Әләддин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әләддин
علاء الدين
Әләддин тылсымлы баҡсала, Макса Либерт иллюстрацияһы.
Әләддин тылсымлы баҡсала, Макса Либерт иллюстрацияһы.
Әҫәрҙәр:

«Мең дә бер кисә»

Заты:

ир

Йәше:

15 йәш[1]

Ғаиләһе:

мать

Эшмәкәрлеге:

бур


Әләддин (шулай уҡ Әлә әд-Дин[1], ғәр. علاء الدين‎, ʻAlāʼ ad-Dīn, ҡыт. 阿拉丁) — «Мең дә бер кисә» йыйынтығына ингән киң билдәле ғәрәп әкиәттәренең береһенең төп геройы. Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, был әкиәт тәү башта йыйынтыҡҡа инмәгән булған, ә һуңынан көнбайыш үҙенсәлектәренә эйәреү һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан[2].

Әкиәттең Европаға килеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антуан Галлан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антуан Галлан

«Мең дә бер кисә»нең беренсе тәржемәһен баҫтырыусы Галлан, Әләддин[3] хаҡындағы әкиәтте лә унда индерә, әммә был әкиәт бер ғәрәп ҡулъяҙмаһында ла, баҫмаһында ла юҡ, шул айҡанлы Галлан оҙаҡ ваҡыт ялғанлыҡта ғәйепләнә [4]. Тәржемәсенең көндәлегендә яҙылғанса, Галлан был әкиәтте инглиз сәйәхәтсеһе Пол Лукас тарафынан Парижға Халебтан килтерелгән сүриә һөйләүсеһе Ханнанан ишеткән. Галлан көндәлегендә «Әләддин»де 1709-1710 йылдарҙың ҡышында тәржемә итеүе тураһында белдерә. Был әкиәтте ул «Мең дә бер кисә» баҫмаһының IX һәм X томдарына индерә.

Табыу һәм тәржемә итеү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маронит паломнигы. XIX быуат аҙағы

Галлан "Мең дә бер кисә"не 1704 йылда[5] тәржемә итә башлай. Галландың көндәлектәрендәге яҙмаларға ышанғанда, әкиәт тураһында ул былай белеп ҡала: 1709 йылдың 25 мартында ул Парижға Алеппонан танылған Көнсығыш илдәре буйлап сәйәхәт итеүсе Пол Лукас тарафынан килтерелгән Юхенна Диаб[6] исемле маронит ғалимы менән осраша.

Галландың тормошон һәм ижадын өйрәнеүсе Джон Пейн фекеренсә, ул ваҡытҡа тиклем тәржемәнең беренсе алты томы баҫылған (1704—1705 йылдар), 7 һәм 8 томдар шулай уҡ баҫылған йәки баҫырға әҙерләнгән була. Тиҙҙән Ханна был ҡыҙыҡһыныусан французды оҡшата башлай һәм артабан уға киләһе томдарҙы төҙөргә ярҙам итергә тәҡдим итә, үҙе бик яҡшы һөйләүсе булараҡ[6], уны бай материал менән тәьмин итергә һүҙ бирә.

«Ул миңә бер нисә матур ғәрәп әкиәте һөйләне, — тип яҙа Галлан — һуңғараҡ уларҙы минең өсөн яҙып ҡуйырға ла ризалашты». Артабан көндәлектә лакуна барлыҡҡа килгән һәм киләһе яҙыу 5 май теркәлгән: «Маронит Ханна миңә Лампа тураһындағы әкиәтте һөйләп бөттө».

Ханна Парижда шул йылдың көҙөнә тиклем ҡала, был ваҡытта Галлан тағы ла бер нисә әкиәт яҙып ала, һуңғараҡ уларҙы хеҙмәтенең 9-12 томдарына индерә [8]. Улар «Баба-Абдалла» һәм «Сиди Ну’yман» (13 май 1709 й.), «Тылсымлы ат» (22 май 1709 й.) «Принц Әхмәт һәм Пәри Баныу» (25 май, 1709 й.), «Кесе һеңлеләренә көнләшкән ике апай» (27 май, 1709 й.), «Али Баба һәм 40 юлбаҫар» (29 май, 1709 й.), «Хужа Хәссән Әлхаббал» һәм ниһайәт, 31 май 1709 й. «Али Хужа».

Маронит Ханна 1709 йылдың октябрендә ҡайтып киткән булырға тейеш, сөнки Галлан көндәлегенә былай тип яҙа: «25 октябрь. Бөгөн Марселдән Ханнанан хат килде. Ғәрәп телендә 17-һендә яҙылған, иҫән-һау барып етеүе тураһында яҙған».

10 ноябрҙә көндәлеккә Әләддин тураһындағы әкиәткә арналған тағы ла бер яҙыу яҙыла:

Кисә Лампа тураһындағы ғәрәп әкиәтен уҡый башланым, уны йылдан ашыу элек минең өсөн ғәрәп телендә Дамасктан килгән маронит яҙҙы — уны мсье Лукас алып килгәйне. Француз теленә тәржемә итергә кәрәк булыр. Иртәнгә уҡып бөттөм. Бына уның тулы исеме: «Әләддин, тегенсе улы һәм африка сихырсыһы менән лампа арҡаһында уның өлөшөнә төшкән мажаралар тураһында әкиәт.»

