Әл-Бәҡара сүрәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Әл-Бәҡара сүрәһе
البقرة
Бисмиллаһ.jpg
Sura2.pdf
Әл-Бәҡара сүрәһе
Синыфы

Мәҙинә

Мәғәнәһе

Һыйыр

Статистика
Сүрә номеры

2

Аяттар һаны

286

Жуз

1–3

Руҡуғ

40

Сәждәгә китеү

0

Муҡатта хәрефтәре

Әлиф Ләм Мим

Алдағы сүрә

Әл-Фатиха сүрәһе

Киләһе сүрә

Әлү Ғимран сүрәһе

Әл-Бәҡара сүрәһе (ғәр. البقرة‎, Һыйыр) — Ҡөрьән Кәримдең 2-се сүрәһе. Мәҙинәлә иңгән сүрә, 286 аяттан тора.

Ғәрәпсәһе[үҙгәртергә]

Транскрипцияһы[үҙгәртергә]

Мәғәнәһе[үҙгәртергә]

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

  1. Әлиф ләм мим.
  2. Ошо китап, һис шикһеҙ, тәҡүәле кешеләргә ҡулланма,
  3. ғәйеп нәмәләргә иман килтереүселәргә һәм намаҙ тороусыларға, һәм Беҙ ризыҡландырған нәмәләрҙән сарыф итеүселәргә,
  4. һәм һиңә иңдерелгәнгә һәм һиңә ҡәҙәр иңдерелгәнгә иман килтереүселәргә, һәм ахирәт көнөнә инаныусыларға.
  5. Улар Раббыларынан булған тура юлда һәм улар уңышҡа ирешкән.
  6. Ысынлап та, кафыр булғандарҙы һин өгөтләһәң дә, өгөтләмәһәң дә уларға барыбер, улар иман килтермәй.
  7. Аллаһ уларҙың күңелдәрен һәм ҡолаҡтарын һаңғырау итте, һәм уларҙың күҙҙәрендә — ҡорма, һәм уларға — оло ғазап.
  8. Кешеләр араһында ҡайһы берәүҙәр: «Беҙ Аллаһҡа һәм ахирәт көнөнә иман килтерҙек»,— ти. Әммә улар иман килтереүселәр түгел.
  9. Улар Аллаһты һәм иман килтергән кешеләрҙе алдарға теләй, әммә улар үҙ-үҙҙәрен генә алдағандарын белмәй.
  10. Уларҙың куңелдәрендә — сир, уларҙың сирҙәрен Аллаһ арттырһын ине! Алдағандары өсөн уларға — интектергес ғазап!
  11. Уларға: «Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратмағыҙ!»— тип әйтелһә, улар: «Беҙ бит тик яҡшылыҡ ҡылыусылар»,— ти.
  12. Шулай түгелме ни? Улар — боҙоҡлок таратыусылар, әммә улар быны белмәй.
  13. Уларға: «Иман килтергән кешеләр кеүек иман килтерегеҙ»,— тиһәләр, улар: «Ахмаҡ кешеләр иман килтергән кеүек иман килтерәйекме ни?» — тиҙәр. Шулай түгелме ни? Ысынлап та, улар үҙҙәре ахмаҡ, әммә улар шуны белмәй.
  14. Һәм улар иман килтергән кешеләргә осраған саҡта: «Беҙ иман килтерҙек»,— тиҙәр. Ә үҙҙәре шайтандары менән ҡалһалар: «Беҙ бит һеҙҙең менән, беҙ уларҙан мыҫҡыллап көләбеҙ генә бит»,— тиҙәр.
  15. Аллаһ уларҙың үҙҙәренән көлөр һәм уларҙың һуҡыр хәлдә ҡаңғырып йөрөгән аҙашыуҙарын арттырыр!
  16. Былар — тура юл бәрәбәренә аҙашыу һатып алыусылар. Уларҙың сауҙаһынан файҙа булманы, һәм улар тура юлда булманы!
  17. Улар ут яҡҡан кешегә оҡшай. Ул ут тирә-йүнде яҡтыртҡандан һуң, Аллаһ, уларҙың яҡтылығын алып китеп, ҡараңғылыҡта ҡалдырған, һәм улар бер нәмә лә күрмәй,
  18. һаңғырауҙар, телһеҙҙәр, һуҡырҙар — улар кире ҡайтарылмай [Аллаһҡа ].
  19. Йәки Күктәге ямғыр болото кеүек. Унда — ҡараңғылыҡ, күк күкрәү һәм йәшен. Улар, үлемдән ҡурҡып, күк күкрәүенән бармаҡтарын ҡолаҡтарына тығалар, ә Аллаһ кафырҙарҙы солғап алған.
  20. Йәшен уларҙың күреү һәләтен алырға тора, әгәр яҡтылыҡ төшһә, улар йөрөй, ҡараңғылыҡ килһә, туҡтап ҡалалар. Аллаһ теләһә, уларҙы ишетеүҙән дә, күреүҙән дә мәхрүм итер ине. Ысынлап та, Аллаһ һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!
  21. Әй, кешеләр! Һеҙҙе барлыҡҡа килтергән, һеҙҙән элек булғандарҙы барлыҡҡа килтергән Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ — моғайын, һеҙ тәҡүәлеләрҙән булырһығыҙ! —
  22. һеҙҙең өсөн Ерҙе түшәк итеүсегә, Күкте көмбәҙ ҡылыусыға һәм Күктән һыу төшөрөүсегә, һеҙгә ризыҡ булһын өсөн шул һыу менән емештәр үҫтереүсегә. Белә тороп та Аллаһҡа тиңдәш тотмағыҙ!
  23. Әгәр һеҙ ҡолобоҙға Беҙҙән иңдерелгән нәмә тураһында шик тотһағыҙ, ошоноң һымаҡ берәй сүрә килтерегеҙ, һәм әгәр һеҙ тоғроларҙан булһағыҙ, Аллаһтың башҡа ла шаһиттарығыҙҙы саҡырығыҙ.
  24. Әгәр һеҙ шуны эшләй алмаһағыҙ,— ә һеҙ уны бер ваҡытта ла эшләй алмаясаҡһығыҙ!—ул саҡта кафырҙар өсөн әҙерләнгән, яғыулығы кешеләр менән таштар булған уттан ҡурҡығыҙ!
  25. Иман килтергән һәм изге эштәр эшләгән кешеләрҙе: уларға — аҫтында йылғалар ағып торған баҡсалар, тип һөйөнсөлә. Һәр уаҡыт уларға унан емештәр ризыҡ итеп бирелгәндә, улар: «Был беҙгә элек бирелгән нәмә»,— тиҙәр. Әммә ул саҡта шуға оҡшағаны ғына бирелгәйне. Уларға унда — саф ҡатындар һәм улар унда мәңгегә ҡалыр.
  26. Ысынлап та, Аллаһ серәкәйҙе һәм унан да ҙурыраҡты миҫал итеүҙән оялмай. Ә иман килтергән кешеләр бының Раббыларынан килгән хәҡиҡәт икәнен белә. Ә инде кафырҙар: «Быны миҫал итеп, Аллаһ нимә теләй һуң?» — тиҙәр. Ул бының менән күптәрҙе аҙаштыра, һәм күптәрҙе тура юлдан алып бара. Бының менән Ул тик боҙоҡтарҙы ғына аҙаштыра,
  27. Аллаһ менән үәғәҙәләшеүҙе нығыткандан һуң уны боҙоусыларҙы һәм Аллаһ тоташтырырға ҡушҡан нәмәләрҙе айырыусыларҙы, Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ ҡылыусыларҙы. Былар — зыян күреүселәр.
  28. Нисек һеҙ Аллаһҡа ышанмайһығыҙ? Һеҙ үлек инегеҙ, Ул һеҙҙе терелтте, һуңынан Ул һеҙҙе тағы ла үлтерер, тағы терелтер, шунан һуң һеҙ Уға ҡайтарылырһығыҙ.
  29. Ул — Ер йөҙөндәге бөтә нәмәне һеҙҙең өсөн барлыҡҡа килтерҙе, шунан Куккә йүнәлде, уны ете ҡат итеп төҙөнө, һәм Ул — һәр нәмәне белеүсе!
  30. Һәм бына Раббың фәрештәләргә: «Мин Ер йөҙөндә Үҙемдең урынбаҫарымды булдырасаҡмын»,— тине. Улар: «Һин әллә унда боҙоҡлоҡ ҡылыусыны һәм ҡан түгеүсене булдырмаҡсы булаһыңмы? Ә беҙ Һине маҡтайбыҙ, Һине изге тибеҙ»,— тинеләр. Ул: «Ысынлап та, Мин һеҙ белмәгән нәмәләрҙе беләм!» — тине.
  31. Һәм Ул Әҙәмгә барлыҡ исемдәрҙе өйрәтте һәм уларҙы фәрештәләр алдына ҡуйып: «Әгәр хаҡ һүҙле булһағыҙ, бына быларҙың исемдәрен Миңә әйтеп бирегеҙ әле!» —тип мөрәжәғәт итте.
  32. Улар: «Дан Һиңә! Беҙ бит ни бары Һин өйрәткәнде генә беләбеҙ. Ысынлап та, Һин беләһең, Һин хикмәтле!» — тинеләр.
  33. Ул: «Эй, әҙәм! Шуларҙың исемдәрен уларға әйтеп бир!»—тине. Уларҙың исемдәрен әйтеп биргәс, Ул: «Мин һеҙгә Ерҙәге һәм күктәрҙәге ғәйеп нәмәләрҙе лә беләм, һеҙҙең асыҡ ҡылған һәм йәшергәндәрегеҙҙе лә беләм тип әйтмәнемме ни?» — тине.
  34. Һәм бына Беҙ фәрештәләргә: «Әҙәмгә сәждә ҡылығыҙ!» — тип әйттек. Иблестән башҡаһы сәждә ҡылды. Ул ҡарышты, тәкәбберләнде һәм кафырҙарҙан булды.
  35. Һәм Беҙ: «Эй, Әҙәм, һин дә, халҡың да йәннәттә тороғоҙ. Теләгән ерҙә рәхәтләнеп ашағыҙ. Ләкин, залимдарҙан булмау өсөн, бына был ағасҡа яҡын килмәгеҙ!» — тинек.
  36. Ә шайтан уларҙы уға [ағасҡа] һөрөндөрҙө һәм уларҙы торған ерҙәренән сығарҙы. Һәм Беҙ: «Бер-берегеҙгә дошман булып, һөрөлөп китегеҙ! Һеҙгә урын һәм уаҡытына тиклем файҙаланыу [әйберҙәре] — Ер йөҙөндә»,— тинек.
  37. Һәм Әҙәм Раббыһынан һүҙҙәр, ә Ул уның тәүбәһен ҡабул итте. Ысынлап та, Ул рәхимле, тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе!
  38. Беҙ: «Барығыҙ, унан бергә һөрөлөп китегеҙ! Әгәр һеҙгә Минән ҡулланма килһә, кем Минең - ҡулланмама эйәрә, шуға ҡурҡыныс та юҡ, ҡайғы-хәсрәт тә булмаҫ»,— тинек.
  39. Ә инде иман килтермәйенсә Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанаусылар — тамуҡ киҫәүҙәре, улар мәңге шунда ҡалыр.
  40. Эй һеҙ, Исраил улдары! Минең һеҙгә күрһәткән ниғмәттәремде иҫкә алығыҙ, Миңә биргән үәғәҙәләрегеҙҙе теүәл үтәгеҙ. Мин дә Үҙ үәғәҙәмде үтәрмен. Минән ҡурҡығыҙ!
  41. Һәм һеҙҙең менән булғандың дөрөҫлөгөн иҫбат итеү өсөн Мин төшөргән нәмәгә иман килтерегеҙ. Уға ышанмаусы кафырҙарҙың тәүгеһе булмағыҙ. Минең аяттарым бәрәбәренә аҙ хаҡ алығыҙ һәм Минән ҡурҡығыҙ!
  42. Хәҡиҡәтте йәшереү өсөн уны ялған менән ҡапламағыҙ, үҙегеҙ белә тороп та.
  43. Намаҙ тороғоҙ, зәкәт түләгеҙ, рәҡәғәт ҡылыусылар менән рәҡәғәт ҡылығыҙ.
  44. Китап уҡыған мәлдә һеҙ, үҙ-үҙегеҙҙе онотоп, кешеләргә изгелек эшләргә ҡушырһығыҙмы ни? Аҡылға ултырмаҫһығыҙмы ни?
  45. Сабырлыҡты һәм намаҙҙы ярҙамға саҡырығыҙ, ул тыйнаҡ кешеләргә генә ауыр түгел,
  46. Раббыларын осратабыҙ һәм Уға ҡайтабыҙ тип уйлаусыларға.
  47. Эй һеҙ, Исраил улдары! Минең һеҙгә биргән ниғмәтемде һәм Минең һеҙҙе бөтә ғәләмдәрҙән артыҡ ҡылыуымды иҫегеҙгә төшөрөгөҙ!
  48. Шул көндән ҡурҡығыҙ: ул көндө бер йән икенсе йән өсөн һис бер нәмә түләй алмаҫ, унан яҡлашыу ҙа ҡабул ителмәҫ, унан ғәҙеллек тә алынмаҫ, һәм уларға ярҙам да ителмәҫ!
  49. Һәм бына Беҙ һеҙҙе Фирғәүен кешеләренән ҡотҡарҙыҡ. Улар, һеҙҙең ир балаларығыҙҙы үлтереп, ҡатын-ҡыҙҙарығыҙҙы иҫән ҡалдырып, һеҙгә яуыз ғазап һалғайнылар. Һәм бында Раббығыҙҙан һеҙгә бөйөк һынау бар!
  50. Һәм бына Беҙ һеҙҙең алдығыҙҙа диңгеҙҙе икегә ярҙыҡ, һеҙҙе ҡотҡарҙыҡ, ә Фирғәүен ырыуын һыуға батырҙыҡ, һеҙ үҙегеҙ күреп торҙоғоҙ.
  51. Һәм бына Беҙ Мусаға ҡырҡ көндө үәғәҙә иттек, шунан һуң үҙегеҙгә [илаһ итеп] быҙау алдығыҙ, һәм һеҙ залимдарҙан булдығыҙ.
  52. Шунан һуң Беҙ һеҙҙе ярлыҡаныҡ,— моғайын, шөкөр итерһегеҙ!
  53. Һәм бына Беҙ Мусаға китап һәм айырымлыҡ [яман менән яҡшы араһында] бирҙек — моғайын, һеҙ тура юлдан китерһегеҙ!
  54. Һәм бына Муса үҙ халҡына: «Эй, халҡым, һеҙ бит, быҙауҙы табыныу өсөн алып, үҙ-үҙегеҙгә золом ҡылдығыҙ, һеҙҙе Бар ҡылыусыға тәүбә итегеҙ һәм үҙегеҙҙе үлтерегеҙ: был һеҙҙең өсөн Яратыусығыҙ ҡаршыһында хәйерлерәк. Ул һеҙҙе ғәфү итте, Ул ярлыҡаусы, рәхимле!» — тине.
  55. Һәм бына һеҙ: «Эй, Муса, беҙ Аллаһты асыҡ итеп күрмәй тороп һиңә ышанмайбыҙ»,— тинегеҙ. Һеҙҙе йәшен һуҡты, уны үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ бит.
  56. Унан, һеҙ үлгәс, Беҙ һеҙҙе яңынан терелттек — моғайын, шөкөр итерһегеҙ.
  57. Беҙ һеҙҙе болот менән күләгәләнек, һәм һеҙҙең өсөн манна һәм бытбылдыҡ ҡошо төшөрҙөк. Беҙ биргән ризыҡтарҙың яҡшылары менән туҡланығыҙ! Улар Беҙгә золом ҡылманы, әммә үҙ-үҙҙәренә залим булдылар.
  58. Беҙ уларға: «Был ауылға инегеҙ, рәхәтләнеп, теләгән ерҙә туҡланығыҙ. Ҡапҡанан ингән саҡта, сәждә ҡылып: «Ярлыҡау!» — тип әйтегеҙ. Беҙ һеҙҙең гонаһтарҙы ярлыҡарбыҙ һәм яҡшылыҡ эшләгәндәргә арттырырбыҙ»,— тинек.
  59. Һәм золом ҡылған кешеләр үҙҙәренә әйтелгән һүҙҙе икенсегә алмаштырҙылар, һәм залимдарға боҙоҡ булғандары өсөн Беҙ Күктән яза төшөрҙөк.
  60. Һәм бына бер уаҡыт Муса үҙ халҡына һыу һораны, һәм Беҙ: «Таяғың менән ошо ташҡа һуҡ!» —тинек. Ул таштан ун ике шишмә урғылып сыҡты һәм бар кешеләр эсә торған урындарын белделәр. «Аллаһ биргән ризыҡтарҙан ашағыҙ һәм эсегеҙ, Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратып, яманлыҡ эшләмәгеҙ!»
  61. Һәм һеҙ: «Эй, Муса, беҙ бер төрлө генә ашамлыҡҡа түҙеп тора алмайбыҙ; һин Раббыңдан беҙҙең өсөн доға ҡылып һора, Ул беҙгә Ерҙә үҫә торған нәмәләр — ҡыяр, һарымһаҡ, яҫмаҡ, һуған бирһен!»—тинегеҙ. Ул: «Һеҙ хәйерлене түбәнерәк нәмәгә алмаштырыуҙы һорайһығыҙмы ни? Ҡалаға төшөгөҙ һәм унда — һеҙ һораған нәмәләр»,— тине. Улар хурлыҡҡа һәм фәҡирлеккә дусар ителде, һәм Аллаһтың асыуына тарынылар. Был уларҙың Аллаһ аяттарына ышанмағандары өсөн һәм пәйғәмбәрҙәрҙе нахаҡҡа үлтергәндәре өсөн. Был — уларҙың буйһонмағандары өсөн һәм енәйәт ҡылғандары өсөн.
  62. Ысынлап та, иманлы кешеләр, шулай уҡ йәһүҙиҙәр һәм насраниҙар һәм сабийҙар, Аллаһҡа иман килтергән, һәм ахирәт көнөнә иман килтергән, һәм изге эштәр эшләгәндәр — уларҙың әжере Аллаһ ҡаршыһында. Уларға хәүеф тә юҡ, улар көйөнмәҫ тә.
  63. Бына Беҙ һеҙҙән үәғәҙә-килешеү алдыҡ. Һәм тауҙы һеҙҙең өҫкә күтәрҙек: «Беҙ биргәнде һеҙ көс менән тырышып тотоғоҙ һәм унда булғанды иҫтән сығармағыҙ,— бәлки һеҙ тәҡүәле булырһығыҙ».
  64. Һеҙ шунан һуң йөҙ сөйөрҙөгөҙ. Әгәр һеҙгә Аллаһтың яҡшылығы һәм рәхмәте булмаһа, һеҙ зыян күреүселәрҙән булыр инегеҙ.
  65. Һеҙ үҙ арағыҙҙағы шәмбе көнөн боҙоусыларҙы беләһегеҙ. Беҙ уларға: «Хурлыҡлы рәүештә маймыл булығыҙ!» — тинек.
  66. Беҙ быны быға тиклем булғанға һәм бынан һуң буласаҡҡа ғибрәт һәм тәҡүәлеләргә үәғәз иттек.
  67. Һәм бына Муса үҙ халҡына: «Ысынлап та, Аллаһ һеҙгә һыйыр боғаҙларға бойора!» — тине. Улар: «Һин беҙҙе көлкөгә ҡалдырмаҡсы булаһыңмы әллә?» — тинеләр. Ул: «Наҙандарҙан булмау өсөн мин Аллаһҡа һыйынам»,— тине.
  68. Улар: «Раббыңды беҙгә саҡыр. Ул беҙгә уның ниндәй һыйыр икәнлеген аңлатһын!» — тинеләр. Ул: «Бына, Ул әйтә: «Ул һыйыр ҡарт та түгел, тана ла түгел, ошо икеһенең араһында урта йәштәрҙә», ти. Һеҙгә нимә ҡушылған, шуны эшләгеҙ!»,— тине.
  69. Улар: «Раббыңды беҙгә саҡыр. Ул беҙгә һыйырҙың ни төҫлө икәнен аңлатһын»,— тинеләр. Ул: «Бына Ул әйтә: «Ҡарап тороусыларҙы төҫө шатландыра торған ҡоба һыйыр»,— тине.
  70. Улар: «Раббыңды беҙгә саҡыр, Ул беҙгә һыйырҙың ниндәй икәнлеген аңлатһын, сөнки беҙҙең өсөн һыйырҙар бер-береһенә оҡшаш һәм беҙ, Аллаһ теләһә, тура юлда булырбыҙ»,— тинеләр.
  71. Ул: «Бына Ул: «Был ер һөрөү һәм баҫыуға һыу һибеү өсөн өйрәтелмәгән һыйыр, ул таҙа, бер ниндәй ҙә етешһеҙлеге юҡ»,— тип әйтә»,— тине. Улар: «Бына һин хәҙер хәҡиҡәт килтерҙең»,— тинеләр. Улар һыйырҙы боғаҙланы, гәрсә быны эшләмәҫкә лә әҙерҙәр ине.
  72. Бына һеҙ йән эйәһен үлтерҙегеҙ һәм шул турала һүҙ көрәштерҙегеҙ, ә Аллаһ һеҙ йәшергәндәрҙе асып һалыусы.
  73. Беҙ: «Уны [мәйетте] һыйырҙың берәй нәмәһе менән һуғығыҙ!»—тинек. Аллаһ үлектәрҙе шулай терелтә һәм һеҙгә Үҙенең аяттарын күрһәтә. Ихтимал, һеҙ аңларһығыҙ!
  74. Бынан һуң һеҙҙең күңелдәрегеҙ ҡатты, улар таш кеүек, хатта унан да ҡатыраҡ. Эйе, таштар араһында шундай таштар бар, уларҙан шишмәләр урғылып сыға, һәм таштар бар — улар ярылып, уларҙан һыу сыға, һәм таштарҙың шундайҙары бар, улар Аллаһтан ҡурҡып түбән төшәләр. Аллаһ һеҙ эшләгән эштәргә иғтибарһыҙ түгел! Аллаһ һүҙен ишетеп аңлағас, белгән көйө ошо һүҙҙәрҙе боҙоусы фирҡә була
  75. Әллә һеҙ уларҙың һеҙгә ышаныуҙарын өмөт итәһегеҙме? Араларында, тороп та?
  76. Улар, иман килтергән кешеләрҙе осратһалар: «Беҙ иман килтерҙек»,— тиҙәр. Ә аулаҡта бер-береһе менән осрашҡанда: «Аллаһ һеҙгә асып һалғанды уларға һөйләмәҫһегеҙме һуң, Раббығыҙ ҡаршыһында улар уның тураһында һеҙҙең менән бәхәсләшмәһен өсөн?» — тинеләр. Аңламайһығыҙмы ни һеҙ?

