Һыу бүҙәнәһе
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
| Һыу бүҙәнәһе | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Porzana parva (Scopoli, 1769) |
||||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106002900 |
Һыу бүҙәнәһе, һыу себеше (лат. Малыш погоныш, лат. Porzana parva)— сыйырсыҡтан бәләкәйерәк.
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
һирәк оса торған һаҡ ҡош, күберәк ерҙән, йүгереп йөрөй. Яҡшы йөҙә. Аяҡтары һәм суҡышы оҙон ғына. һырты ҡара һәм аҡ таптар менән сыбарланған ҡара-көрән. Муйыны һәм түше күкһел һоро. Ҡорһағы, ҡойроҡ аҫты көрәнһыу. Арҡыры һыҙыҡлы аҡ. Аяҡтары йәшел, суҡышының осо йәшкелт һары, төбө ҡыҙыл. Башҡа һыу тауыҡтарынан бәләкәй булыуы менән айырыла.
[үҙгәртергә] Тауышы
Тауышы киҫкен: «бот-бот-ботт» һәм «выйт-ҡорр».
[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше
Яр буйындағы шырлыҡтарҙа йәшәй. Ваҡ бөжәктәр һәм үлән орлоҡтары менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы һыуҙағы ҡамыштарҙа йәки түңгәктәрҙә.
Ҡыҙғылт һары таплы 6—9 бөртөк һарғылт төҫтәге йомортҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.