Әлшәй районы
| Әлшәй районы районы урыҫ. Альшеевский район |
|
|---|---|
| Район гербы | Район флагы |
| Ил | Рәсәй |
| Статус | Муниципаль район |
| Төбәк | Башҡортостан |
| Эске бүленеш | 25 ауыл биләмәһе 104 тораҡ пункт |
| Административ үҙәге | Раеевка(Әлшәй районы) |
| Ойошторолған | 1935 йылдың |
| Хакимиәт башлығы | Мостафин Дамир Радик улы |
| Майҙаны | 2415 |
| Сәғәт бүлкәте | MSK+2 (UTC+6) |
| Автомобиль коды | 02, 102 |
| ОКАТО коды | 80 202 000 000 |
| Сайт | http://www.alshei.ru/ |
Әлшәй районы — Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Дим йылғаһының урта ағымында урынлашҡан район. 1935 ғинуарында ойошторолған. Майҙаны — 2415 км2.
Биләмәһенә 3 ҡасаба (Раевка, Аксен, Шафран) һәм 104 ауыл инә. Халҡы 44,2 мең кеше (2010), шул иҫәптән Район үҙәге Раевкала 18,3 мең кеше, Шафранда — 3,1, Аксенда — 1,2 мең кеше йәшәй. Халыҡтың урта тығыҙлығы 1 км2-ға 20 кеше. Күпселеге башҡорттар, татарҙар, урыҫтар.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Географияһы
Райондың көньяҡ-көнбайыш өлөшө Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында ята, көньяҡ сите Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттарына барып тоташа, ҡалған өлөшө Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге буйлап һуҙылауылы Дим менән Сәрмәсән аҡҡан уйһыулыҡ Дим-Сәрмәсән дала коридоры тип аталауылы Карбонатлы һәм һелтеһеҙләнгән ҡара тупраҡлы ер күберәк. Ландшафы даланыҡына тартым. Урманлы ере 15%-тан артмай. Климаты йылы, ҡоро. Дөйөм майҙаныдың 82% ауыл хужалығы ерҙәре биләй, шуның 72,5% һөрөлгән. Ерҙәр һыу, һыу менән ел эрозияһы һәм саң бурандарынан боҙола.
Ҙур булмаған (Раевканы иҫәпләмәгәндә) Балҡан, Асҡар, Шафран, Каменка, Аксен, Черниговка нефть ятҡылыҡтары табылған. Төҙөлөш материалдары: эзбизташ (Әүрез, Шафран), ҡыҙыл балсыҡ (Гәйнәямаҡ, Ҡармыш, Иҙрис), ҡом (Иҫке Сәпәш), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Һарыш) ятҡылыҡтары бар. Дим йылғаһының туғайҙарында торф һаҙлыҡтары байтаҡ. Аксен лесничествоһында, Димдең туғайҙарында дарыу үҫәмлектәр һаҡлау буйынса заказниктар ойошторолған.
[үҙгәртергә] Иҡтисад
Әлшәй районы — сәнәғәт һәм ауыл хужалығы районы. Нефть ятҡылыҡтары “Аксаковнефть" НГДУ-һы тарафынан үҙләштерелә. Раевкала шәкәр, йәшелсә консервалау, ҡатнаш аҙыҡ, май заводтары, ит комб-ты, тирмән, ремонт-техн. предприятиелары эшләй. Төҙөлөш материалдары, асфальт-бетон етештереүсе район әһәмиәтендәге предприятиелар бар.
Бөртөклөләрҙән иген үҫтереү хужалығы үҫешкән, һыйыр малы, сусҡа, һарыҡ, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Традицион тармаҡтар: ҡымыҙ эшләү өсөн йылҡысылыҡ, умартасылыҡ.
[үҙгәртергә] Транспорт
Районды Силәбе —Өфө — Һамар т. юлы һәм Шишмә — Дәүләкән — Ҡырғыҙ- Миәкә, Раевка — Стәрлетамаҡ автомоб. юлдары киҫеп үтә.