77. Улар үҙҙәренең йәшерен эштәрен дә, асыҡ эштәрен дә Аллаһтың белгәнен белмәйҙәрме һуң?

78. Улар араһында китапты белмәгән наҙандар бар, уларҙа хыял-шәһүәт кенә, һәм улар тик фараз ғына ҡылалар.

79. Ниндәй ҡайғы, үҙ ҡулдары менән китап яҙып, һуңынан, бик аҙ ғына хаҡ алыу өсөн: «Был — Аллаһтан!»—тиеүселәргә! Ҡайғы уларға, ҡулдары яҙған нәмә өсөн, һәм тапҡан нәмәләре өсөн дә ҡайғы!

80. Һәм улар: «Ут беҙгә бер нисә һанаулы көнгә генә тейер»,— тиҙәр. «Һеҙ Аллаһ менән һүҙ ҡуйыштығыҙмы ни һәм Аллаһ үҙ һүҙен алмаштырмаясаҡмы? Йәки һеҙ Аллаһ өҫтөнән үҙегеҙ белмәгәнде һөйләйһегеҙме?» — тип әйт.

81. Эйе! Кем яманлыҡ ҡаҙанһа һәм гонаһтары менән солғанып алынһа, улар — ут эйәләре, улар унда мәңге ҡалыр.

82. Ә инде иман килтергән һәм изге эштәр эшләгән кешеләр — йәннәттә йәшәүселәр, улар унда мәңге ҡалыр.

83. Һәм бына Беҙ Исраил балаларынан: «Аллаһтан башҡаға ғибәҙәт ҡылмаясаҡһығыҙ, һәм ата-әсәләргә, һәм ҡәрҙәш ырыуҙарға, һәм етемдәргә, һәм ярлыларға яҡшылыҡ күрһәтәсәкһегеҙ, һәм кешеләргә яҡшы һүҙ һөйләйәсәкһегеҙ, һәм намаҙ торасаҡһығыҙ, һәм зәкәт түләйәсәкһегеҙ»,— тип килешеү алдыҡ. Бынан һуң бик аҙҙарығыҙҙан башҡа һеҙ ситкә тайпылдығыҙ, һәм һеҙ йөҙ сөйөрөүселәрҙән булдығыҙ.

84. Һәм бына Беҙ: «Бер-берегеҙҙең ҡанын түкмәгеҙ һәм бер-берегеҙҙе йорттарынан ҡыуып сығармағыҙ»,— тип һеҙҙән килешеү алдыҡ. Һеҙ иҫбатланығыҙ һәм шаһитлыҡ ҡылдығыҙ.

85. Бынан һуң һеҙ шундай кешеләр булдығыҙ: бер-берегеҙҙе үлтерәһегеҙ һәм арағыҙҙан бәғзеләрегеҙҙе йорттарынан ҡыуып сығараһығыҙ, уларға гонаһ эшләүҙә һәм дошманлыҡ ҡылыуҙа бер-берегеҙгә ярҙам итәһегеҙ. Һәм һеҙгә әсирҙәр килһә, уларҙы фидйә түләп һатып алаһығыҙ, ә бит һеҙгә уларҙы ҡыуып сығарыу харам ине. Китаптың ҡайһы бер еренә иман килтереп, ҡайһы бер урынына иман килтермәйһегеҙме ни һеҙ? Һеҙҙән бындай эштәрҙе ҡылған кешеләргә донъя тереклегендә хурлыҡтан һәм ҡиәмәт көнөндә иң ҡаты ғазапҡа дусар булыуҙан башҡа яза булмаҫ. Аллаһ һеҙ эшләгән эштәргә уайымһыҙ түгел.

