырһындары ҡара-көрән. Суҡышы ҡара, аяҡтары йәшкелт, һаралйындан оҙон аяҡтары һәм са¬ғыуыраҡ төҫө менән айырыла.


Тауышы яңғырауыҡлы: «тлү-тлү-тлү».


Йылға һәм күлдәрҙең батҡыллы, түңгәкле ярҙарында, һаҙлыҡтарҙа йәшәй, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Түңгәктәрҙә оя¬лай. Ҡара-көрән таплы 3—4 бөртөк һарғылт ҡабыҡлы йомортҡаһы була.