Һәйтәк (Учалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Һәйтәк
Һәйтәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Учалы

Координаталар

54°20′17″ с. ш. 59°33′37″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 896 004

ОКТМО коды

80 653 496 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Һәйтәк (Рәсәй)
Һәйтәк
Һәйтәк
Һәйтәк (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Һәйтәк

Һәйтәк (рус. Сайтаково) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Учалы ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 351 кеше[1]. Почта индексы — 453732, ОКАТО коды — 80253896004.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район үҙәгенән төньяҡ-көнсығышҡа табан Ямйылға йылғаһы (Уй йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 17 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Учалы): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 10 км[2][3]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәйтәк ауылына XVIII быуатта Себер даруғаһы Ҡаратабын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ҡараһаҡал етәкселегендәге 1740 йылғы башҡорт ихтилалы ҡатнашыусыһы Ҡаратабын улусы старшинаһы Һәйтәк Ҡашаев тәүге төпләнеүсе булған. Уның улы 1751 йылғы Аҙнағол, ейәне Байтабай һәм бүләһе Байрамғол билдәле. 1795 йылда ауылдағы 28 йортта 166 кеше йәшәгән. 1859 йылда 34 йорт иҫәпләнгән, унда 185 кеше йәшәгән[4]. Совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында 55 хужалыҡта 289 кеше йәшәгәне асыҡланған.

Бында йәшәүселәр алыҫ йәйләү урындарына күсенеп йөрөмәгән, «ауылда йәшәгән, ә малдарын ауыл эргәһендә көтөүсе көткән». Уларҙың малдары ла сиктән тыш аҙ булған. 36 йортҡа (274 кешегә) 50 ат, 35 һыйыр, 96 һарыҡ һәм 8 кәзә тура килгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр[5].

Хәҙерге осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәйтәк ауылында Учалы урта мәктәбе филиалы башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто («Арғымаҡ» башҡорт халыҡ театры), мәсет бар[6].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 289
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 221
1959 йыл 15 ғинуар 353
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 329
2002 йыл 9 октябрь 338
2010 йыл 14 октябрьо 351 165 186 47,0 53,0
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, Һәйтәк ауылында башҡорттар (97 %) йәшәй[7].

1900 йылда 221 кеше йәшәгән.

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Афған тыҡрығы (рус. Афганский переулок)
  • Тау тыҡрығы (рус. Горный переулок)
  • Клуб тыҡрығы (рус. Клубный переулок)
  • М.Шаһиев урамы (рус. улица М.Шагеева)
  • Медпункт тыҡрығы (рус. переулок Медпункта)
  • Мәктәп тыҡрығы (рус. Школьный переулок)[8]

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шаһиев Мөждәбә Гәрәй улы (1907—21.05.1985) — Француз Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, макизар.
  • Уйылданов Рәүил Нуретдин улы (13.10.1941, Һәйтәк — 20.7.2000, Өфө) — биология фәндәре докторы (1995), профессор (1997). 1971 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, «Поляковский» совхозында ветеринар табип, 1972 йылдан В. И. Ленин исемендәге колхозда баш ветеринар табип булып эшләй.

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

  • Һәйтәк йылғаһы

Тарихи ҡомартҡылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хәсән суфый ҡәбере[9]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Һәйтәк (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Һәйтәк (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 20. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Һәйтәк (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  8. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
  9. Эй, Яйыҡ йорт, Яйыҡ йорт. Әлим Зарипов

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]