Һаҡмар (йылға)
Википедия – ирекле энциклопедия
Һаҡмар, Көнъяҡ Уралдағы йылға.Яҙма сығанаҡтарҙа һакмар йылғаһы 1627 йылда теркәлгән. Башланған урыны Әбйәлил районында, Уралтау һыртының көнсығыш битләүендә. Башҡортостандың Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Ырымбур өлкәһе аша аға. Ырымбур өлкәһендә Уралға ҡушыла. Оҙонлоғо 760 км, шуның 348-е Башҡортостанға тура килә. Күренеүенсә, һаҡмар бик оҙон, бормалы юл үтә. Шуға , күрә лә уның юлында көлһыу, һоро-ҡара, һоро тупраҡлы урындар ҙа, болон-урманлы ерҙәр ҙә, сал ҡылғанлы далалар ҙа осрай. һаҡмар ярҙарында бөҙрә талдар, илаҡ ҡайындар, мәғрур ҡарағайҙар үҫә. Сылтырап аҡҡан шишмәләр, тиҫтәләгән йылғалар һаҡмарға ҡоя.
Бөтә башҡорт йылғалары араһында ул үҙенсәлекле тәбиғәте, «холҡо» менән айырылып тора. Йә оло ғәйрәт менән текә ҡаяларға бәрелеп, ап-ак күбеккә күмелә, йә дала киңлектәренә сығып, көҙгөләй ялтырап тын ята, йә ҡылымыҡтарға бүленеп, утрауҙар араһында бөтөнләй юғала.
Матур ғына түгел, иҫ киткес бай ҙа ул Һаҡмар. Бында һыу өҫтөн сымбырлатып йөрөгән сабаҡ та, шырт ҡанатлы алабуға ла, шылғаяҡ шамбы ла, ҡарағусҡыл борош та, һары тәңкәле табан да бар. Капыл ҡарпып, уктай елдергән суртан да, көмөш тәңкә ҡорбан да, һиҙгер һаҙан да, күкшел ағасаҡ та етерлек, ҡумырыҡ аҫтарында боҫоп яткан йәйен дә осрай. Үкенескә ҡаршы, таҙа һыу яратыусы бәрҙе менән бағыр һирәгәйә бара һакмарҙа.
Яҙҙарын Һаҡмар буйҙары ҡарап туймаҫлыҡ матур була. Уйһыуҙарында ҡыҙырым-ҡыҙырым үҫкән һомғол сауҡалар япраҡтарын йомшаҡ елдәргә тирбәтә. Ап-аҡ сәскә аткан муйылдар хуш еҫтәрен йомарт бөркә. Таллыҡтарҙа үҙәктәрҙе өҙөрлөк итеп кәкүк саҡырғаны ишетелеп ҡуя.
Әммә ниндәй генә миҙгелдә лә ул фәҡәт үҙ үҙәненән, үҙ юлы менән, һыу төптәрендә һуйырташтарын йымылдатып, бөтә тирә-йүнгә йән һәм йәм биреп, аға ла аға.
Төп ҡушылдыҡтары: Крепостной Йылайыр, Бараҡал, Йылайыр, Ҡаҫмар, Оло Эйек.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров — Өфө: "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.
- Мәңәҙиә Иҙелбаева. Башҡортостан календары, 2008 йыл.