86. Улар донъя тормошон ахирәт бәрәбәренә һатып алдылар, уларға яза еңеләйтелмәҫ һәм ярҙам да ителмәҫ.

87. Беҙ Мусаға китап бирҙек, һәм унан һуң рәсүлдәр ебәрҙек һәм Беҙ Мәрйәм улы Ғайсаға асыҡ аяттар бирҙек, һәм уны изге Рух менән көсәйттек. Рәсүл күңелегеҙ һөймәгән нәмә менән килһә, әллә һеҙ һәр уаҡыт тәкәбберләнәһегеҙме? Һеҙ бит ҡайһыларын ялған тинегеҙ, ә ҡайһы берҙәрен үлтерәһегеҙ.

88. Улар: «Беҙҙең күңелдәребеҙгә ҡорма ҡоролған»,— тине. Эйе, кафырлыҡтары өсөн Аллаһ уларҙы ләғнәтләһен, бик аҙ иман килтерә улар!

89. Инде уларға, уларҙағы нәмәне раҫлап, Аллаһтан китап килгәс,— ә улар элек кафырҙар өҫтөнән еңеү һорағайнылар,— һәм бына уларға уҙҙәре белгән нәмә килгәс, улар ышанманы. Кафырҙарға Аллаһтың ләғнәте!

90. Уларҙың Аллаһ иңдергәнгә ышанмаҫ өсөн үҙ йәндәрен һатып алған нәмәләре ямандыр — быны улар Аллаһ Үҙ рәхмәтен ҡолдарынан кемгә теләһә, шуға биреүенә көнләшеп эшләнеләр, һәм үҙ өҫтәренә асыу өҫтөнә асыу килтерҙеләр. Ысынлап та, кафырҙарға хурлыҡлы ғазап!

91. Уларға: «Аллаһ тарафынан иңдерелгәнгә иман килтерегеҙ!» — тип әйтелһә, «Беҙ үҙебеҙгә иңдерелгәнгә иман килтерәбеҙ»,— тиҙәр, һәм бынан һуң булғанға — ә ул уларҙа булғанды раҫлай торған хәҡиҡәт булһа ла,— ышанмайҙар. «Әгәр һеҙ иман килтергән булһағыҙ, ни өсөн быға тиклем Аллаһтың пәйғәмбәрҙәрен үлтерҙегеҙ?» — тип әйт һин.

92. Һеҙгә асыҡ аяттар менән Муса килде, шуның артынан һеҙ [илаһ тип] быҙау тоттоғоҙ, һәм залимдарҙан булдығыҙ.

93. Һәм бына Беҙ һеҙҙән килешеү алдыҡ, һәм һеҙҙең өҫкә тауҙы күтәрҙек: «Беҙ биргәндәрҙе көс менән тотоғоҙ һәм тыңлағыҙ!» «Беҙ ишеттек, әммә буйһонмайбыҙ»,—тине улар. Кафырлыҡтары аша уларҙың йөрәктәрен быҙау биләгәйне. «Әгәр иман килтергәндәрҙән булһағыҙ, һеҙгә иманығыҙ ҡушҡан нәмә бик насар бит!» — тип әйт.

94. «Әгәр Аллаһ ҡәршыһындағы ахирәт йорто, башҡа кешеләргә булмайынса, тик һеҙҙең өсөн генә булһа, әгәр хаҡ һөйләһәгеҙ, үлемде теләгеҙ»,— тип әйт.

95. Ләкин үҙ ҡулдары әҙерләгән нәмә арҡаһында улар һис уаҡытта ла уны теләмәҫ. Ысынлап та, Аллаһ залимдарҙы белә!

96. Һәм, ысынлап та, һин уларҙы мөшриктәргә ҡарағанда ла тормошҡа ҡомһоҙораҡ кешеләр тип табырһың, уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенә мең йыллыҡ ғүмер биреүҙе теләр ине. Әммә уға оҙон ғүмер бирелһә лә, уны ғазаптан ҡотҡармаҫ, сөнки Аллаһ уларҙың нимә эшләүҙәрен күреүсе!

97. «Ябраилға кем дошман булды?» — тип әйт. Аллаһтың рөхсәте менән уға тиклем төшөрөлгәндәрҙе раҫлау өсөн иман килтергәндәргә тура юл һәм һөйөнсө итеп уны һинең күңелеңә ул һалды бит. 98. Кем Аллаһҡа , һәм Уның фәрештәләренә, һәм Уның рәсүлдәренә, һәм Ябраилға, һәм Микаилға дошман булһа... хәҡиҡәттә Аллаһ ла кафырҙарға дошман!

99. Һәм Беҙ һиңә асыҡ аяттар иңдерҙек, уға тик аҙғындар ғына ышанмай.

100. Һәм һәр уаҡыт улар килешеү төҙөһәләр, уларҙан бер төркөм уны боҙа. Эйе, уларҙың күбеһе иман килтермәй!

101. Уларҙың ҡулында булған нәмәне раҫлап Аллаһтан рәсүл килгән уаҡытта, китап бирелгәндәрҙең бер төркөмө, белмәгәнгә һалышып, уны артына ташланы,

102. һәм улар Сөләймән батшалығында шайтандар уҡыған нәмәгә эйәрҙеләр. Сөләймән кафырҙарҙан түгел ине, ә Бабилдә Һарут менән Марут тип аталған ике фәрештәгә төшөрөлгән нәмәне һәм сихырҙы кешеләргә өйрәтеп, шайтандар иманһыҙ булды. Әммә был икәү: «Беҙ — фетнә-һынау ғына, иманһыҙ була күрмә!»— тип алдан әйтмәйенсә тороп, бер кемде лә өйрәтмәне. Улар шул ике фәрештәнән ирҙе һәм ҡатынды нисек айырырға икәнлеген өйрәнделәр. Әммә улар Аллаһтың рөхсәтенән башҡа бының менән бер кемгә лә зарар килтермәнеләр. Улар, үҙҙәренә зыян килтереп, файҙа бирмәй торған нәмәгә өйрәнделәр, һәм улар быны һатып алған кешенең киләсәк тормошта өлөшө булмауын беләләр ине. Үҙ йәндәре бәрәбәренә һатып алған нәмәләре насар булды. Әгәр улар быны белһә ине!

103. Әгәр улар иман килтерһә һәм тәҡүәле булһалар,— Аллаһ ҡаршыһындағы сауап яҡшыраҡ бит,—әгәр улар быны белһә ине!

104. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! «Беҙҙе һаҡла!» — тип әйтмәгеҙ, ә «Беҙгә ҡара!» — тип әйтегеҙ һәм тыңлағыҙ. Ә кафырҙарға — интектергес ғазап!

105. Китап бирелгән кешеләр һәм мөшриктәр араһынан кафырҙар һеҙгә Раббығыҙҙан яҡшылыҡ бирелгәнде теләмәй, ә Аллаһ рәхмәте менән Үҙе теләгәнде һайлай. Аллаһ — бөйөк йомартлыҡ эйәһе!

106. Беҙ берәй аятты алмаштырһаҡ йәки онотторһаҡ, уға ҡарағанда яҡшыраҡты йәки шуның шикеллене килтерәбеҙ. Аллаһтың бөтә нәмәләргә лә ҡөҙрәтле икәнлеген белмәйһегеҙме ни һеҙ?

107. Күктәрҙең һәм Ерҙең батшалығы Аллала икәнлеген һәм Аллаһтан башҡа һеҙҙең яҡынығыҙ ҙа, ярҙамсығыҙ ҙа юҡ икәнлеген белмәйһеңме ни һин?

108. Әллә элек Мусанан һораған шикелле һеҙ уҙегеҙҙең рәсүлегеҙҙән һорарға теләйһегеҙме? Әммә кем дә булһа кафырлыҡ менән иманды алмаштырһа, ул тигеҙ юлдан аҙашҡан инде.

109. Үҙ-үҙҙәрендәге хөсөтлөк арҡыры Әһле-л-китаптан күптәр һеҙҙе, иман килтергәнегеҙҙән һуң, үҙҙәренә хәҡиҡәт асыҡланғас, кафырға әйләндерергә теләр ине. Ғәфү итегеҙ һәм Аллаһ үҙ әмере менән килгәнгә ҡәҙәр уларҙан йөҙ дүндерегеҙ. Ысынлап та, Аллаһ һәр нәмәгә лә ҡөҙрәтле!

110. Намаҙ тороғоҙ, зәкәт түләгеҙ. Яҡшылыҡ менән үҙегеҙ өсөн нимә әҙерләһәгеҙ, Аллаһ ҡаршыһында шуны табырһығыҙ: Аллаһ һеҙ нимә эшләгәнде күрә бит!

111. Улар: «Йәһүҙиҙәрҙән һәм насраниҙарҙан башҡа һис кем ожмахҡа инмәйәсәк»,— тине. Был — уларҙың хыялдары. «Әгәр һеҙ хаҡ һөйләүсе булһағыҙ, дәлилдәрегеҙҙе килтерегеҙ!» — тип әйт.

112. Эйе! Кем үҙ йөҙөн Аллаһҡа йүнәлткән һәм изгелек ҡыла икән, әжере — үҙ Раббыһы ҡаршыһында. Уларға хәүеф тә юҡ, көйөнмәйәсәктәр ҙә.

113. Һәм йәһүҙиҙәр: «Насраниҙар бер нәмәгә лә нигеҙләнмәй»,— ти, насраниҙар ҙа: «Йәһүҙиҙәр бер нимәгә лә нигеҙләнмәй»,— ти. Ә улар китапты уҡый. Белмәгән кешеләр ҙә былар кеүек һөйләнә. Улар бәхәсләшкән нәмә тураһында Аллаһ ҡиәмәт көнөндә хөкөм итер.

114. Аллаһ мәсеттәрендә Уның исемен иҫкә алыуҙан тыйыусынан һәм мәсеттәрҙе емерергә йөрөүсенән кем залимыраҡ? Улар унда ҡурҡып ҡына инергә тейеш. Уларға был донъяла — хурлыҡ, ә ахирәт көнөндә оло яза булыр.

115. Мәшриҡ тә, Мәғрип тә Аллаһты ҡы. Ҡайҙа ғына йүнәлһәгеҙ ҙә, шунда — Аллаһтың йөҙө. Ысынлап та, Аллаһ бар нәмәне ҡоса, Ул барыһын да белә!

116. «Аллаһ Үҙенә бала алды!» — тине улар. Сөбханалла! Эйе, күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр — Аллаһты ҡы. Бөтәһе лә Уға баш эйә.

117. Күктәрҙе һәм Ерҙе барлыҡҡа килтереүсе — Ул. Әгәр берәй эште теләһә, Ул «Бул!» тип кенә әйтә, һәм был эш була.

118. «Аллаһ беҙҙең менән һөйләшһә йәки беҙгә берәй аят килһә ине!» — ти белмәгән кешеләр. Уларҙан элек булғандар ҙа шундай һүҙҙәр әйткәйне: күңелдәре оҡшаш уларҙың. Инанған кешеләргә Беҙ аяттарҙы аңлатҡайныҡ инде.

119. Беҙ һине хәҡиҡәт тураһында һөйөнсө килтереүсе һәм иҫкәртеүсе-өгөтләүсе итеп ебәрҙек, һәм һинән тамуҡта йәшәүселәр тураһында һоралмаясаҡ.

120. Һәм һин улар мәҙһәбенә эйәргәнгә ҡәҙәр йәһүҙиҙәр ҙә, насраниҙар ҙа һинән риза булмаҫ. «Ысынлап та, Аллаһ юлы — тура юл!» — тип әйт. Әгәр һиңә ысын белем килгәндән һуң, уларҙың хыял-теләктәренә эйәрһәң, ул саҡта һиңә Аллаһтан ярҙамсы ла, яҡын да булмаҫ.

121. Беҙ китап биргән кешеләр ул китапты хаҡ уҡыу менән уҡый — улар уға иман килтерә. Әммә кем уға ышанмай, улар зыян күреүселәрҙән булыр.

122. Эй һеҙ, Исраил балалары! Минең һеҙгә биргән ниғмәттәремде һәм һеҙҙе ғәләмдәрҙән артығыраҡ ҡылыуымды иҫкә төшөрөгөҙ.

123. Шул көндән ҡурҡығыҙ: ул көндә бер йән дә икенсе йәнгә бер нәмәне лә түләп бөтөрә алмаҫ һәм унан ғәҙеллек тә ҡабул ителмәҫ, һәм уға ҡурсалау ҙа файҙа итмәҫ, һәм уларға ярҙам күрһәтелмәйәсәк.

124. Һәм бына Раббыһы Ибраһимды һүҙҙәр менән һынаны, унан һүҙҙәрен тамам ҡылды: «Ысынлап та, Мин һине кешеләргә имам итәм»,— тине. «Минең нәҫелемдән дәме?» — тине Ул. «Минең үәғәҙәләшеүемә залимдар инмәй»,— тине ул.

125. Һәм бына Беҙ был өйҙө [Ҡәғбәлә] кешеләрҙең йыйыла торған урыны иттек, һәм имен урын иттек: «Ибраһимдың урынын намаҙ уҡый торған урын итеп алығыҙ!» Һәм Беҙ Ибраһим менән Исмәғилгә: «Минең өйөмдө [Ҡәғбәне] әйләнеп йөрөүселәр өсөн, унда тороусылар өсөн, рәҡәғәт һәм сәждә ҡылыусылар өсөн таҙартығыҙ!» —тип ҡуштыҡ.

126. Һәм бына шул саҡ Ибраһим: «Раббым, был илде имен ил ит, халҡынан Аллаһҡа һәм ахирәт көнөнә иман килтергәндәрҙе емештәр менән ризыҡландыр!» — тине. Ул: «Ышанмағандарҙы ла аҙыраҡ файҙаландырырмын, унан һуң уларҙы ут ғазабына дусар итермен»,— тине. Һәм насар был яҙмыш!

127. Һәм бына Ибраһим өйҙөң нигеҙен күтәрә. Һәм Исмәғил әйтте: «Раббыбыҙ, ҡабул ит беҙҙән, Һин, ысынлап та, барҙы ла ишетеүсе һәм белеүсе!

128. Раббыбыҙ! Беҙҙе Һиңә бирелгәндәрҙән — мосолман булғандарҙан — ит, һәм беҙҙең нәҫелебеҙҙән Һиңә бирелгән өммәт ит, һәм ғибәҙәт ҡыла торған урыныбыҙҙы күрһәт, ғәфү ит беҙҙе. Ысынлап та, Һин тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе һәм рәхимле!

129. Раббыбыҙ! Һин улар араһында үҙҙәренән рәсүл булдыр. Ул рәсүл уларға Һинең аяттарыңды уҡыр һәм уларға китап һәм хикмәт өйрәтер, һәм уларҙы сафлар, ысынлап та, Һин бөйөк, хикмәтле!»

130. Ибраһим диненән үҙ йәнен ахмаҡландырғандарҙан башҡа кем тайпылыр? Беҙ уны был донъяла ла һайланыҡ: ахирәттә ул изгеләрҙән булыр, әлбиттә.

131. Раббыһы уға: «Бирел!» — тине. Ул: «Ғәләмдәр Раббыһына бирелдем!» — тине.

132. Ибраһим быны балаларына уасыят итте һәм Яҡуп: «Эй, улдарым, ысынлап та, Аллаһ һеҙгә дин һайланы, мосолман булмайынса үлмәгеҙ!» — тине.

133. Яҡупҡа үлем килгәндә һеҙ шаһит булдығыҙмы ни? Ул бына үҙ балаларына: «Минән һуң һеҙ кемгә ғибәҙәт ҡылырһығыҙ?» — тине. Улар: «Беҙ һинең илаһыңа, атайҙарың: Ибраһим, Исмәғил һәм Исхаҡ илаһына — берҙән-бер илаһҡа ғибәҙәт ҡылырбыҙ һәм Уға бирелербеҙ!» — тинеләр.

134. Был — инде үткән өммәт. Уға үҙҙәренең кәсеп иткәне, һеҙгә — үҙегеҙҙең тапҡанығыҙ. Улар эшләгән эш өсөн һеҙҙән һоралмаҫ.

135. Улар: «Йәһүҙиҙәр йәки насраниҙар булығыҙ— тура юлды табырһығыҙ»,— ти. «Юҡ, Ибраһим мәҙһәбе генә хаҡ, ул күп илаһҡа табыныусыларҙан түгел ине»,— тип әйт һин уларға.

136. «Беҙ Аллаһҡа иман килтерҙек һәм беҙгә, һәм Ибраһимға, һәм Исхаҡҡа, һәм Яҡупҡа, һәм быуындарға иңдерелгәнгә, һәм Мусаға, һәм Ғайсаға бирелгәндәргә, һәм пәйғәмбәрҙәргә уларҙың Раббыһы тарафынан иңдерелгәнгә. Уларҙы бербереһенән айырмайбыҙ, һәм Уға биреләбеҙ»,— тип әйтегеҙ.

137. Әгәр улар һеҙ иман килтергән кеүек нәмәгә иман килтерһә, улар тура юлды таптылар инде; әгәр улар йөҙ сөйөрһә, ул саҡта ҡаршылыҡталар, һәм Аллаһ һине уларҙан ҡотҡарыр: Ул барыһын да белә, ишетә.

138. Аллаһтың дине буйынса! Дине менән Аллаһтан кем яҡшыраҡ? Беҙ уға ғына ғибәҙәт ҡылабыҙ.

139. Әйт: Аллаһ тураһында беҙҙең менәң һүҙ көрәштерәһегеҙме? Ул бит һеҙҙең дә һәм беҙҙең дә Раббыбыҙ, беҙгә — үҙ эшебеҙ, һеҙгә — үҙ эшегеҙ. Беҙ Уға ихлас бирелгәнбеҙ».

140. Йәки һеҙ: «Ибраһим, һәм Исмәғил, һәм Исхаҡ, һәм Яҡуп һәм быуындар йәһүҙи йәки насрани булған»,— тип әйтерһегеҙме?» Әйт: «Һеҙме күберәк беләһегеҙ йәки Алламы? Аллаһтың шәһәҙәтен үҙендә йәшергән кешенән дә залимыраҡ кем булыр? Ысынлап та, һеҙ эшләгән эштәргә Аллаһ битараф түгел!»

141. Был — инде үткән халыҡ. Уларға — үҙҙәре кәсеп итеп тапҡан нәмәләре, һеҙгә — үҙегеҙ тапҡан нәмәләр. Улар эшләгән эш өсөн һеҙҙән һоралмаҫ.

142. Бына кешеләр араһынан ахмаҡтары: «Уларҙы элек тотҡан ҡиблаларынан нимә дүндерҙе һуң?» — тип әйтерҙәр. «Мәшриҡ тә, Мәғрип тә Аллаһты ҡы. Ул теләгән бәндәһен тура юлға күндерә»,— тип әйт.

143. Шулай итеп, һеҙҙе кешеләргә ҡарата шаһит булыу өсөн һәм рәсүл дә һеҙгә ҡарата шаһит булһын өсөн һеҙҙе урталыҡта тороусы өммәт иттек. Һәм һин баҡҡан ҡибланы Беҙ артҡа боролған кешеләрҙең ҡайһыһы рәсүлгә эйәрә икәнлеген белеү өсөн генә ҡуйҙыҡ. Һәм был ауыр эш, ләкин Аллаһ тарафынан тура юлға күндерелгәндәргә ауыр түгел: Аллаһ һеҙҙең иманығыҙҙы юҡҡа сығарыусыларҙан түгел бит! Ғәмәлдә иһә, Аллаһ кешеләр менән баҫынҡы, рәхимле!

144. Беҙ һинең йөҙөңдөң Күккә табан йүнәлдерелгәнлеген күрәбеҙ һәм Беҙ һине шундай ҡиблаға йүнәлдерәбеҙ, һин уға ҡәнәғәт булырһың. Йөҙөңдө «Харам мәсет» тарафына йүнәлдер. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа йөҙөгөҙҙө шул яҡҡа ҡаратығыҙ. Китап бирелгән кешеләр бының, ысынлап та, Раббыларынан бирелгән хәҡиҡәт икәнлеген белә бит. Ысынлап та, Аллаһ уларҙың эшләгән эштәренә иғтибарһыҙ түгел!

145. Һин китап бирелгән кешеләргә төрлө-төрлө аяттар килтерһәң, улар һинең ҡиблаңа йүнәлмәҫ һәм һин дә уларҙың ҡиблаһына йүнәлмәҫһең. Уларҙың да ҡайһы берҙәре башҡаларҙың ҡиблаһына йүнәлмәй. Әгәр белем бирелгәндән һуң да уларҙың хыял-шәһүәттәренә эйәрһәң, әлбиттә, һин ул уаҡытта залимдарҙан булырһың.

146. Китап бирелгән кешеләр уны үҙ балаларын таныған кеүек таный. Әммә бер төркөмө хәҡиҡәтте белһә лә йәшерә.

147. Хәҡиҡәт — һинең Раббыңдан, шикләнеүселәрҙән була күрмә!

148. Һәр кемдең үҙе тотҡан йүнәлеше бар. Хәйерле эштәрҙә бер-берегеҙҙе уҙырға тырышығыҙ! Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, Аллаһ һеҙҙең барығыҙҙы ла килтерер. Ысынлап та, Аллаһ һәр нәмәғә ҡөҙрәтле!

149. Ҡайҙа ғына сыҡһаң да, һин йөҙөңдө «Харам мәсет» тарафына йүнәлдер. Ысынлап та, был хәҡиҡәт — һинең Раббыңдан, һәм, ысынлап та, Аллаһ һеҙ эшләгән эштәргә иғтибарһыҙ түгел!

150. Ҡайҙа ғына сыҡһаң да, һин йөҙөңдө «Харам мәсет» яғына йүнәлдер. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, йөҙҙәрегеҙҙе уның яғына йүнәлтегеҙ, залимдарҙан башҡа кешеләр һеҙгә ҡаршы дәлил тапмаһын өсөн. Уларҙан ҡурҡмағыҙ, ниғмәтемде һеҙгә тамам итә алыу өсөн, Минән ҡурҡығыҙ — моғайын, һеҙ тура юлда булырһығыҙ!

151. Беҙ үҙ арағыҙҙан һеҙгә рәсүл ебәрҙек; ул һеҙгә Беҙҙең аяттарыбыҙҙы уҡый, һеҙҙе сафландыра, һәм һеҙгә китап һәм хикмәт өйрәтә, һәм ул һеҙгә элек һеҙ белмәгән нәмәләрҙе өйрәтә.

152. Мине иҫкә алығыҙ, Мин һеҙҙе иҫкә алырмын, Миңә ышанмаусыларҙан булмағыҙ, Миңә шөкөр итегеҙ!

153. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Сабырлыҡтан һәм намаҙҙан ярҙам һорағыҙ. Ысынлап та, Аллаһ сабыр иткәндәр менән!

154. Аллаһ юлында үлтерелгәндәрҙе «Үлектәр» тип әйтмәгеҙ. Юҡ, улар тере! Әммә һеҙ аңламайһығыҙ!

155. Беҙ һеҙҙе нимә менән булһа ла: ҡурҡыныс һәм аслыҡ менән, малдарҙың кәмеүе, йәндәрҙең һәм емештәрҙең кәмеүе менән һынайбыҙ,— сабыр иткән кешеләрҙе һөйөнсөлә,—

156. берәй бәләгә осраһалар, «Ысынлап та, беҙ Аллаһты ҡы һәм Уға ҡайтыусыбыҙ!»—тиеүсе кешеләрҙе.

157. Былар шул кешеләр: уларға — үҙ Раббыһынан фатиха һәм рәхмәт, һәм улар — тура юлдан барыусы.

158. Ысынлап та, Әс-Сафа менән Әл-Мәрүә — Аллаһтың ғәләмәттәре. Ҡәғбәгә хаж ҡылған йәки ғөмрә ҡылған кешегә быларҙың икеһен әйләнеп йөрөһә лә гонаһ юҡ, һәм ирекле рәүештә изгелекте һайлаһа, ысынлап та, Аллаһ шөкөр итеүсе, белеп тороусы!

159. Ысынлап та, Беҙҙән иңдерелгән тура ҡулланманы һәм асыҡ аяттарҙы Беҙ уны кешеләргә китапта аңлатҡандан һуң йәшереүселәр,— уларҙы Аллаһ ләғнәтләй, һәм ләғнәтләүселәр ҙә ләғнәтләй,

160. тәүбә итеп, изге эштәр эшләп һәм кешеләргә аңлатҡандарҙан башҡаларын. Мин дә уларҙың тәүбәләрен ҡабул итәм: Мин тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, рәхимле!

161. Ысынлап та, кафыр булғандарға һәм кафыр көйөнсә үлгәндәргә Аллаһтың һәм фәрештәләрҙең, һәм кешеләрҙең ләғнәте булыр — барыһыныҡы ла!

162. Улар мәңге ләғнәттә булырҙар, уларға ғазап еңеләйтелмәй ҙә, кисектерелмәй ҙә.

163. Һеҙҙең илаһығыҙ — берҙән-бер илаһ! Унан, рәхмәтле һәм шәфҡәтленән башҡа, илаһ юҡ!

164. Ысынлап та, күктәрҙе һәм Ерҙе барлыҡҡа килтереүҙә һәм төн менән көндөң алмашыныуында, һәм кешеләргә файҙалы нәмәләр менән диңгеҙҙә йөҙөүсе көймәлә, һәм Аллаһтың , Куктән төшөргән һәм уның менән Ерҙе үлгәненән һуң терелткән һыуҙа, һәм ер өҫтөндә төрлө-төрлө хайуандар таратыуҙа, һәм елдәрҙең алмашыныуында, һәм Күк менән Ер араһында буйһонған болоттарҙа,— аҡыллы кешеләргә аяттар бар.

165. Кешеләр араһында Аллаһтан башҡа тиңдәш тотоусылар бар. Аллаһты яратҡан кеүек, уларҙы яраталар. Әммә иман килтергән кешеләр Аллаһты нығыраҡ ярата. Залим кешеләр ғазап күргәндә, бөтә көс Аллала ғына икәнен һәм ғазап биреүҙә Аллаһ бик ҡаты икәнен күрһәләр ине!

166. Бына былар — эйәртеүселәр; эйәреүселәрҙән айырыласаҡтар, һәм ғазап күрәсәктәр һәм улар араһында бәйләнеш өҙөләсәк.

