Әрмәнделәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Әрмәнделәр
Әрмәнделәр
Һары әрмәнде (Bufo periglenes)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Амфибиялар
Отряд: Ҡойроҡһоҙҙар
Ғаилә: Әрмәнделәр
Латинса исеме
Bufonidae J. E. Gray, 1825
ITIS 173471
NCBI 8382

Әрмәнделәр, ғөбөрлө баҡалар (лат. Bufonidae) — ҡойроҡһоҙ ер-һыу хайуандары ғаиләһе (Anura); ер шарының бөтә өлөштәрендә осрай, күпселектә ҡараңғы, еүеш урындарҙа йәшәй, ыуылдырыҡ һалыу өсөн һыуға килә торған, тәлмәрйенгә ҡарағанда артҡы аяҡтары ҡыҫҡа булған, тәне һөйәлле ер-һыу хайуаны [1] .

Ҡойроҡһоҙ ер-һыу хайуандары ғаиләһендә 300 -ҙәән артыҡ төр билдәле, Антарктиданан тыш, барлык материктарда ла тереклек итә.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Әрмәнделәр баҡаларҙан өҫкө ҡаҙналыҡта тештәре булмаүы, ҡыҫҡа аяҡтары, киң ауыр кәүҙәһе, күп һөйәлле мөгеҙләнгән ҡорө тиреһе менән айырылып тора. Башының төп өлөшөндә зәһәр эҫле майлы сыйыҡса бүлеп сығара торған симметрияле урнашкан бөрө һымаҡ 2 төйөр (ҡалаҡ өҫтө биҙҙәре) бар, был шыйыҡса башҡа хайуандар өсөн ағыулы. Ағыу– әрмәнделәр өсөн берҙән бер һаклыныу сараһы, шыйыҡса биҙгә баҫкас ҡына бүленеп сыға, шунлыҡтан улар уны үҙҙәрен йыртҡыс тотып алғас ҡына ҡуллана. Гөбөрлө баҡалар әкрен хәрәкәт итә. Бармаҡтары өлөшсә элпә менән тоташҡан артҡы аяҡтары ярҙамында йыш ҡына ергә йәки урман түшәлмәһенә күмелә.

Тереклек урыны һәм туҡланыуы[үҙгәртергә]

Әрмәнделәр асыҡ урындарҙа, йылға тугайҙарында, һирәкләнгән урмандарда, йыш ҡына торак пункттарҙа осорай. Һоры әрмәнде тәлмәйендән кескенәлеге менән айырыла (оҙонлоғо 70-75 мм, инә әрмәнделәр 140 мм-ға ҡәҙәр). Арҡаһы һоро-һарғылтлт йәшел төҫтә (йәшелдән ҡоңгорт төҫкә ҡәҙәр) ҡараңғы таптар менән ҡапланған, артҡы аяҡ бармаҡтарында парһыҙ төйөрҙәр бар. Тиреһе мөгөҙләнгән, ҡапшап ҡарауга ҡоро.

Далаланған райондарҙа иң күп һандағы төп амфибия төрҙәренән һанала. Ғәҙәттә, төнгө һәм кис йәшәү рәүешен алып бара. Парлашыу осоронда ата әрмәнде яңғырауыҡлы көйлө тауыш сығара. Ыуылдырыҡ сәсеү ваҡыты апрель аҙағынан май аҙағына ҡәҙәр дауам итә. Инә әрмәнде 13 меңгә ҡәҙәр йомортҡа һала. Үҫеш ваҡыты (ыуылдырыҡ барлыҡҡа килеүҙән йәш баҡаға ҡәҙәр) 50-60 көн. Һыулыҡтан ҡоро ергә баҡаларҙың күпләп сығыуы көндөҙгө ямғырҙанн һуң, дымлы көндә күҙәтелә. Нигеҙҙә бөжәктәр менән туҡлана.

Һоро әрмәнделәр урмандарҙа тереклек итә. Был төр бакҡалар эрерәк (оҙонлоғо 80 мм-ҙан артыҡ, инәләре ҡайһы ваҡыт 200 мм-ға ҡәҙәр), өҫкө яғы һоро-көрән, аҫҡы яғы тоноҡ аҡ төҫтә. Барлыҡ ерҙә дә тейәрлек аҙ һанда, урман-дала зонаһында һирәк осорай. Көндөҙөн ояларында, ярыҡтарҙа, урман түшәлмәһендә йәшеренеп, төнгө һәм кис йәшәү рәуеше алып баралар. Апрель аҙағы - май башында, һыу температураһы 10 °C ҡа яҡынлашкандан һуң үрсеү башлана. Инә әрмәнделәр һыу үҫемлектәренә бау һымаҡ ике рәткә урнашҡан 1200-6800 йомортҡа һала. Йәш баҡалар ҡоро ергә июль башында сыгалар. Умырткаһыҙ ваҡ хайуандар − себендәр, эре бызылдауыҡтар һәм май ҡуңыҙҙары менән туҡлана. 15 йылдан (тәбиғәттә) 30 йылға ҡәҙәр йәшәй.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)