Һаңғырау кесерткән һымаҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Һаңғырау кесерткән һымаҡтар
Мелисса
Мелисса .
«Köhler’s Medizinal-Pflanzen», 1887 китабынан ботаник иллюстрация
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Lamiaceae Lindl.

Синонимдар
Подсемейства и трибы
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   32251
NCBI   4136
EOL   4302
GRIN   619

Иренсәскә һымыҡтыр, һаңғырау кесерткән һымаҡтар (лат. Labiatae, йәки Lamiaceae) — ике өлөшлөләр синыфында үҫемлектәр ғаиләһе. 200-ҙән ашыу заты, яҡынса 3500 төрө билдәле, бөтә ер шарында таралған.

Үләндәр, ярым ҡыуаҡсыҡтар, ярым ҡыуаҡтар, һирәгерәк ҡыуаҡтар һәм ағастар. Башҡортостанда 21 заттан 57 төрө (бесәй тармаһы, биҙүлән, майсыбыҡ, күк һырға, еҫлекәй, арыҫлан ҡойроғо, иренсәскә, торҡа сәскә, шыртҡойроҡ һ.б) үҫә. Күп, бер, ике йыллыҡ үлән йәки ярым ҡыуаҡсыҡтар. Һабағы дүрт ҡырлы, тармаҡлы, төҙ, ҡайһы берҙә ятыусан йәки һырылыусан. Япрағы ябай, шыма, йышыраҡ шыма ситле, япраҡ ҡолаҡсындарһыҙ, һаплы, һабаҡ япраҡтары сатраш-парлы, тамыр яны япраҡтары розеткаға йыйылған.


Сәскәһе ғәҙәттә алһыу, алһыу-күк, күксин, күк, һары төҫтәрҙә, дөрөҫ булмаған формалы, ике енесле. Каса япраҡсалары ҡушылып үҫкән, ҡыңғырау рәүешендә, 5, һирәкләп 10 тешле дөрөҫ йәки ике иренле. Сәскәһе ике иренле: өҫкө ирене — 2, аҫҡыһы 3 таж япрағынан тора, уларҙың уртансыһы күп төрҙәрҙә ярылған. Сәскә күҙенең көпшәһе эстән яланғас, шыма йәки һеркә япрағы беркетелгән урындан аҫтараҡ төктәр ҡуласаһы (нектаростегий) бар. Күп төрҙәрҙең һеркә япрағы 4, шуларҙың 2-әүһе (башлыса алғылары) оҙонораҡ; ҡайһы берҙә һеркә япраҡтары 2 (арыҫлан тырнағы, йылан тамыры). Емешлеге 1, емшәне өҫкө. Һеркәлектәрҙең иртә өлгөрөүе хас. Сәскәлеге – ялған таҡыялар ярҙамында хасил булған, дихазийҙарҙан йәки монохазийҙарҙан (йыйырсалар) торған башаҡтар, баш сәскәлектәр һәм кәрзиндәр. Бөжәктәр һеркәләндерә. Емеше бер орлоҡло сәтләүек һымаҡ 4 өлөштән тора. Орлоҡтары ел, һыу һәм хайуандар аша таратыла.

Республикала иренсәскә һымыҡтыр төрҙәре көньяҡҡа табан арта. Күпселек Иренсәскә һымыҡтыр. далала, болонда, ҡыуаҡлыҡ араһында, һирәгерәк дымлы урында, ташландыҡ ерҙә үҫә. Ашарға яраҡлы үҫемлектәр (ғәҙәти ярым ҡыуаҡ, ябай мәтрүш, Маршалл ҡанүләне һ.б.), дарыу үҫемлектәре (лимон бөтнөгө, биш ҡалаҡсалы арыҫлан ҡойроғо, һырылыусан ҡанүлән һ.б.), баллы үҫемлектәр (ҡыр бөтнөгө, быуын япраҡлы йылан тамыры һ.б.), декоратив үҫемлектәр (күҙлуттың, ҡара сәскәнең, йылан тамырының бөтә төрҙәре һ.б.), ҡый үләндәре (күҙлеғата, бер йыллыҡ иренсәскә, һаңғырау кесерткән һ.б.), ағыулы үҫемлектәр (күҙлуттың төрҙәре, һабаҡҡосҡан һаңғырау кесерткән). Эфир майҙары булған күп иренсәскә һымыҡтыр (лаванда, бөтнөк, ҡанүлән, йылан тамыры һ.б.) парфюмерия һәм косметика сараларын етештереүҙә ҡулланыла. БР-ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектәрҙең 5 һирәк төрө (сәнскеле майсыбыҡ, туйраут, һыбашҡаҡ йылан тамыры, боҙлоҡ дәүеренә тиклемге реликт – бейек торҡа сәскә, эндемик – ҡандала ҡанүләне) индерелгән.