167. Һәм эйәреүселәр: «Улар беҙҙән айырылған кеүек, беҙ ҙә уларҙан айырылыу өсөн беҙгә кире ҡайтыу мөмкин булһын ине!» — тип әйтәсәк. Уларҙың хәсрәтенә, Аллаһ эшләгән эштәрен үҙҙәренә шулай күрһәтер, улар уттан сығарылмаҫ!

168. Эй һеҙ, кешеләр! Ер йөҙөндәге нәмәләрҙе яҡшы хәләл итеп ашағыҙ, шайтан юлына эйәрмәгеҙ, ул бит һеҙгә асыҡтан-асыҡ дошман!

169. Ул шайтан һеҙгә тик яуызлыҡ һәм боҙоҡлоҡ эшләргә һәм Аллаһ өҫтөнән үҙегеҙ белмәгәнде һөйләргә ҡуша.

170. Уларға: «Аллаһ тарафынан иңдерелгән нәмәләргә эйәрегеҙ!»—тиһәң,— «Юҡ, беҙ ата-бабаларыбыҙҙы ниндәй юлда торғандарын тапҡанбыҙ, шуға эйәрәбеҙ»,— тиҙәр. Ә әгәр уларҙың ата-бабалары бер нәмә лә аңламаған һәм тура юлдан бармаған булһа?

171. Кафыр булғандар өндәү һәм саҡырыуҙан башҡаны ишетмәүсе һаңғырауҙарға, телһеҙҙәргә, һуҡырҙарға, бер нәмәне төшөнмәүселәргә ҡысҡырыусы кешеләргә оҡшаш!

172. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Беҙ ризыҡ итеп биргән нәмәләрҙең яҡшыларын ашағыҙ, әгәр Аллаһҡа ғибәҙәт ҡыла торған булһағыҙ, Уға шөкөр итегеҙ!

173. Ул һеҙгә үләкһәне һәм ҡанды, һәм сусҡа итен, һәм Аллаһтан башҡаның исемен әйтеп һуйылған итте харам ҡылды. Әгәр кемдер боҙоҡлоҡтан һәм енәйәтселектән башҡа ашарға мәжбүр булһа, уға гонаһ юҡ: Аллаһ, ысынлап та, ғәфү итеүсе, рәхимле.

174. Ысынлап та, Аллаһ төшөргән китаптарҙы йәшереүселәр һәм, уны һатып, аҙ хаҡ алыусылар үҙ ҡорһаҡтарына ут ҡына тултыралар. Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ улар менән һөйләшмәҫ тә, һәм уларҙы сафламаҫ та, һәм улар өсөн — интектергес ғазап!

175. Улар шул кешеләр: тура юл тип, аҙашыу һәм ғәфү урынына ғазап һатып алдылар. Һәм утка нисек түҙәләр бит улар!

176. Был шуның өсөн, сөнки Аллаһ китапты хәҡиҡәт менән иңдерҙе, ә инде китап тураһында бәхәсләшеүселәр — улар алыҫ ҡаршылыҡта.

177. Йөҙөгөҙҙө Мәшриҡҡә һәм Мәғрипкә йүнәлтеү диндәрлек түгел. Ә диндәрлек — Аллаһҡа һәм ахирәт көнөнә һәм фәрештәләргә, һәм китапҡа, һәм пәйғәмбәрҙәргә иман килтереүҙә һәм, малды яратыуына ҡарамаҫтан, ҡәрҙәштәргә һәм етемдәргә, һәм ярлыларға һәм юлаусыға, һәм һораныусыға, һәм ҡолдарға биреүҙә, һәм намаҙ уҡыуҙа, һәм зәкәт түләүҙә, һәм һүҙ ҡуйышҡанда һүҙҙә тороуҙа, һәм бәлә-ҡазалар, һәм ҡайғы-хәсрәт уаҡытында сабыр итеүҙә. Бына былар — хаҡ һөйләүселәр, бына шулар — тәҡүәлеләр.

178. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә кеше үлтергән өсөн ҡон ҡайтарыу бойоролдо: ирекле кеше өсөн — ирекле һәм ҡол өсөн — ҡол, һәм ҡатын-ҡыҙ өсөн — ҡатын-ҡыҙ. Әгәр берәүгә ҡәрҙәше тарафынан нимәлер ғәфү ителһә, ул уаҡытта ғөрөф-ғәҙәт буйынса хәл ителә һәм был түләү хәйерле була. Был — һеҙҙең Раббығыҙҙан һеҙгә еңеллек һәм шәфҡәт. Әгәр кем дә булһа ошонан һуң дошманлыҡ ҡылһа, уға әрнеткес ғазап булыр!

179. Был ҡон ҡайтарыу — һеҙҙең өсөн тереклек итеү бит, әй, һеҙ, аҡылдары булғандар! — моғайын, һеҙ Аллаһтан ҡурҡыусылар булырһығыҙ!

180. Һеҙҙең берәйегеҙгә үлем килһә һәм әгәр ул мал ҡалдырһа, ата-әсәләргә һәм яҡындарға ғөрөф-ғәҙәт буйынса иман килтергән кешеләргә йөкләмә булһын тип, уасыят ҡылырға фарыз ителгән.

181. Ишеткәндән һуң берәү быны алмаштырһа, гонаһы алмаштырған кешегә генә булыр. Ысынлап та, Аллаһ ишетеүсе, белеүсе!

182. Әгәр берәй кеше уасыят итеүсенең ғәҙелһеҙлегенән йәки гонаһынан ҡурҡһа һәм уларҙы килештерһә, уға гонаһ юҡ. Ысынлап та, Аллаһ ғәфү итеүсе, рәхимле! 183. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә ҡәҙәр йәшәгән кешеләргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тоторға фарыз ителә — моғайын, һеҙ Аллаһтан ҡурҡыусы булырһығыҙ! —

184. һаналған көндәрҙә; әгәр һеҙҙән берәү сирле булһа йәки сәфәрҙә булһа, ул уаҡыт ошо көндәрҙең һанынса башҡа көндәрҙә ураҙа тотор. Ә инде көсө еткән кешеләргә — фәҡир-фоҡараны ашатыу менән фидйә түләргә. Берәү изгелекте үҙ ирке менән эшләһә, был уның өсөн хәйерле. Һеҙҙең ураҙа тотоуығыҙ үҙегеҙ өсөн хәйерле, әгәр белһәгеҙ!

185. Рамаҙан айында кешеләргә ҡулланма өсөн һәм тура юлды аңлатыу һәм дөрөҫлөк менән ялғанды айырыу өсөн Ҡөрьән иңдерелде, һәм бына һеҙҙән кем был айға килеп етә, уны ураҙала үткәрһен, әгәр ул сирле йәки сәфәрҙә булһа, ул уаҡытта башҡа көндәрҙән шул тиклем уаҡыт тотор. Аллаһ һеҙгә еңеллек теләй, ауырлыҡ теләмәй, һәм һанды тултырыуығыҙҙы һәм һеҙҙе тура юлға күндергән өсөн Аллаһты ололауығыҙҙы теләй — моғайын, һеҙ Аллаһҡа шөкөр итерһегеҙ! 186. Минең ҡолдарым һинән Минең турала һораһа, Мин бит яҡын, Мине саҡырғанда, Мин саҡырыусыға яуап бирәм. Улар ҙа Миңә яуап бирһен, һәм Миңә иман килтерһен — моғайын, улар тура юлдан китер!

187. Ураҙа төнөндә һеҙгә ҡатындарығыҙға яҡынлыҡ ҡылырға рөхсәт ителә. Улар — һеҙгә кейем, һеҙ — уларға кейем. Аллаһ һеҙҙең үҙ-үҙегеҙҙе алдағанығыҙҙы белде, һеҙгә ҡайтты һәм һеҙҙе ғәфу итте. Ә хәҙер инде ҡатындарығыҙға яҡынлыҡ ҡылығыҙ, һәм Аллаһ яҙғанды эҙләгеҙ. Таңда һеҙҙең алдығыҙҙа аҡ еп менән ҡара еп айырылғансы ашағыҙ һәм эсегеҙ, бынан һуң ураҙаны төнгә тиклем дауам итегеҙ. Тәҡүәлек менән мәсеттәрҙә булған уаҡытта ҡатындарығыҙға яҡынлыҡ ҡылмағыҙ. Бына шулай Аллаһтың сиге, яҡынлаша күрмәгеҙ уларға! Бына шулай аңлата Аллаһ әҙәмдәргә үҙеңең аяттарын — моғайын, улар Аллаһтан ҡурҡыусы булырҙар!

188. Малдарығыҙҙы үҙ арағыҙҙа юҡҡа сығарып ашамағыҙ һәм кешеләрҙең малдарының бер өлөшөн енәйәтле рәүештә ашар өсөн хакимдарға малығыҙҙы илтмәгеҙ, үҙегеҙ белә тороп та.

189. Улар һинән яңы тыуған айҙар тураһында һорайҙар. «Улар кешеләргә уаҡытты белдереү һәм хаж өсөн»,—тип әйт. Өйҙәргә арт яғынан инеү динәйәтлек түгел, Аллаһтан ҡурҡыу динәйәтлек. Өйҙәрегеҙгә ишектән инегеҙ һәм Аллаһтан ҡурҡығыҙ — моғайын, бәхетле булырһығыҙ!

190. Аллаһ юлында һеҙҙең менән һуғышҡандар менән һуғышығыҙ, әммә сиктән уҙмағыҙ, Аллаһ сиктән уҙғандарҙы яратмай!

191. Һәм уларҙы ҡайҙа осратһағыҙ — шунда үлтерегеҙ, һеҙҙе ҡайҙан ҡыуһалар, һеҙ ҙә уларҙы шунан ҡыуығыҙ: фетнә-һынау үлтереүҙән дә насарыраҡ бит! Үҙҙәре «Харам мәсет» тирәһендә һуғыш башламай тороп, һеҙ улар менән һуғышмағыҙ. Әгәр улар һуғышһа, ул уаҡытта уларҙы үлтерегеҙ: бына шулай кафырҙарға яза!

192. Әгәр улар тыйылһа... Аллаһ ғәфү итеүсе, рәхимле!

193. Фетнә бөтөп, бөтә дин Аллаһҡа ҡалғансы улар менән һуғышығыҙ. Әгәр тыйылһалар, залимдарҙан башҡаларға дошманлыҡ юҡ!

194. Харам ай бәрәбәренә — харам ай. Һәм тыйыуҙар — яуап биреү язаһы. Һеҙгә ҡаршы сиктән уҙғанға һеҙ ҙә, уның һымаҡ, сиктән уҙығыҙ. Аллаһтан ҡурҡығыҙ, һәм белегеҙ: Аллаһ тәҡүәлеләр менән!

195. Аллаһ юлында [малдарығыҙҙан] сарыф ҡылығыҙ, әммә үҙ ҡулдарығыҙ менән һәләкәткә ташланмағыҙ һәм изгелек эшләгеҙ! Ысынлап та, Аллаһ изгелек эшләгән кешеләрҙе ярата!

196. Хажды һәм ғөмрәне Аллаһ өсөн тамам итегеҙ. Әгәр ҡыйын хәлдә булһағыҙ, ҡорбан хайуандарынан еңел булғанын салығыҙ, ҡорбан үҙенең урынына еткәнсе башығыҙҙы ҡырмағыҙ. Әгәр берәү ауырыу булһа йәки уның башында рәнйеү булһа, уның фидйәһе — ураҙа менән, йәки саҙаҡа менән, йәки ҡорбан менән. Ә һеҙ, именлектә булып, хажға ҡәҙәр ғөмрә менән файҙаланған булһағыҙ, фидйә — ҡорбан хайуандарынан еңел булғаны. Берәү быны тапмаһа, хаж уаҡытында өс көн ураҙа тотор һәм кире ҡайтҡандан һуң — ете көн. Бына был тулы ун көн була. Был — ғаиләһе «Харам мәсет»тә булмаған кешегә. Аллаһтан ҡурҡығыҙ, шуны белегеҙ: Аллаһ яза ҡылыуҙа көслө!

197. Хаж билдәле айҙарҙа ғына. Берәү шул айҙарҙа хаж ҡылырға өҫтөнә йөкләмә алһа, хаж уаҡытында ҡатындарға яҡынлыҡ ҡылыу ҙа, боҙоҡлоҡ та һәм ҡысҡырышыу ҙа ярамай. Ә изгелектән нимә эшләгәнегеҙҙе Аллаһ белә. Хәстәрлек күрегеҙ, хәстәрлектәрҙең иң яҡшыһы — тәҡүә, һәм Минән ҡурҡығыҙ, эй һеҙ, аҡылы булғандар!

198. Әгәр Раббығыҙҙан йомартлыҡ эҙләйһегеҙ икән, унан гонаһ юҡ. Ғәрәфәттән бушанғас, Әл-Мәшғәр Әл-Харам янында Аллаһты иҫкә алығыҙ. Элек аҙашҡандарҙан булһағыҙ ҙа, Уның һеҙҙе нисек тура юлға күндергәнен иҫкә алығыҙ!

199. Аҙаҡ кешеләр ынтылған юлдан ынтылығыҙ, һәм Аллаһтан ғәфү үтенегеҙ, ысынлап та, Аллаһ ғәфү итеүсе, рәхимле!

