Әбйәлил районы

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Әбйәлил районы районы
урыҫ. Абзелиловский район
Coat of Arms of Abzelil rayon (Bashkortostan).png Flag of Abzelil rayon (Bashkortostan).png
Район гербы Район флагы
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 16 ауыл биләмәһе
Административ үҙәге Асҡар ауылы
Ойошторолған 1930 йыл
Халыҡ һаны 45 791 [1] кеше
Сәғәт бүлкәте MSK+2 (UTC+6)
Сайт http://http://www.abyalil.ru
Location of Abzelilovskiy rayon (Bashkortostan).svg

Әбйәлил районы — Башҡортостан Урал аръяғының урта өлөшөн биләй, Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 ойошторолған. Майҙаны 4289 км2. Район үҙәге — Асҡар ауылы. 2010 йылда районда 45,8 мең кеше йәшәгән (1970 — 40,5, 1979 — 38,3, 1989 — 39,5, 1995 — 40,5). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км2-ға 9 кешенән ашыу. Күпселек башҡорттар һәм урыҫтар. Районда 91 ауыл бар, шулар араһынан иң ҙурҙары Асҡар ауылы (1989 — 5,3 мең кеше), Ҡыҙыл Башҡортостан (2,0 мең), Сиҙәм ауылы (1,7 мең).

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Географияһы

Район еренең көнсығыш өлөшө — тигеҙлек-дала, көнбайыш — таулы- урманлы. Таулы-урманлы зонаһы 600 — 1000 м бейеклекктәге Уралтау, Ирәндек һәм төньяҡта яҡтата уларҙың дауамы булған Ҡырҡтытау (иң бейек урыны — Ҡараташ тауы, 1117 м) һырттарынан тора. Ирәндек һәм Ҡырҡтытау түбәләрендә, юғары битләүҙәрендә урыны-урыны менән ҡайынлыҡтар һәм ҡарағай, ҡарағаслыҡтар осрай. Битләүҙәр — ҡатҡан йоҡа ҡара тупраҡлы, ә тигеҙлектәр — һелтеһеҙ уңдырышлы ҡара тупраҡлы. Уралтау һыртында ҡайын ҡатыш ҡарағай һәм ҡайын ҡатыш ҡарағас урманы үҫә, ерҙең өҫкө ҡатламы һоро урман һәм көлһыу тупраҡ менән ҡапланған. Райондың көнсығыш өлөшөндә эреле-ваҡлы убалар теҙмәһенән торған, Яйыҡ йылғаһы үҙәне яғына иңкеүләнгән тигеҙлек ятауылы Был яҡтағы бейеклек 350—400 м тирәһе. Тирә-яғы төрлө үлән ҡатыш ҡылған үҫкән уңдырышлы һәм ғәҙәттәге ҡара тупраҡлы далалы.

Район территорияһына Азия ҡитғаһынан килгән континенталь һауа ағымы тәьҫир итә.


Ҡыш көнө баҫыу өҫтөндәге ҡарҙы осороп алып китә торған һепертмә бурандар йыш була, ә йәй көндәрендә көньяҡтан йыш ҡына эҫе ҡоро елдәр иҫә. Таулы-урманлы урындарҙа климат артыҡ ҡоро түгел. Йылға селтәре Яйыҡтың уң ҡушылдыҡтары булған Оло Ҡыҙыл, Кесе Ҡыҙыл, Йәнгел йылғаларынан тора. Райондың таулы-урманлы көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Яйыҡтың ҙур ҡушылдығы Һаҡмар йылғаһы башлана.

Тау буйы дала зонаһының ҡалҡыулыҡтар араһындағы түбән урынында күлдәр урынлашҡан (Мулдаҡ, Мауыҙҙы, Атауҙы, Ҡарабалыҡты, Суртанды, Сыбаркүл һ.б.). Ҡайһы берҙәренең төбөндә шифалы ләм ятҡылыҡтары бар. Район территорияһында Орсоҡ һәм Дарыулы йылғалары үҙәнендә һибелмә, ә Ярлыҡап ауылы эргәһендә рудалы алтын бар; төньяҡ өлөшөндә марганецрудаһы ятҡылыҡтары (Ниязғол, Йәлембәт, Күсем) табылған; ҡуйы ҡыҙыл, алһыу ҡыҙыл, ҡараһыу шәмәхә төҫөндәге һ.б. төр йәшмәнең өҫкә сығып ятҡан урындары билдәле. Урындағы ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн Ҡолоҡас туф , брекчияһы (ваҡ таш алыу), Тупаҡ балсыҡ ятҡылығы һәм Красная Башкирия ҡыҙыл балсыҡ ятҡылығы кирбес етештереү өсөн, шулай уҡ Йәнгел эзбизташ ятҡылығы эшкәртелә, Мауыҙҙы һәм шифалы ләме булған Мулдаҡ күлдәре тәбиғәт ҡомартҡлары иҫәпләнә.

[үҙгәртергә] Иҡтисад

Әбйәлил районы — ауыл хужалығы районы. Ауыл хужалығы биләмәләре 208,5 мең га (район майҙ-ның 48,6%, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 118,0, көтөүлектәр — 70,2, сабынлыҡтар — 20,2 мең га. Райондың дала зонаһында — яҙғы бойҙай (күберәк көслө һәм ҡаты сорттар), ҡарабойҙай үҫтереү; һөт-ит малсылығы, һарыҡсылыҡ, сусҡасылыҡ; тау-урман зонаһында һөт-ит мал-ғы, ит-йөн һарыҡсылығы, тибен йылҡысылығы, яҙғы бойҙай, ужым арышы һәм һоло үҫтереү төп тармаҡтар булып тора. Әбйәлил урман хужалығының 121,3 мең га майҙанында 17504 мең м3 үҙағас, шул иҫәптән 8215 мең м3 ылыҫлы ағас бар. Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә ҡараған бәләкәйерәк предприятиелар (Асҡарҙағы он тартыу комб-ты һәм май заводы), төҙ. материалдары произв-һы бар.

Район територияһы аша Магнитогорск—Белорет—Ҡарлыман, Магнитогорск—Сибай тимер юлдары, Аҡъяр—Сибай—Асҡар—Сермән, Булгаково— Белорет—Магнитогорск автомобиль юлдары үтә. “Красная Башкирия" совхозы территорияһында Магнитогорск аэропорты урынлашҡан.

[үҙгәртергә] Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 74 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 28 урта мәктәп; Таштимер ауыл хужалығы ПУ, 32 дөйөм китапхана, 77 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 7 участка дауаханаһы эшләй. Асҡар ауылында тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Күсем ауылыда Советтар Союзы Геройы Т.Т.Күсимов музейы асылған.

Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә “Искра" — “Осҡон" гәзите сыға.

Мауыҙҙы күле буйында ләм менән дауалай торған “Яҡтыкүл" шифаханаһы һәм “Ҡараташ" шифахана-профилакторийы урынлашҡан.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар


Башҡортостан райондары
Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл
  1. Численность населения Российской Федерации по городам, поселкам городского типа и районам на 1 января 2010 года
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә