Һуғарыу
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Һуғарыу — тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү өсөн, дымлылыҡ етешмәгән баҫыуҙарға һыу һибеү. Һуғарыу мелиорацияның бер төрө булып тора. Һуғарыу үҫемлек тамырҙарын һыу менән тәьмин итә, ер өҫтөнөң дымлылығын арттыра һәм температураһын түбәнәйтә.
[үҙгәртергә] Һуғарыу ысулдары
- ыҙан буйлап һуғарыу каналындағы һыуҙы насос ярҙамында һибеү;
- махсус һалынған торбаларҙан һыу һибеү;
- аэрозоль һуғарыу — ер өҫтөнөң дымлылығын һәм температураһын көйләү өсөн ваҡ ҡына һыу тамсылары менән һуғарыу;
- тупраҡ аҫтынан һуғарыу — һыуҙы үҫемлектәрҙең тамыр ҡатламына биреп һуғарыу;
- лиманлы һуғарыу — яҙғы ағын һыу менән бер мәртәбә үткәреле торған һуғарыу;
- яһалма ямғыр яуҙырыу — үҙйөрөшлө һәм үҙйөрөшһөҙ системалар ярҙамында уратып һәм фонтан рәүешендә һыу һибеү.
[үҙгәртергә] Тирә-яҡ мөхиткә тиҫкәре эҙемтәләре
- иррагацион эрозия (ер өҫтөнөң йыуылыуы);
- тупраҡта агроиррагацион культура тупланыу;
- тапраҡ татырланыуы;
- грунт һәм тупраҡтың һаҙланыуы;
- ер өҫтө һәм ер аҫты һыуҙарының бысраныуы;
- йылғалар һайығайыуы;
- урындағы рельефтың баҫылыуы.
Һуғарыу өсөн ер аҫты минераль грунт һыуҙарын файҙаланыу тупраҡтың татырланыуына килтерә. Шулай уҡ минераль ашламалар ҡулланыу тупрактың татырланыуына килтерә.