200. Хаж йолаларын тамамлағас, ата-бабаларығыҙҙы иҫкә алған кеүек йәки тағы ла көслөрәк итеп, Аллаһты иҫкә алығыҙ. Кешеләр араһында бар шундайҙар: «Раббыбыҙ, беҙгә был донъяла бир!» — тиҙәр. Ахирәттә уларға өлөш булмаҫ!

201. Һәм улар араһында бар шундайҙар, улар: «Раббыбыҙ, беҙгә донъяла изгелек бир, ахирәттә лә изгелек бир һәм беҙҙе ут ғазабынан һаҡла!» — тиҙәр. 202. Быларға — үҙҙәре ҡаҙанған өлөш. Аллаһ, ысынлап та, хисапта етеҙ!

203. Һәм һаналған көндәрҙә Аллаһты иҫкә алығыҙ! Берәйһе ике көнгә ашыҡһа, унан гонаһ юҡ. Ә берәйһе кисегә икән, уға ла гонаһ юҡ. Был — Аллаһтан ҡурҡҡан кешегә. Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм белегеҙ: һеҙ Уға ҡайтасаҡһығыҙ!

204. Кешеләр араһында шундайҙар бар: был донъяла уның һүҙҙәре һине ғәжәпләндерә, һәм ул үҙ күңелендәге нәмәгә Аллаһты шаһит итә, һәм ул — бик ҡаты һүҙ көрәштереүсе.

205. Ә әгәр ситкә боролһа инде, Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратырға, һәм игенлектәрҙе, һәм нәҫелдәрҙе һәләк ҡылырға тип йөрөй,— ә Аллаһ боҙоҡ эште яратмай!

206. Әгәр уға: «Аллаһтан ҡурҡ!» — тиһәләр, уны гонаһлы тәкәбберлек тота. Йәһәннәм уның урыны, ә ул ниндәй яман урын бит!

207. Кешеләр араһында шундайҙар бар: ул Аллаһ ризалығы өсөн үҙенең йәнен һатып ала, ә Аллаһ Үҙ ҡолдарына мәрхәмәтле.

208. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Барығыҙ ҙа Ислам диненә инегеҙ! Шайтан юлынан бармағыҙ! Ул һеҙгә асыҡтан-асыҡ дошман бит!

209. Әгәр һеҙгә асыҡ аяттар килгәндән һуң абынһағыҙ, белегеҙ: Аллаһ олуғ, рәхимле!

210. Әллә улар Аллаһтың һәм фәрештәләрҙең болоттар күләгәһенән килеүен генә көтөп торалармы? Ә эштәр үтәлде инде, һәм барлыҡ эштәр ҙә Аллаһҡа ҡайта.

211. Исраил балаларынан һора: асыҡ аяттарҙы күпме төшөрҙөк һуң Беҙ уларға? Әгәр берәү Аллаһтың ниғмәтен үҙенә килгәндән һуң алмаштырһа, Аллаһ яза ҡылыуҙа көслө!

212. Кафырҙар алдында донъя зиннәтләндерелгән, һәм улар иман килтергән кешеләрҙе мәсхәрәләйҙәр, әммә ләкин иман килтергән кешеләр ҡиәмәт көнөндә уларҙан өҫтөнөрәк. Ысынлап та, Аллаһ теләгән бәндәһенә иҫәпһеҙ ризыҡ бирә.

213. Кешеләр бер өммәт инеләр. Аллаһ уларға, шатландырыусы һәм өгөтләүсе-иҫкәртеүселәр итеп, пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙе, кешеләр араһында уларҙың ни өсөн айырылышҡандарын хөкөм итеү өсөн улар аша хаҡ китап иңдерҙе. Ә китап иңдерелгән кешеләр генә, уларға асыҡ аяттар килгәндән һуң, үҙ-араларындағы яуызлыҡ арҡаһында айырылыштылар. Аллаһ иман килтергән кешеләрҙе хәҡиҡәткә сығарҙы; ә улар был хәҡиҡәткә ҡарата Уның рөхсәте менән айырылышҡайнылар. Аллаһ теләгән кешене тура юлға йүнәлтә!

214. Әллә һеҙ, һеҙгә ҡәҙәр килеп үткән кешеләргә килгән кеүек нәмә һеҙгә килмәҫ борон, ожмахҡа инербеҙ тип уйланығыҙмы? Уларға бәлә-ҡаза һәм ҡайғы килде, ер тетрәүгә дусар булдылар. Хатта рәсүл һәм уның менән иман килтергән кешеләр: «Ҡасан һуң Аллаһтың ярҙамы?» — тинеләр. Эйе, ысынлап та, Аллаһтың ярҙамы яҡын!

215. Улар һинән: «Ниндәй малды сарыф итергә?»— тип һорайҙар. «Яҡшылыҡтан нимә сарыф иттегеҙ, ул — ата-эсәләргә һәм яҡындарға, һәм етемдәргә, һәм меҫкендәргә, һәм юлсыларға. Сөнки, изгелектән нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, ысынлап та, был турала Аллаһ белә»,—тип әйт.

216. Һеҙгә һуғыш фарыз ителгән, ә ул һеҙҙә нәфрәт тыуҙыра. Ихтимал, һеҙ берәй нәмәнән нәфрәтләнә торғанһығыҙҙыр, ә ул һеҙҙең өсөн хәйерле, һәм, ихтимал, һеҙ берәй нәмәне ярата торғанһығыҙҙыр, ә ул һеҙгә — насарлыҡ — ысынлап та, Аллаһ белә, әммә һеҙ белмәйһегеҙ!

217. Улар һинән тыйылған ай тураһында һорайҙар — ундағы һуғыш тураһында. «Ундағы һуғыш — оло һуғыш,— тип әйт.— Ә Аллаһ юлынан ҡайтарыу, һәм Уға, һәм «Харам мәсет»кә ышанмау, һәм мәсет әһелдәрен ҡыуып сығарыу — Аллаһ ҡаршыһында тағы ла насарыраҡ эш: фетнә үлтереүҙән дә ҙурыраҡ бит!» Ҡулдарынан килһә, һеҙҙе динегеҙҙән ҡайтарғанға ҡәҙәр улар һуғыштан туҡталмаясаҡ. Әгәр һеҙҙән берәү диндән ҡайтһа һәм ул кафыр булып үлһә, ундайҙарҙың эштәре донъяла ла һәм ахирәттә лә мәғәнәһеҙ, былар — тамуҡта йәшәүселәр, улар унда мәңге ҡала.

218. Ысынлап та, иман килтергәндәр һәм йорт-ерҙәрен ташлап күсеп киткәндәр һәм Аллаһ юлында көрәшеүселәр Аллаһтың рәхмәтен өмөт итәләр. Аллаһ ғәфү итеүсе, рәхимле!

219. Улар һинән хәмер һәм отош уйыны тураһында һорай: «Быларҙың икеһендә лә бөйөк гонаһ һәм кешеләргә ниндәйҙер файҙа, әммә уларҙың гонаһтары файҙаларынан ҙурыраҡ!» — тип әйт. Һәм улар һинән: «Нимә сарыф ҡылырға?» — тип һорайҙар. «Артҡанын», — тип әйт. Бына шулай аңлата һеҙгә Аллаһ үҙ аяттарын — моғайын, һеҙ фекер йөрөтөп ҡарарһығыҙ,

220. донъя һәм ахирәт тормошо тураһында! Улар һинән етемдәр тураһында һорай: «Уларға изгелек күрһәтеү — яҡшылыҡ»,— тип әйт. Әгәр һеҙ улар менән ҡатнашһағыҙ, улар -- һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙ һәм Аллаһ боҙоҡлоҡ ҡылыусыны яҡшылыҡ ҡылыусынан айыра. Әгәр Аллаһ теләһә, һеҙҙе бәлә-ҡазаға дусар итер ине. Ысынлап та, Аллаһ бөйөк, хикмәтле!

221. Күп илаһҡа табыныусы ҡатындарға улар иман килтергәнгә ҡәҙәр өйләнмәгеҙ: әлбиттә, иман килтергән ҡол ҡатын күп илаһҡа табыныусы ҡатындан артығыраҡ, әгәр ул ҡатын һеҙҙе һоҡландырһа ла. Күп илаһҡа табыныусы иргә, иман килтергәнгә ҡәҙәр, кейәүгә бирмәгеҙ. Әлбиттә, иман килтергән ҡол күп илаһҡа табыныусы ирекле ирҙән артығыраҡ, әгәр ул һеҙҙе һоҡландырһа ла. Улар утҡа саҡыра, ә Аллаһ — ожмахҡа һәм Үҙ рөхсәте менән ярлыҡауға саҡыра, һәм аяттарын кешеләргә аңлата, ихтимал, улар аҡылға ултырыр!

222. Улар һинән ҡатындарҙың күреме тураһында һорай: «Ул—яфа»,— тип әйт. Күрем уаҡытында ҡатындарға теймәгеҙ, таҙарынғанға ҡәҙәр улар менән яҡынлашмағыҙ. Улар таҙарынғас, Аллаһ ҡушҡанса яҡынлағыҙ. Ысынлап та, Аллаһ тәүбә иткәндәрҙе һәм таҙарынғандарҙы ярата!

223. Ҡатындарығыҙ — һеҙҙең иген баҫыуы ул, игенлегегеҙгә теләһә ҡасан килегеҙ, үҙ-үҙегеҙгә әҙерләгеҙ, һәм Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм белегеҙ: һеҙ Уны осратырһығыҙ, һәм иман килтергән кешеләрҙе һөйөнсөлә!

224. Аллаһты үҙегеҙҙең диндар, тәҡүәле, кешеләр араһында килештереүсе-яраштырыусы булыуығыҙ тураһындағы анттарығыҙ әйберенә әйләндермәгеҙ. Аллаһ —ишетеүсе, белеүсе!

225. Аллаһ һеҙҙе антығыҙҙағы мәғәнәһеҙ һүҙ өсөн шелтәләмәй. Әммә күңелегеҙ ҡаҙанған нәмә өсөн шелтәләй. Аллаһ ярлыҡаусы, түҙемле!

226. Әгәр берәүҙәр ҡатындары тураһында [яҡынлыҡ ҡылмаҫҡа] ант итһә, дүрт ай көтөп торорға тейешле. Һәм, шунан һуң анттарынан ҡайтһалар... Ул саҡта, ысынлап та, Аллаһ ярлыҡаусы, рәхимле!

227. Әгәр улар айырылышырға теләһә, ул саҡта, ысынлап та, Аллаһ ишетеүсе, белеүсе!

228. Айырылған ҡатындар, өс күремгәсә япа-яңғыҙ көтөп торор, әгәр улар Аллаһҡа һәм ахирәт көнөнә иман килтергән булһалар, уларға аналыҡтарындағы Аллаһ бар ҡылған нәмәне йәшерергә рөхсәт ителмәй. Әгәр ирҙәре ярашыуҙы теләһә, был хәлдә уларҙы ҡайтарыуҙары хәйерле. Һәм ғөрөф-ғәҙәт буйынса уларҙың өҫтәренә булған нәмә — уларға. Ирҙәргә ҡатындар өҫтөнән — дәрәжә. Ысынлап та, Аллаһ бөйөк, хикмәтле!

229. Талаҡ — ике тапҡыр. Шунан һуң билдәле йола буйынса [никахта] торорға йәки яҡшылыҡ менән [айырып] ебәрергә. Һеҙгә ҡатындарға биргәндәрҙән бер нәмәне лә кире алырға рөхсәт ителмәй. Иллә мәгәр, улар икеһе лә Аллаһ билдәләгән сиктәрҙе үтәмәүҙән ҡурҡһа ғына. Әгәр һеҙ Аллаһ билдәләгән сиктәрҙе үтәрҙәр тип ҡурҡһағыҙ, ул ҡатын, фидйә биреп, үҙен юллап алған хәлдә, уларҙың икеһенә лә гонаһ юҡ. Бына ошо инде Аллаһтың сиктәре, уларҙы үтмәгеҙ, кем Аллаһтың сиктәрен үтһә, шул — залим!

230. Әгәр ир ҡатынына [өсөнсө тапҡыр] талаҡ ҡылһа, ул ҡатын икенсе иргә сыҡҡанға ҡәҙәр был иргә рөхсәт ителмәй, һәм әгәр ул ир айырһа, һәм Аллаһтың сиктәрен боҙмауҙы уйлаһалар, уларҙың бер-береһенә ҡайтыуҙарында гонаһ юҡ. Бына Аллаһтың сиктәре, Ул уларҙы белеме булғандарға аңлата.

231. Әгәр ҡатындарҙы айырһағыҙ һәм уларҙың билдәле уаҡыттары тулһа, уларҙы ҡабул ителгән тәртип буйынса тотоғоҙ йәки ҡабул ителгән тәртип буйынса [айырып] ебәрегеҙ, сиктән үтеп көсләп тотмағыҙ: кем улай итә — үҙ-үҙенә ҡарата золом ҡыла. Аллаһтың аяттарын көлкөгә әйләндермәгеҙ; Аллаһтың ниғмәттәрен, Уның, һеҙҙе өгөтләп, китаптан һәм хикмәттән иңдергәндәрен иҫкә алығыҙ; Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм белегеҙ: Аллаһ һәр нәмәне белеүсе!