[үҙгәртергә] Соцаль-мәҙәни өлкә
Районда 62 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 22 урта мәктәп, Аксен ауыл хужалығы техникумы, Раевка һәм Шафран ПУ-лары, 33 дөйөм китапхана, 43 клуб учреждениеһы, 6 дауахана бар, климат һәм ҡымыҙ менән дауалаусы А.П.Чехов исемендәге һәм “Шафран" шифаханалары эшләй.
Урыҫ, башҡорт, татар телдәрендә “Альшеевские вести" гәзите сыға.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
- Администрация Альшеевского района
- Каталог-справочник «Официальный и деловой Башкортостан», 1998/99
Адамовка|Айтуған (Әлшәй районы)|Айҙағол|Аксенов (Башҡортостан)|Алдар (Әлшәй районы)| Александровка| Андриановка|Аҡбирҙе (Әлшәй районы)|Байдаковка|Балкан (Башҡортостан)|Балғажы|Баязит (Әлшәй районы)|Беляковка|Биксағыл|Буҙанъяр|Бәләкәй Аҡҡолай|Бәләкәй Әбдрәшит|Бөгөлмә|Воздвиженка (Әлшәй районы)|Григорьевка (Әлшәй районы)|Гәйнә разъезы|Гәйнәямаҡ|Дим (Әлшәй районы)| Зелёный клин|Зәрәғәт|Ибрай (Әлшәй районы)|Игенсе (Әлшәй районы)|Ирек (Әлшәй районы)|Иршат|Иҙрис (Әлшәй районы)|Иҫке Аҡҡолай| Иҫке Васильевка|Иҫке Сәпәш|Казанка (Әлшәй районы)|Каменка (Әлшәй районы)|Ким (Башҡортостан)|Клиновка (Башҡортостан)|Колонка (Башҡортостан)|Красная Звезда (Башҡортостан)|Красный клин (Башҡортостан)|Линда (Башҡортостан)| Мечниково| Михайловка| Михайловка|Мырҙағол|Мәндән|Нефороща|Никифар|Николаевка (Әлшәй районы)|Ниғмәтулла|Орловка (Әлшәй районы)|Осоргин (Әлшәй районы)|Отрада (Башҡортостан)|Писаревка (Башҡортостан)|Раевка (Әлшәй районы)| Самодуровка|Себенле| Степановка|Сулпан (Әлшәй районы)|Сурай (Әлшәй районы)| Сураҡай| Тавричанка|Ташкисеү (Әлшәй районы)|Ташлы (Әлшәй районы)|Таштүбә|Торонтайыш|Туҡмаҡбаш|Түбәнге Әүрез|Тәүәтәй|Уваровка (Әлшәй районы)|Устьевка|Фән (Башҡортостан)|Хрустали|Хәнйәр|Хөсәйен (Әлшәй районы)|Чайкин (Башҡортостан)|Челноковка|Чехов исемендәге санаторий|Шафран|Шишмә (Әлшәй районы)|Ыҫлаҡ (Әлшәй районы)|Ярабайкүл|Ярташлы|Яңы Балғажы|Яңы Воздвиженка| Яңы Константиновка|Яңы Сәпәш|Яңы Ҡыпсаҡ (Башҡортостан)|Ҡайраҡлы|Ҡаран (Әлшәй районы)|Ҡармыш|Ҡунҡаҫ|Ҡыпсаҡ-Асҡар|Ҡырым (Башҡортостан)| Ҡыҙыл Юл|Үрге Әүрез|Үрнәк (Әлшәй районы)|Үрәҙмәт|Һарай (Башҡортостан)|Һартбаш|Һарыш (Әлшәй районы)| Әбделкәрим| Әбдрәшит|Әүрезтамаҡ
| Башҡортостан райондары |
| Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл |
| Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырыр кәрәк. |