Галлан шунда уҡ тәржемә эшенә тотона һәм ике аҙнала уны тамамлай. "1001 кисә"нең Ханна һөйләгән хикәйәләре ингән XI томы, көндәлек яҙыуҙарына ҡарағанда, 1711 йылдың 11 ғинуарында тулыһынса француз теленә тәржемә ителә.

Төп нөсхә булыуына шикләнеүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галландың үҙенең быға бер ҡағылышы булмаһа ла, «Мең дә бер кисә»нең 8 томын баҫтырыу алдынан бер күңелһеҙ ваҡиға була. Йыйынтыҡтағы бушлыҡты тултырыу өсөн баҫтырыусы үҙ белдеге менән «Зейн Әл-Әснам», «Кодадад һәм уның ағалары», «Принцесса Дарьябар» әкиәттәрен баҫмаға индерә, был әкиәттәрҙең ғәрәп фольклоры менән бәйле булмауы хаҡында баҫманың баш һүҙендә махсус рәүештә әйтеп үтә. Был әкиәттәр фарсы сығышлы [7], Францияға улар башҡа бер фольклорсы — Пети де ла Круа яҙмалары аша билдәле, һәм «1001 кисә»гә ысынлап та оҡшаш башҡа бер йыйынтыҡтың эсендә булалар, ләкин уның исеме hezar-o-yek ruz — «Мең дә бер көн». Башҡа йыйынтыҡтан был әкиәттәрҙе үҙләштереү хаҡында де ла Круа ла, Галлан да белмәгән була. Бындай үҙбелдеклелеккә асыуланған Галлан киләһе томды баҫтырыуҙы туҡтатырға һәм башҡа баҫтырыусы эҙләргә мәжбүр була һәм «артыҡ» әкиәттәрҙең икенсе баҫманан алынасағы тураһында айырып әйтә. Ләкин был ниәтен башҡара алмай, ул вафат була.

Ошо фактҡа таяныпмы, әллә Галландың үлеменән һуң уның архивында ла, бүтән ерҙә лә «Әләддин»дең ғәрәп телендәге нөсхәһе табылмағанғамы, әкиәттең дөрөҫ булыуына ҡайһы бер тикшеренселәр шик белдерәләр. Улай ғына түгел — был әкиәт ул ваҡытта билдәле булған «1001 кисә» ҡулъяҙмаларында ла булмай. Шуға күрә, был һәм бер нисә башҡа әкиәтте Галлан үҙенең Көнсығыш ғәрәптәренең тормошон белеүе менән файҙаланып, үҙе уйлап сығарған һәм йыйынтыҡтың күләмен арттырыу өсн ҡушып ебәргән тигән тауыштар ишетелә башлай. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, скептиктар Галландың әҙәби ялған ҡуллана алыуы хаҡында бер үк фекерҙә булһалар ҙа, нисә әкиәт уның ҡәләме менән яҙылыуы тураһында ҡараштары тап килмәй [8]. 2—3-тән башлап («Зейн Әл-Әснәм», «Йоҡлаусының уяныуы» һәм «Әләддин»), 282-нән башҡа бөтәһен дә Галлан үҙе уйлап сығарған тигәнгә тиклем [11]. Был фекер алышыуҙа профессор Генри Палмер бик һаҡ фекер йөрөтә, уның билдәләүенсә, «1001 кисә»нең бер нисә әкиәте фарсы тамырлы һәм киң билдәле Һарун-әр-Рәшит тураһындағы цикл менән бәйле булыуы мөмкин [9], сформировавшим таким образом на века европейское видение Востока. Наиболее осторожно выразился в этой дискуссии профессор Генри Палмер, отметивший, что некоторые сказки «1001 ночи», возможно, имеют персидские корни и связаны с известным циклом о Гаруне-ар-Рашиде[10]..

Йөкмәткеһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Тысяча и одна ночь. Рассказ про Ала Ад-Дина и волшебный светильник. Библиотека Максима Мошкова. Дата обращения: 18 ноябрь 2009. Архивировано 11 апрель 2012 года.
  2. Восстановлен оригинал «Тысячи и одной ночи»: в нем больше нет Аладдина и Синдбада. NEWSru.com (6 октябрь 2004). Дата обращения: 18 ноябрь 2009. Архивировано 11 апрель 2012 года.
  3. John Payne, Alaeddin and the Enchanted Lamp and Other Stories, (London 1901) gives details of Galland’s encounter with 'Hanna' in 1709 and of the discovery in the Bibliothèque Nationale, Paris of two Arabic manuscripts containing Aladdin and two more of the 'interpolated' tales. Text of «Alaeddin and the enchanted lamp»
  4. Тысяча и одна ночь. Онлайн Энциклопедия «Кругосвет». Дата обращения: 18 ноябрь 2009. Архивировано 11 апрель 2012 года.
  5. Fourni par Google Documents
  6. Alaeddin and the Enchanted Lamp, by John Payne
  7. Галлан в своем дневнике ошибочно называет их «турецкими», видимо, потому, что следующей работой де ла Круа был именно турецкий сборник.
  8. Current opinion — Google Livres
  9. Восстановлен оригинал «Тысячи и одной ночи»: в нем больше нет Аладдина и Синдбада. NEWSru (6 октябрь 2004). Дата обращения: 25 февраль 2013. Архивировано 27 февраль 2013 года.
  10. The Caliph Haroun Alraschid and … — Edward Henry Palmer — Google Livres

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]