232. Ҡатындарығыҙҙы айырғас һәм уларҙың уаҡыттары тулғас, улар ғөрөф-ғәҙәт буйынса үҙ-ара килешһәләр, үҙ ирҙәре менән никахлашыуҙарына ҡамасаулыҡ итмәгеҙ. Бына ошоноң менән һеҙҙең арағыҙҙан Аллаһҡа һәм ахирәт көнөнә иман килтергән кешеләрҙе өгөтләйҙәр. Был — һеҙгә аңлайышлыраҡ һәм сафыраҡ. Ысынлап та, Аллаһ белә, ә һеҙ белмәйһегеҙ!

233. Имеҙеүҙе тулыһынса үтәргә теләгән әсәләр үҙ балаларын теүәл ике йыл имеҙергә тейеш. Атайҙар өҫтөндә — йола буйынса—туйҙырыу һәм кейендереү. Мөмкин булмаған эш һис бер йәнгә йөкләтелмәҫ. Бала өсөн әсә һәм бала өсөн ата рәнйетелмәҫ! Уариҫтарҙың өҫтөндә лә — ошо уҡ. Әгәр ата-әсә, кәңәшләшеп, ризалашып, баланы ике йылдан да алда имсәктән айырырға теләһә, уларға гонаһ юҡ. Әгәр балаларығыҙҙы икенсе ҡатындың имеҙеүен теләһәгеҙ һәм йола буйынса бирелергә тейешле хаҡты түләһәгеҙ, һеҙгә гонаһ юҡ. Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм белегеҙ: Аллаһ һеҙ нимә эшләгәнде күрә!

234. Әгәр һеҙҙән берәү уафат булып, ҡатыны ҡалһа, улар үҙ-үҙҙәре дүрт ай ҙа ун көн көтөргә тейеш. Ҡасан уаҡыты тулһа, йола буйынса ул үҙ-үҙе менән нимә эшләһә лә һеҙгә гонаһ юҡ. Аллаһ һеҙ эшләгәнде белә!

235. Ҡатындарға яусылап тәҡдим яһауҙан йәки уҙ күңелегеҙҙә булғанды йәшереүҙән һеҙгә гонаһ юҡ. Аллаһ һеҙҙең уларҙы иҫкә аласағығыҙҙы белә. Уларға йәшерен рәүештә үәғәҙә бирмәгеҙ, ғәҙәттә ҡабул ителгән һүҙҙе генә әйтмәһәгеҙ инде. Яҙып билдәләнгән уаҡытҡа етмәҫ борон өйләнергә ҡарар итмәгеҙ. Белегеҙ, Аллаһ һеҙҙең күңелегеҙҙәген белә, һәм Унан һаҡланығыҙ һәм белегеҙ: Аллаһ ғәфү итеүсе, баҫынҡы!

236. Ҡулығыҙҙы тейҙермәйенсә [яҡынлыҡ ҡылмайынса] һәм шарттарығыҙҙы килешмәгән хәлдә ҡатын айырһағыҙ, һеҙгә гонаһ юҡ. Уларға ғөрөф-ғәҙәткә ярашлы итеп файҙаланыу өсөн кәрәк нәмәһен бирегеҙ, бай кеше — уҙ хәленсә, ярлы — үҙ хәленсә, хәйерле эш эшләүсе кешеләргә тейешле рәүештә.

237. Әгәр һеҙ ҡулығыҙҙы тейҙермәйенсә [яҡынлыҡ ҡылмайынса], әммә ләкин шарттарығыҙҙы килешкәндән һуң ҡатын айырһағыҙ, һеҙ шарт ҡылғандың яртыһы — уларға, әгәр улар йәки ҡулында никах танытмаһы булған кеше ғәфү итмәһә генә инде. Әгәр һеҙ ғәфү итһәгеҙ — тәҡүәгә яҡыныраҡ. Үҙ арағыҙҙа яҡшылыҡ ҡылыуҙы онотмағыҙ — Аллаһ һеҙ эшләгән эштәрҙе күрә!

238. Намаҙҙарҙы һәм урта намаҙҙы һаҡлағыҙ һәм Аллаһ ҡаршыһында түбәнселек менән тороғоҙ.

239. Әгәр хәүефләнһәгеҙ, йәйәү йәки ат өҫтөндә уҡығыҙ, ә инде именлектә булһағыҙ, Аллаһты иҫкә төшөрөгөҙ элек һеҙ белмәгәндә Уның нисек һеҙгә өйрәткәнен.

240. Әгәр һеҙҙән берәүҙәр уафат булһа һәм ҡатындары ҡалһа, ҡатындарына уасыят — йәшәгән еренән сығарылмайынса, бер йылға тиклем файҙаланып торорға тейешле. Әгәр улар үҙҙәре сыҡһа, һәм үҙ-үҙе менән йола буйынса нимәлер эшләһә, һеҙгә гонаһ юҡ. Ысынлап та, Аллаһ — бөйөк, хикмәтле!

241. Һәм айырылған ҡатындарға — йола буйынса файҙаланыу, тәҡүәлеләргә — тейешле рәүештә.

242. Шулай аңлата Аллаһ һеҙгә Үҙенең аяттарын — моғайын, һеҙ төшөнөрһөгөҙ!

243. Әллә һин, үлемдән ҡурҡып, йорттарынан сыҡҡан кешеләрҙе күрмәнеңме? Улар меңдәр ине бит. Аллаһ уларға: «Үлегеҙ!» — тине. Унан һуң уларҙы терелтте. Ысынлап та, Аллаһ кешеләргә изгелек ҡылыусы, әммә кешеләрҙең күбеһе шөкөр итмәй!

244. Һәм Аллаһ юлында һуғышығыҙ һәм белегеҙ: Аллаһ ишетеүсе, күреүсе!

245. Аллаһҡа , Аллаһ уны күп тапҡыр арттырһын өсөн, кем яҡшы бурыс бирер? Аллаһ тормошто тар ҙа итер, киң дә итер, һәм һеҙ Уға ҡайтарылырһығыҙ!

246. Әллә һин Мусанан һуң Исраил улдарының атаҡлы кешеләрен күрмәнеңме; уларҙың үҙ пәйғәмбәренә: «Беҙгә батша билдәлә, шул уаҡытта беҙ Аллаһ юлында һуғышырбыҙ!» — тигәндәрен? Ул: «Әгәр һеҙгә һуғышырға бойоролһа, бәлки, һеҙ һуғышмаҫһығыҙ?» — тине. Улар: «Беҙ үҙ йорттарыбыҙҙан ҡыуылғас һәм балаларыбыҙҙан айырылғас, ни өсөн беҙгә Аллаһ юлында һуғышмаҫҡа ти?» — тинеләр. Һуғышырға бойоролғайны, уларҙың бик аҙынан башҡалары боролоп китте. Аллаһ залимдарҙы белә!

247. Һәм уларға үҙ пәйғәмбәрҙәре: «Бына Аллаһ һеҙгә Талутты батша итеп ебәрҙе»,—тине. Улар: «Нисек инде ул беҙҙең өҫтән хакимлыҡ итһен? Беҙ хакимлыҡ итергә унан да лайығыраҡбыҙ, уның мөлкәте лә етешле түгел бит»,— тинеләр. Ул: «Аллаһ һеҙгә уны һайланы, уны белем дә, тән дә яғынан артыҡ, киң ҡылды. Ысынлап та, Аллаһ Үҙ хакимиәтен теләгән кешеһенә бирә»,—тине. Аллаһ бөтә нәмәне ҡоса, белә!

248. Үҙ пәйғәмбәрҙәре уларға: «Уның хакимлығының аяты шунда: һеҙгә табут килер, ул табутта Раббығыҙҙан күңел тыныслығы килер, һәм Муса, һәм Һарун ырыуҙары ҡалдырғандың ҡалдыҡтары булыр. Уны фәрештәләр килтерә. Ысынлап та, бында һеҙгә аяттар бар, әгәр һеҙ мөьмин булһағыҙ»,— тине.

249. Талут ғәскәр менән сыҡҡас: «Аллаһ һеҙҙе йылға менән һынай, кем шул йылғанан һыу эсһә, ул минеке түгел, ә кем уны татып ҡарамаһа, ул — минеке; әлбиттә, усы менән алып һемергән кешеләрҙән башҡаһы,— тине. Ул йылғанан эстеләр — бик аҙҙарынан башҡаһы. Ул һәм уның менән иман килтергән кешеләр йылғаны кисеп сыҡҡас: «Бөгөн Ялут һәм уның ғәскәре менән һуғышырға беҙҙең көсөбөҙ юҡ!» — тинеләр. Ә Аллаһты осратабыҙ тип уйлаған кешеләр: «Аллаһтың рөхсәте менән ҙур булмаған бер нисә төркөм күп кешеле төркөмдө еңде бит»,— тинеләр. Ысынлап та, Аллаһ сабыр иткәндәр менән!

250. Улар Ялут һәм уның ғәскәре алдына килгәс: «Раббыбыҙ, беҙгә сабырлыҡ бир, аяҡтарыбыҙҙы нығыт, кафырҙарға ҡаршы ярҙам ит!» — тинеләр.

251. Аллаһтың рөхсәте менән уларҙы ҡасырға мәжбүр иттеләр, һәм Дауыт Ялутты үлтерҙе, Аллаһ Дауытҡа хакимиәт һәм хикмәт бирҙе һәм Үҙе теләгән нәмәләрҙе өйрәтте. Әгәр Аллаһ кешеләрҙе бер-береһенән тыйып тормаһа, ер йөҙө боҙоҡланыр ине, әммә Аллаһ — ғәләмдәр өсөн йомартлыҡ эйәһе!

252. Бына шулай Аллаһтың аяттары. Беҙ уларҙы һиңә хаҡлыҡ менән уҡыйбыҙ, һәм, ысынлап та, һин — рәсүлдәрҙән.

253. Бына — рәсүлдәр. Беҙ уларҙың ҡайһы берҙәрен икенселәренән өҫтөнөрәк ҡылдыҡ. Уларҙың ҡайһы берҙәре менән Аллаһ һөйләште, ҡайһыларының дәрәжәһен күтәрҙе. Беҙ Мәрйәм улы Ғайсаға асыҡ аяттар бирҙек, уны изге Рух менән ҡеүәтләнек. Аллаһ теләһә, уларҙан һуң килгән кешеләр, асыҡ аяттар килгәндән һуң, һуғышмаҫтар ине. Әммә улар айырылыштылар, араларында иман килтергәндәр ҙә, кафырҙар ҙа булды. Аллаһ теләһә, улар һуғышмаҫтар ине, әммә Аллаһ Үҙе теләгәнде эшләй!

254. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Беҙ һеҙгә биргән нәмәләрҙе шул көн килмәҫ борон сарыф итегеҙ — ул көндө һатыу итеү ҙә, дуҫлыҡ та, яҡлашыу ҙа булмаҫ,— ә кафырҙар — залим!

255. Аллаһ, Унан, тере һәм мәңге булғандан башҡа,—илаһ юҡ. Уны йоҡомһорау ҙа, йоҡо ла алмай; күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр — Уныҡы. Уның алдында. Үҙ рөхсәтенән башҡа, кем яҡлаша алыр? Ул уларға ҡәҙәр булғандарҙы ла һәм уларҙан һуң булғандарын да белә, ә улар, Уның теләгенән тыш, Уның белеменән бер нәмә лә аңлай алмай. Уның тәхете күктәрҙе һәм Ерҙе биләй, һәм уларҙы һаҡлау Уға ауыр түгел,— Ул бөйөк, олуғ!

256. Диндә көсләү юҡ. Тура юл аҙашыуҙан асыҡ айырылды инде. Һындарға табынмайынса Аллаһҡа иман килтергән кеше, ысынлап та, ышаныслы, уға емерелеү булмаған, терәккә тотондо. Ысынлап та, Аллаһ ишетеүсе, күреүсе!

257. Аллаһ — иман килтергән кешеләрҙең дуҫы: Ул уларҙы ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығара. Ә иман килтермәгән кешеләрҙең дуҫтары — һындар — уларҙы яҡтылыҡтан ҡараңғылыҡҡа сығара. Былар — ут әһелдәре, улар унда мәңге ҡалыр!

258. Әллә һин Ибраһим менән Аллаһ уға хакимлыҡ биреү сәбәпле уның Раббыһы тураһында һүҙ көрәштереүсе кешене күрмәнеңме? Бына Ибраһим: «Раббым шул: Ул терелтә лә, үлтерә лә»,—тине. Теге кеше: «Мин терелтәм һәм үлтерәм», — тине. Ибраһим: «Бына Аллаһ Ҡояшты көнсығыштан сығара, ә һин көнбайыштан сығар!» — тине. Иман килтермәгән кеше ҡаушап ҡалды: Аллаһ залимдарҙы тура юлға алып бармай!

