Әхмәтзәки Вәлиди Туған

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Әхмәтзәки Вәлиди Туған
Әхмәтзәки Вәлидигә Санкт-Петербургта ҡуйылған һәйкәл

Әхмәтзәки Вәлиди Туған (Вәлидов Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе. Ғалим, шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе. Фәлсәфә докторы (1935).

Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер улысы (хәҙерге Башҡортостандың Ишембай районы) Көҙән ауылында 1890 йылдың 10 декабрендә тыуған. 1970 йылдың 26 июлендә Төркиәлә Истанбул ҡалаһында үлгән.

  • 19131914Фирғәнә һәм Бохараға археографик экспедицияла ҡатнаша;
  • 1915 — Рәсәй Дәүләт Думаһының мосолман фракцияһында сәйәси эштә;
  • 1917 — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе, тәүге өс башҡорт ҡоролтайының идеологияһын билдәләй. Башҡорт хөкүмәтен һәм ғәскәрен ойоштороу менән етәкселек итә;
  • 1920 — ВЦИК һәм РСФСР ХКС-ның «Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының дәүләт төҙөлөшө тураһында» ҡарары буйынса Башҡортостан Республикаһы хоҡуҡтарының сикләнеүенә килешмәйсә, большевиктар менән хеҙмәттәшлек итеүен туҡтата һәм баҫмасылар хәрәкәтенә ҡушыла. Урта Азия һәм Ҡаҙағстан баҫмасы төркөмдәре хәрәкәтен координациялаусы «Төркөстан милли берҙәмлеге» ойошмаһының рәйесе итеп һайлана;
  • 1923Төрөкмәнстандан Иранға китә;

[үҙгәртергә] Һылтанмалар

Википедия Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырыр кәрәк.
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә