Һүҙбәйләнеш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Словосочетание.jpg

Һүҙбәйләнеш (урыҫ. Словосочета́ние) — ике йәки бер нисәһүҙҙең мәғәнәләре буйынса бәйләнеше. Улар һөйләмдән айырмалы булараҡ, бер бөтөн уйҙы аңлатмайҙар. Улар айырым һүҙҙәр кеүек, һөйләмде барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнаша.

Ҡайһы бер осраҡтарҙа айырым һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр ҙә, һөйләмгә хас интонацияны алып, һөйләм булып хеҙмәт итә. Мәҫәлән. Төн... Өй эсе ҡараңғы. Кескәй генә тәҙрәләр. Уның да яртыһы ҡарындыҡ менән ҡапланған. (З. Биишева.)

Һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары[үҙгәртергә]

Һүҙбәйләнештәр ике төрлө юл менән яһала.

  • 1. Теҙмә. Улар тиң булалар. Бер - береһенә буйһонмайҙар. Айыу менән бабай, йылыға һәм яҡтыға, яҙ менән йәй, йылы, матур, йомарт һәм шәфҡәтле.
  • 2. Эйәртеүле. Эйәртеүле бәйләнештә һүҙҙәр бер- береһенә тиң булмайҙар: береһе икенсеһенә буйһоноп, уны асыҡлап килә, шуға күрә береһен эйәреүсе, икенсеһен эйәртеүсе йәки төп һүҙ тип йөрөтәләр. Мин яһайым. Байрасҡа күсте. Ҡыҙыл байраҡ.Ҡаланың баҡсаһы.

Эйәртеүле бәйләнештең төрҙәре[үҙгәртергә]

  • Ярашыу.
  • Башҡарылыу.
  • Йәнәшәлек.
  • Һөйкәлеү.

Нығынған һүҙбәйләнештәр[үҙгәртергә]

Ҡайһы бер һүҙбәйләнештәр, телдә бик оҙаҡ ҡулланыла торғас, нығынып китәләр. Шуға күрә уларҙың мәғәнәһе тарая, бер һуҙҙең генә мәғәнәһен белдерә башлай. Мәҫәлән: берҙе биш итеү, йәғни арттырып һүҙенең мәғәнәһен белдерә.

Һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙ[үҙгәртергә]

Ҡайһы бер һүҙбәйләнештәр, бер предметты аңлатып, ҡушма һүҙгә әйләнгән. Мәҫәлән: өс тирәк һүҙбәйләнеше, бер колхозға исем итеп бирелгәс, һүҙбәйләнештән ҡушма һүҙгә әйләнгән.

[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Ә. М. Аҙнабаев, С.А. Таһирова Әсә теле дәреслеге, 7 класс Өфө- 2009 йыл.
  • М.Ғ. Усманова. Башҡорт теле грамматикаһы.Өфө -2007 йыл, 111 бит