259. Йәки — ҡала эргәһенән үткән кеше һымаҡ, ә ул ҡала нигеҙенә тиклем емерелгәйне. Ул кеше: «Үлгәндән һуң быны Аллаһ нисек терелтһен инде?» — тине. Йөҙ йылға үлтерҙе уны Аллаһ, унан һуң терелтте. Ул: «Күпме уаҡыт [үлеп] торҙоң һин?» — тине. Тегеһе: «Бер көн йәки көндөң өлөшөн генә торҙом»,— тине. Ул: «Юҡ, һин йөҙ йыл торҙоң! Һин ашамлығыңа һәм эсемлегеңә ҡара, улар боҙолмаған да бит. Ишәгеңә ҡара — һине кешеләр алдында аят итеү өсөн,— һөйәктәргә ҡара, Беҙ уларҙы нисек йыйғаныбыҙға, унан һуң ит ҡундырыуыбыҙға,— тине. Уға барыһы ла асыҡланғандан һуң: «Мин Аллаһтың һәр нәмәгә ҡөҙрәтле икәнен беләм!» — тине.

260. Һәм бына Ибраһим: «Эй, Раббым, үлектәрҙе нисек терелтеүеңде күрһәт миңә»,— тине. Ул: «Әллә һин иман килтермәнеңме?» — тине. Ибраһим: «Эйе, иман килтерҙем, әммә күңелемде тынысландырыу өсөн»,— тине. Ул: «Дүрт ҡош ал, уларҙы үҙ эргәңә йый, унан һуң уларҙың өлөштәрен һәр тауға урынлаштыр ҙа — саҡыр: ашығышып яныңа килерҙәр, һәм бел: Аллаһ бөйөк, хикмәтле!» — тине.

261. Үҙ малдарын Аллаһ юлында сарыф иткән кешеләр бер орлоҡтан ете башаҡ, һәр башаҡта йөҙ орлоҡ үҫтергән орлоҡҡа оҡшайҙар. Һәм Аллаһ теләгән бәндәһенә икеләтә өлөш бирә. Ысынлап та, Аллаһ бөтә нәмәне биләүсе, белеүсе!

262. Байлыҡтарын Аллаһ юлында сарыф иткән малдары артынан битәрләп ҡалмаған һәм рәнйемәгән кешеләргә — үҙ Раббылары ҡаршыһында әжер, һәм уларға хәүеф тә булмаҫ һәм улар көйөнмәҫтәр ҙә.

263. Яҡшы һүҙ һәм ғәфү итеү — арттан рәнйеү эйәргән саҙаҡаға ҡарағанда яҡшыраҡ. Ысынлап та, Аллаһ бай, баҫалҡы!

264. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Үҙ малын кешеләр алдында ике йөҙлөләнеп сарыф ҡылған һәм Аллаһҡа һәм ахирәт көнөнә иман килтермәгән кеше кеүек, саҙаҡағыҙҙы битәрләү һәм рәнйеү менән юҡҡа сығармағыҙ. Ул — өҫтән тупраҡ ҡаплаған таш ҡаяға оҡшай: ләкин уға ҡойма ямғыр яуған һәм уны яланғас ҡалдырған. Улар үҙҙәре кәсеп иткән бер нәмәгә лә эйә түгелдәр: Аллаһ кафырҙарҙы тура юлдан алып бармай!

265. Үҙ малдарын Аллаһ ризалығы өсөн һәм үҙ күңелдәренән нығыныу өсөн сарыф иткән кешеләр ҡалҡыулыҡтағы баҡсаға оҡшай: уға ҡойма ямғыр яуған һәм баҡса емештәрен икеләтә килтергән. Әгәр уға ҡойма ямғыр яумаһа, ул саҡта—ысыҡ. Ысынлап та, һеҙ нимә эшләгәнде Аллаһ күрә!

266. Берәйегеҙ теләрме ни хөрмә һәм йөҙөм баҡсалары булып, улар аҫтында йылғалар ағып ятыуын, һәм уларҙа һәр төрлө емештәр булыуын, һәм бына шул кешегә ҡартлыҡ килеүен, балалары әле көсһөҙ булып, һәм шул саҡта утлы өйөрмә баҡсаларҙы яндырып китеүен? Бына шулай Аллаһ һеҙгә аяттарҙы аңлата — моғайын, һеҙ фекер йөрөтөп ҡарарһығыҙ.

267. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Кәсеп иткән малдарығыҙҙың һәм Беҙ һеҙгә ерҙән сығарған нәмәләрҙең яҡшыраҡтарын сарыф итегеҙ. Һәм мал сарыф иткәндә насарын бирергә тырышмағыҙ — үҙегеҙ ҙә күҙ йомоп алмаҫтайын. Белегеҙ, Аллаһ бай, данлы!

268. Шайтан һеҙгә фәҡирлек үәғәҙә итә, һәм боҙоҡлоҡҡа бойора, ә Аллаһ һеҙгә ярлыҡауын һәм рәхмәтен үәғәҙә итә. Ысынлап та, Аллаһ бар нәмәне биләүсе, белеүсе! 269. Ул хикмәтте теләгәненә бирә: ә кемгә хикмәт бирелгән,— уға күп яҡшылыҡ та бирелгән. Әммә аҡылдары булғандар ғына иҫкә ала!

270. Сығымдарҙан ниндәй генә сығым яһаһағыҙ ҙа, нәҙерҙән ниндәй генә нәҙер әйтһәгеҙ ҙә, ысынлап та, Аллаһ уны белә, һәм залимдарҙың ярҙамсылары юҡ!

271. Әгәр саҙаҡаларҙы асыҡ бирәһегеҙ икән — был яҡшы; ярлыларға биргән уаҡытта йәшереп бирһәгеҙ — был һеҙгә һәйбәтерәк һәм ул һеҙҙең насар эштәрегеҙҙе ҡаплай: ысынлап та, Аллаһ һеҙ эшләгән эштәрҙен хәбәрҙар!

272. Уларҙы тура юлдан алып барыу һиңә йөкмәтелмәгән, әммә Аллаһ теләгәнен тура юлдан алып бара. Һеҙ малығыҙҙан нимә генә сарыф итһәгеҙ ҙә, ул — үҙегеҙ өсөн, һеҙ уны фәҡәт Аллаһ йөҙөнә йүнәлеүҙән генә сарыф ҡылаһығыҙ. Үҙ изгелегегеҙ менән нимә генә сарыф итһәгеҙ ҙә, ул һеҙгә теүәл ҡайтарылыр һәм һеҙ ҡыйырһытылмаҫһығыҙ.

273. Был — Аллаһ юлында тотҡарланған фәҡирҙәр өсөн,— улар Ер йөҙөндә хәрәкәтләнә алмайҙар; иҫәр, наҙан кешеләр тыйнаҡ булғандары өсөн уларҙы бай тип иҫәпләйҙәр, уларҙы һин билдәләренән белерһең: улар бәйләнсекләнеп кешенән һоранмайҙар. Һеҙ изгелегегеҙҙән нимә генә сарыф итһәгеҙ ҙә, ысынлап та, Аллаһ быны белә!

274. Малдарын төндә һәм көндөҙ, йәшерен һәм асыҡ сарыф иткән кешеләр — уларға әжерҙәре үҙ Раббылары ҡаршыһында; уларға хәүеф тә юҡ, улар көйөнмәҫтәр ҙә!

275. Риба ашаусылар ҡәберҙәренән торғанда, фәҡәт шайтан үҙенең ҡағылыуы менән аяҡтан йыҡҡан кешеләр торған кеүек торасаҡтар. Уларға — был «Һатыу итеү ҙә шул уҡ риба бит»,— тигәндәре өсөн. Аллаһ һатыу итеүҙе рөхсәт итте, ә рибаны харам ҡылды. Әгәр берәүгә Раббыһынан өгөт килһә һәм ул тыйылһа, үткәндәре уға ғәфү ителә: уның эше Аллаһ ҡулында; әгәр берәү ҡабатлаһа, ул — ут әһеле һәм унда мәңге ҡалыр!

276. Аллаһ рибаны һәләк итә, ә саҙаҡаны үҫтерә. Ысынлап та, Аллаһ һәр гонаһлы кафырҙы яратмай!

277. Иман килтергәндәргә һәм изге эш эшләгәндәргә, намаҙ торғандарға, зәкәт түләгәндәргә үҙ Раббылары ҡаршыһында — әжер, уларға хәүеф тә юҡ, һәм улар көйөнмәҫтәр ҙә!

278. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм, әгәр иман килтергән булһағыҙ, рибанан ҡалғанды алмағыҙ!

279. Әгәр һеҙ быны эшләмәһәгеҙ, Аллаһтан һәм Уның рәсүленән һуғыш тураһында ишетегеҙ, әгәр тәүбәгә килһәгеҙ, һеҙҙең төп малығыҙ — үҙегеҙгә. Залим булмағыҙ, һәм һеҙгә лә золом булмаҫ!

280. Әгәр берәү ауыр хәлдә ҡалһа, хәле еңеләйгәнгә ҡәҙәр көтөгөҙ, ә саҙаҡа итеү — һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ, әгәр белһәгеҙ.

281. Һәм Аллаһҡа ҡайтарыла торған көнөгөҙҙән һаҡланығыҙ; ул көндө һәр йәнгә нимә ҡаҙанған булһа, шул теүәл түләнер, һәм уларға золом булмаҫ!

282. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әгәр билдәле уаҡытҡа ҡәҙәр бер-берегеҙҙән бурыс алһағыҙ, уны яҙып ҡуйығыҙ. Һәм арағыҙҙан берәй яҙыусы ғәҙел итеп яҙһын. Яҙыусы Аллаһ өйрәткәнсә яҙыуҙан ҡарышмаһын, ул яҙһын, ә өҫтөндә йөкләмә булған кеше әйтеп торһон, Раббыһы Аллаһтан ҡурҡһын, унда бер нәмә лә кәметмәһен. Әгәр өҫтөндә йөкләмә булған кеше зәғиф аҡыллы йәки көсһөҙ булһа, йәки үҙе әйтеп яҙҙыра алмаһа, уның яҡыны ғәҙел итеп әйтеп яҙҙырһын. Шаһит итеп арағыҙҙан ике ирҙе алығыҙ. Әгәр ике ир булмаһа, бер ир һәм шаһит булыуҙарына үҙегеҙ риза булған ике ҡатын алығыҙ, уларҙың береһе яңылышһа, икенсеһе иҫенә тошөрһөн өсөн. Саҡырылған уаҡытта шаһиттар ҡарышмаһын; бурыстың бәләкәйен дә, ҙурын да билдәле уаҡытҡа ҡәҙәр яҙыуҙан ялыҡмаһындар. Был Аллаһ ҡаршыһында ғәҙелерәк, шаһитлыҡ өсөн тоғрораҡ һәм һеҙгә шикләнмәҫ өсөн яҡыныраҡ. Әгәр был һеҙ үҙ-ара йөрөтә торған ҡул аҡсаһына һатыу-итеү генә булһа инде,— ул саҡта яҙышмаһағыҙ ҙа гонаһ юҡ. Үҙ-ара һүҙ ҡуйышҡанда шаһиттар булдырығыҙ. Шаһитҡа ла, яҙыусыға ла зарар килтерелмәҫкә тейеш: әгәр быны эшләһәгеҙ, был — һеҙҙәге боҙоҡлоҡ. Аллаһтан ҡурҡығыҙ; Аллаһ һеҙҙе өйрәтә, Аллаһ һәр нәмәне белә!

283. Әгәр юлда булһағыҙ һәм яҙыусы тапмаһағыҙ, рәһендәр алына. Һеҙҙән кем дә булһа икенсе берәүгә ышанһа, ышанған кеше аманатын ҡайтарһын, һәм үҙ Раббыһынан ҡурҡһын. Шаһитлығығыҙҙы йәшермәгеҙ, әгәр берәү йәшерһә, ул — күңеле гонаһлы, ә Аллаһ һеҙ эшләгәнде белеүсе!

284. Күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр барыһы ла Аллаһты ҡы. Әгәр һеҙ күңелегеҙҙәген асыҡлаһағыҙ йәки йәшерһәгеҙ, бының өсөн Аллаһ һеҙҙән хисап алыр. Ул теләгән кешене ярлыҡар, теләгән кешегә яза бирер: ысынлап та, Аллаһ һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!

285. Үҙ Раббыһы тарафынан иңдерелгәндәргә рәсүл һәм мөьминдәр иман килтерҙе. Барыһы ла Аллаһҡа иман килтерҙе һәм Уның фәрештәләренә, һәм уның китаптарына, һәм Уның рәсүлдәренә. «Рәсүлдәрҙең береһенән икенсеһен Беҙ айырмайбыҙ», «Беҙ ишеттек һәм баш эйәбеҙ. Ғәфү итеү—Һинеке, Раббыбыҙ, һәм ҡайтыуыбыҙ — Һиңә»,— тине улар. 286. Мөмкин булғандан башҡа һис бер нәмәне Аллаһ йәнгә йөкләмәй. Нимә ҡаҙанған булһа — уға, һәм уға ҡаршы ла — үҙе ҡаҙанғаны, «Раббыбыҙ! Әгәр беҙ онотһаҡ йәки хаталанһаҡ, беҙҙе шелтәләмә. Раббыбыҙ! Беҙҙән әүүәл булғандарға Һин йөкләткән кеүек ауырлыҡты беҙгә йөкләтмә! Раббыбыҙ! Беҙҙең тәҡәтебеҙ етмәҫте беҙгә йөкләтмә! Ҡотҡар беҙҙе, кисер, рәхимлек ҡыл беҙгә! Һин — беҙҙең хужабыҙ, кафыр халыҡҡа ҡаршы беҙгә ярҙам ит!»

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]



Төргәк Был Ҡөрьән тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.