Һолоүлән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һолоүлән
Һолоүлән
Һолоүлән
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Festuca pratensis Huds.

Синонимдар

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  40822
NCBI  4608
EOL  1115749
GRIN  g:16709
IPNI  403321

Һолоүлән (лат. Festuca pratensis, рус.  Овсяница луговая ) — Бөртөклөләр (Poaceae) ғаиләһендәге күп йыллыҡ үләнсел үҫемлек.

К. А. М. Линдман, «Bilder ur Nordens Flora», 1917—1926 китабынан ботаник иллюстрация

Тарҡау ҡыуаҡлы, уртаса өлгөрөшлө, көҙҙән сәсеп үҫтерелә торған үҫемлек. Болондарҙа, аҡландарҙа һәм урман буйҙарында ҡырағай рәүештә үҫә. Ауыл хужалығында культуралы бесәнлектәр һәм көтөүлектәр булдыру өсөн файҙаланыла. Һолоүләндең 1 гектарынан 3,5-4,5 т бесән сабыла, иң күп уңышты беренсе 2-3 йылда бирә. Ҡышҡы һалҡынға сыҙам. Балсыҡлы һыу баҫар ерҙәрҙә яҡшы үҫә. Ташҡан һыуҙар аҫтында 3 аҙнаға тиклем сыҙай. Бейеклеге 1,2 метрға тиклем етә торған нескә һабаҡлы үҫемлек, башҡа төрҙәре менән сағыштырғанда һыуҙа эреүсән углеводтар микъдары артыҡ (10-12 % -ҡа тиклем), һәм был мал өсөн шәкәр-протеин нисбәтен яҡшырта. Азотлы ашламаларҙы ярата.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Справочник по кормопроизводству. М., 1993; Шайтанов О. Л. Подбор многолетних трав и травосмесей для организации зелёных и сырьевых конвейеров на орошаемых землях Среднего Поволжья: Дис. … М., 1995.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]