Әзекәй (Белорет районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Әзекәй
башҡ. Әзекәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Белорт

Ауыл Советы

Әзекәй

Координаталар

53°55′52″ с. ш. 58°14′18″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

[[XVIII быуат, 30-50-се йылдар]]

Элекке исеме

Күнтәй

Халҡы

399[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453520

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 211 807 001

ОКТМО коды

80 611 407 101

ГКГН номеры

0523031

Әзекәй (Рәсәй)
Әзекәй
Әзекәй
Әзекәй (Белорет районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Әзекәй

Әзекәй (рус. Азикеево) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 399 кеше[2]. Почта индексы — 453520, ОКАТО коды — 80211807001.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Халыҡ иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[1]
359466399

Тарихынан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәүиз мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әзекәй ауыл хакимиәте биләмәһендә ҡатай һәм тамьян ырыуы башҡорттары йәшәй. Элгәре ауыл Ҡатай улусы ерҙәренә ингән.

Рәүиз мәғлүмәттәренән күренеүенсә, улустың Сермән йортонда Зәйет исемле өс ауыл күрһәтелгән (Зәйет — кеше исеме, әммә уның шәхесен билдәләй алмағандар).

Шул уҡ мәлдә уларҙың һәр береһе үҙенсә аталған: беренсеһе — Әзекәй, бында уға нигеҙ һалыусының улдары Сер-Дүбәй (Серҙебай) (1767—1841) һәм Таулыбай (1761 йыл) Әзекәевтәр йәшәгән; икенсеһе Аҙналы (Мышы) тип аталған, унда тәүге төпләнеүсенең улы Мырҙағол Аҙналин (1788 йыл) төпләнгән. Өсөнсөһө Баҙыш (Ҡаҙыш) булараҡ билдәле булған. Өс ауылға нигеҙ һалыусыларҙың улдарының йәше буйынса уларға нигеҙ һалыныу ваҡытын билдәләргә мөмкин — XVIII быуаттың 30-50-се йылдары.

XVIII быуат аҙағында ауылдағы 55 йортта 268 кеше йәшәгән. 1850 йылда 117 йортта 436 ир-ат һәм 400 ҡатын-ҡыҙ, шул иҫәптән 32 керҙәш ир-егет йәшәгән.

1920 йылда Әзекәйҙә 367 кеше йәшәгән 80 йорт була.

10 майҙан 1 октябргә тиклем зәйеттәр йыл һайын йәйләүгә сыға торған булған. Йәндек, Һүренйәк йылғалары һәм Һандыҡташ шишмәһе буйында йәйләгәндәр. 1843 йылда 717 кеше йәшәгән 125 йорттан 105 тирмә күсеп йөрөгән. Уларҙың 775 аты, 625 һыйыры, 300 һарығы һәм 122 кәзәһе булған.

Баҫыуҙарҙа йәмғеһе 200 бот ужым һәм 1080 бот яҙғы иген сәселгән, мәҫәлән, Ниғмәтулла Ураҙов тигән кеше йыл һайын 125 бот иген сәскән[4].

Күнтәй[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әзекәйҙең халыҡ телендәге икенсе исеме «Күнтәй». Һаман да әле әзекәйҙәрҙе «күнтәйҙәр» тип атау дауам итә, риүәйәте онотолмай.

Иҙел башында (Белорет) Тирлән заводын, һуңынан Белорет заводын төҙөр өсөн завод хужалары эшселәрҙе Үҙәк Рәсәй өйәҙҙәренән килтерә.

« (Завод хужалары)... нисек булһа ла урындағы аҫаба башҡорттар менән уртаҡ тел табырға тырышалар. Ләкин, үҙ ере өсөн баштарын һалырға ла әҙер ата-бабаларыбыҙ ныҡ торалар, ерҙәрен һатмайҙар. Бына ошонда инде И.Б. Твердышев менән И.С. Мясников хәйлә менән алдырыуға күсә.

Урындағы аҫаба башҡорттарҙан һөйләшеүҙе Байым тархан алып бара. Һөйләшеүҙәр барған мәлдә Ҡатай волосы старшинаһы Дауыт Йәналинды ҡулға алалар, уның урынына Ҡушыҡ ҡатайы Аккөсөк Таиров (Таһиров) тәғәйенләнә. Волость үҙәге Ҡатай ауылынан Сермәнгә күсерелә. Һөйләшеү уңышлы барып сыҡһын өсөн И.Б. Твердышев менән И.С. Мясников үҙҙәре килтергән мал араһынан иң эре бер нисә үгеҙҙе тотоп һуйҙырырға ҡуша. Итен шунда уҡ башҡорттарға таратып бирәләр. Тиреһен алып китәләр. "Беҙгә ошо тиреләр ҙурлыҡ ҡына ер кәрәк", тиҙәр. Тире күн ҙурлыҡ ҡына ер бирергә бер ҡатлы башҡорттар шатланып риза булалар, үҙҙәренең ныҡ алданғанлыҡтарын белмәйҙәр.

Завод хужалары ул тиреләрҙе-күнде нәҙек кенә еп итеп, телгеләйҙәр. Ептәрҙе тоташтырып, ерҙе үлсәр өсөн ҡабат башҡорттар араһына киләләр. Үлсәп ҡараһалар, күп ер майҙаны завод хужалары файҙаһына булып сыға. Шунда ғына аҫаба башҡорттар отолғанлыҡтарының, ғүмер буйы йәшәгән ерҙәренән ҡолаҡ ҡаҡҡанлыҡтарын аңлайҙар, ерҙәрен ташлап, сығып китергә мәжбүр булалар.

[5]

»
Башҡортостан. Әзекәй ауылында ҡышҡы һабантуй

Ауылда абруйлы ғаиләләр күп. Шулар араһынан — Хәлиловтар. Уларҙың уртансы улы Рәшит үҙ иҫәбенә ҡыҙыл кирбестән мәсет һалдыра. Ул 2015 йылдың 11 октябрендә асыла. Халыҡ бер төптән был йортҡа ауылдың абруйлы шәхесе Мәрғүбә Хәлилова хөрмәтенә мәсеткә уның исемен бирергә ҡарар итә[6].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорецк): 7 км

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хәкимйәнова Айгөл Мөжәүир ҡыҙы (10.07.1973) — фольклорсы, филология фәндәре кандидаты. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт фольклорының текстологияһын, музыкаль һәм йыр фольклорының жанр үҙенсәлеген һәм поэтикаһын, башҡорт фольклорының хәҙерге торошон өйрәнеүгә, ҡыр тикшеренеүҙәренә арналған. «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығына инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар яҙа. Экспедиция материалдары йыйынтыҡтарын төҙөүселәрҙең һәм авторҙарҙың береһе. 2016 йылда ҡырғыҙ халҡының «Манас» героик эпосын башҡорт теленә тәржемә итеү эшендә ҡатнаша. (2015)[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]