Әл-Ихлас сүрәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Әл-Ихлас сүрәһе
سورة الإخلاص
Бисмиллаһ.jpg
Sura112.pdf
Әл-Ихлас сүрәһе
Синыфы

Мәккәләге

Мәғәнәһе

Ихласлыҡ

Башҡа исеме

(Әл-Тәүхид сүрәһе) سورة التوحيد

Статистика
Сүрә номеры

112

Аяттар һаны

4

Жуз

30

Руҡуғ

1

Алдағы сүрә

Әл-Мәсәд сүрәһе

Киләһе сүрә

Әл-Фәләҡ сүрәһе

Ислам

Ислам тарихы

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Ислам шарттары

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәҡәт
Хаж

Мөһим шәхестәр

Мөхәммәд
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Әл-Ихлас сүрәһе (ғәр. سورة الإخلاص‎, Ихласлыҡ),шулай уҡ Сүрә Әл-тәүхид (ғәр. سورة التوحيد‎, Monotheism), — Ҡөрьәндең 112-се сүрәһе. Ислам ғалимдары әйтеүенсә, әл-Ихлас сүрәһе Мәккәлә иңгән. Сүрә 4 аяттан тора.

Риүәйәте: Бер көндө ҡөрәйеш мөшриктәре Мөхәммәт ғ.с. янына килеп: "Беҙгә үҙеңдең Аллаһыңды тасуирла", - тигәндәр. Аллаһы тәғәләнән ошо аяттар килгән

Ғәрәпсәһе[үҙгәртергә]

بِسۡمِ اللّٰہِ الرَّحۡمٰنِ الرَّحِیۡمِ


  1. قُلۡ هُوَ اللّٰہُ اَحَدٌ

  2. اَللّٰہُ الصَّمَدُ

  3. لَمۡ یَلِدۡۙ وَ لَمۡ یُوۡلَدۡ

  4. وَ لَمۡ یَکُنۡ لَّہٗ کُفُوًا اَحَدٌ

Транскрипцияһы[үҙгәртергә]


Биссмилләәһи-ррахмәәни-ррахиим
1 Ҡуль һүүә-ллаһу әхәд
2 Аллаһу-ссамәд'
3 Ләм йәлид үә ләм йүүләд
4 Үә ләм йәкүл-ләһү күфүүән әхәд

Мәғәнәһе[үҙгәртергә]

112. Ихласлыҡ

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

1. Әйт: «Ул — бер яңғыҙ булыусы Аллаһ,

2. Аллаһ -мәңгелек,

3. Ул тыуҙырманы һәм тыуҙырылманы,

4. һәм бер кем дә Уға тиңдәш булманы!»

Әл- Ихлас сүрәһе тураһында риүәйәт[үҙгәртергә]

Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм бер саҡ Ғәйшә раҙыйаллаһу ғәнһәне үҙ янына саҡырып алған да:

- И Ғәйшәм! Дүрт нәмәне эшләмәйсә йоҡларға ятма: 1 – Ҡөрьәнде тотош уҡып сыҡмай тороп; 2 – минең ризалығымды һәм миңә тиклемге һәммә пәйғәмбәрҙәрҙең ризалығын алмай тороп; 3 – иман килтереүселәрҙең ҡәнәғәтлегенә ирешмәй тороп; 4 – хаж ҡылмай тороп.

- Атам-әсәм менән ант итәм, шул ҡыҫҡа ғына арала быны эшләп өлгөрә алмаясаҡмын, - тип аптырай ҡатын.

- Шунан да еңеле юҡ, - тип көлөмһөрәй Рәсүлебеҙ. - Өс тапҡыр “Әл-Ихлас” һәм бер тапҡыр “Фәтиха” сүрәһен уҡып, һин тотош Ҡөрьәнде уҡып сыҡҡандай булырһың. Салауат әйтеүең менән минең һәм миңә тиклемге пәйғәмбәрҙәрҙең ризалығын алырһың. Иман килтереүселәрҙең һәммәһенең гонаһтарын ярлыҡауын Алланан һорап, уларҙың ҡәнәғәтлегенә ирешерһең. “Сүбханаллаһи үәл-хәмдүлилләһи үә лә иләһә иллалаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһү, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүүә ғәлә күлли шәйин ҡадир” кәлимәһен әйтеп, хаж ҡылғандай булырһың.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Төргәк Был Ҡөрьән тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.

Ҡулланылған әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Ҡөрьән Кәрим – башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.

Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар – Ҡазан, 2004